Ҡол кеүек эшләһәң, хан кеүек йәшәрһең.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Һуңғы ҡыңғырау сыңы, тынлыҡ ярып, киләсәккә бирҙе фатиха
  • Дәрестә
  • Яҡты йортта тыуған йылылыҡ
  • Кейемдең... төҫөнә ҡарап та ҡаршы алалар
  • Бәхил бул, шағир һәм журналист!
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Торатауҙа – гүзәл байрам, Дуҫлығыңа, халҡым, хайран ҡалам! Королтай
    Ишембай районында «Салауат йыйыны» республика фольклор байрамы гөрләп үтте
    Донъя кимәлендәге уникаль тәбиғәт ҡомарт­ҡыһы Торатау бер юлы үҙенә тиҫтәләгән мең кешенең һоҡланыуына шаһит булды. «Салауат йыйыны – 2010» республика фольклор байрамына килгән һәр кемдә: «Их, иң үренә менеп кенә ҡараһаң...» – тигән уй тыуғандыр. Күптәргә ундай бәхет тейҙе, әммә ҡайһы берәүҙәр мөһабәт тауға яландан ғына ҡарап һоҡланды.
    Әүлиәләр төбәге, башҡорттоң изге тауы ул Торатау. Борондан бында, ырыу-ырыу булып, халҡыбыҙ әҙ йыйылған тиһеңме ни?! «Ырыуҙар ташы» мемориал комплексы төҙөләсәк был ерҙә. Юҡ, ырыуыбыҙ тураһында тарихты мәңгеләштереү өсөн генә түгел, ә тауыбыҙҙы замандың хәүеф-хәтәренән һаҡлау маҡсатында ла.
    Изгеләр төйәгендә – Салауат рухы
    Торатауҙа – гүзәл байрам, Дуҫлығыңа, халҡым, хайран ҡалам!
    Милли батырыбыҙ иҫтәлегенә арналған байрамды асыр алдынан мемориал комплекс урынын билдәләгән стела ҡуйылды. Унда Башҡортостан Президенты етәкселегендәге делегация, шул иҫәптән Өсөнсө Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы делегаттарынан бер төркөм ҡатнашты.
    – Изге Торатаулы Ишембай ере нефтле төбәк тә, исеме донъяға танылған шәхесебеҙ Әхмәтзәки Вәлидиҙең йәнтөйәге лә, – тине байрамды тантаналы асыуҙа сығыш яһап, Мортаза Рәхимов.
    Президент башҡорттарҙың Өфөлә уҙған ҙур йыйынына йәнә йомғаҡ яһап, Башҡортостандың Рәсәй составындағы үҫешкән, тотороҡло республика буласағын, милләт-ара хеҙмәттәшлеккә өҫтөнлөк бирәсәгебеҙҙе, төбәкте һәм милләтте модернизациялау бурысын билдәләне.
    БР мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министры Илдус Илешев та «Салауат йыйыны» байрамының әһәмиәтенә баҫым яһаны.
    Ишембай районы хакимиәте башлығы Марат Ғайсиндың күҙаллауынса, төбәктә туризмды үҫтерер өсөн бөтә шарттар бар.
    «Салауат йыйыны»ның театрлаштырылған тамашаһы, һәр йылдағыса, тарих төпкөлөнә алып китеп, күңелдең иң нескә ҡылдарын зыңлатты, күҙҙәрҙе йәшләндерҙе. «Уралымда бөгөн ҡоролтай» тип аталды ул. «Фатиха» сүрәһенән, көнөбөҙгә, еребеҙгә именлек теләп доға ҡылыуҙан башланды тамаша. «Ни кисерҙе был ер, беҙҙән һора», – тип Торатау әүлиәләре лә халыҡҡа «өндәште». Улар борондан башҡорттарҙың йылҡысылыҡ, солоҡсолоҡ, тимерселек, игенселек, балаҫ һуғыу, арҡан ишеү, сигеү кеүек кәсеп-эштәре үҫешкән булыуын телгә алды.
    Торатауҙа – гүзәл байрам, Дуҫлығыңа, халҡым, хайран ҡалам!
    «Милли нағыштарҙа оло тамға – ер кендеге беҙҙә», – тине әүлиәләр. Уларға яуап итеп, кескәй Салауат: «Мин дә үҫкәс атайым һымаҡ батыр буласаҡмын, еремдең бер ус тупрағын да яттарға бирмәйәсәкмен!» – тип ант итте. Ир ҡорона еткәс иһә, яугирҙарын йыйып: «Изге тупраҡ менән ант итәм: еребеҙҙе, илебеҙҙе, телебеҙҙе, күҙ ҡараһылай һаҡлаясаҡмын!» – тип антын нығытты.
    Был һүҙҙәр тамашала ғына яңғыраһа ла, уларҙы Салауаттың ысынбарлыҡта ла әйткәненә шик юҡ.
    Юғиһә йәшләй генә шул сама ғәскәр йыйып сығыр инеме ни илен яҡларға?! Майҙан шаулатып һыбайлылар үтеүе беҙҙе алыҫ йылдарға – Салауат заманына алып ҡайтҡандай булды.
    Заман тигәндән, башҡорт улдары һәр дәүерҙә лә ере, иле, теле өсөн көрәшкән. Шулар исемлегендә Кинйә, Килмәк, Ҡаһым түрә, Әхмәтзәки Вәлиди, Шәйехзада Бабич, Миңлеғәле Шайморатов һ.б. арҙаҡлы шәхестәребеҙ бар. «Салауат йыйыны»нда уларҙың исеме яңғырамаһа, яҙыҡ булыр ине. Хатта Урал батыр ҙа «өндәште» халҡына: «...Кәрәк булһа, дошмандарҙан яҡлар өсөн мин тау булып тағы ятырмын...» Бөгөн иһә Башҡортостаныбыҙҙа халыҡ етәксеһе, халыҡ улы, халыҡ таянысы – Президентыбыҙ бар. Тамаша шундай һүҙҙәр менән тамамланды. Башҡорттоң ҡунаҡсыллығын символлаштыр­ған самауыр менән бейеү, бал ҡорттарын һынландырыу, дәртле ҡурай моңо – республикабыҙҙағы бөгөнгө йәшәйеште, именлекте, татыулыҡты, майҙанға өлкәндәр, йәштәр, балалар сығыуы яҡты киләсәгебеҙҙе тасуирланы.

    А. ИШЕМҒОЛОВА.

    Башҡортостан – аҡ тирмәләр иле
    Торатауҙа – гүзәл байрам, Дуҫлығыңа, халҡым, хайран ҡалам!
    Байрамда йыл һайын тирмәләр конкурсы уҙғарыла. Быйыл да ул тамашаға үҙенсәлекле йәм һәм йәнлелек өҫтәне.
    Быйылғы конкурс үҙенең яңылыҡтары, үҙенсәлек­тәре һәм матурлығы менән хайран итте. Торатау итәге буйлап теҙелеп киткән тирмәләргә ҡарап һоҡланмаған кеше ҡалмағандыр. Хатта: «Их, ошо тирмәләр конкурс-күргәҙмәһен сит ил ҡунаҡтары өсөн генә ойоштор­ғанда йәиһә үҙәк телевидение аша киң ҡатлам тамашасыға еткергәндә!» – тип уйлап ҡуяһың. Ысынлап та, ниндәй генә күргәҙмә-конкурстар ойошторолмай, әммә тирмәләр конкурсы кеүек төрлө яҡлы һәм сағыу күргәҙмәләр һирәктер. Быйылғы конкурста барлығы 47 тирмә ҡатнашты. Бынан тыш, Ишембай районының ауыл советы биләмәләре лә үҙҙәренең тирмәләрен ҡорғайны.
    «Салауат йыйыны»нда ҡатнашыусы барса халыҡ тирмәләр йәйләүен ҡыҙыҡһынып ҡарап сыҡты. Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев, БР Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаев һәм башҡа рәсми вәкилдәр ҙә тирмәләр күргәҙмәһе менән ентекләп танышты.
    Башҡортостан Президенты Белорет, Әбйәлил райондарының тирмәләрен ҡараны. Һәм, әлбиттә, йыйындың хужалары – ишембайҙарҙың тирмәһенә лә инеп сыҡты. Оло ҡунаҡҡа тирмәнең эске биҙәлешен, боронғоса май бешеү, талҡан тартыу алымдарын күрһәттеләр. Быларҙың барыһы ла ил башлығының хәтерендә бала, үҫмер сағындағы матур хәтирәләрҙе яңыртты. Мортаза Ғөбәйҙулла улы һәр яҡтың боронғо кәсеп-шөғөлдәре, көнкүреш йолалары менән ҡыҙыҡһынды, шулай уҡ бөгөнгө көнитмештәре, проб­лемалары хаҡында ла һорашты. Ә тирмә хужалары иһә республика етәксеһе менән иҫтәлеккә фотоға төшөп ҡалырға ашыҡты.
    Ихлас бит беҙҙең халыҡ. Эшләһә, ең һыҙғанып эшләй, ял итһә, рәхәтләнеп ял итә, әҙерләнһә, бар көсөн һалып әҙерләнә лә ҡуя. Шуның кеүек тирмәләр конкурсына ныҡлы әҙерлек менән килгәндәр. Ихатаны, тирмә эсен нисек кенә биҙәмәгәндәр: унда халҡыбыҙҙың оҫта һунарсы, төп шөғөлө – ҡортсолоҡ, малсылыҡ, игенселек булыуын да, аш-һыуға, ҡул эштәренә һәм ағастан һырлап эшләү оҫталығына таң ҡалырһың, башҡорттоң тоғро дуҫы – аты ла бар бында, балаҫ һуғыу, кейеҙ баҫыу, һалабаш һыҙырыу кеүек халҡыбыҙҙың боронғо кәсептәрен дә күрергә мөмкин. Алдында усағы янып торған, янында кейек-йәнлектәре тулып йөрөгән мәмерйәне ниндәй район һынландырған, тиһегеҙ. Әлбиттә, бөрйәндәр. Күргәҙмәне тамаша ҡылған халыҡ мәмерйә янында фотоға төшөргә ашыҡты.
    Эйе, конкурсҡа бер көндә генә әҙерләнеп бөтөү мөмкин түгел. Шунлыҡтан унда ҡатнашыусылар бер көн алдан килеп, тирмәләрен ҡорҙо, тирә-яғын матурланы. Ә йыйын көнөндә иһә иртәнге сәғәт 8-ҙән тирмәләр конкурсы башланды. Жюри ағзалары конкурсты тирмәләрҙең йыйыштырылышы, милли аш-һыу һәм халҡыбыҙҙың төп кәсеп-шөғөлдәренең сағылышы буйынса баһаланы. Шулай уҡ баһалама ағзаларына тирмә хужалары халҡыбыҙҙың бер йолаһын сәхнәләштереп күрһәтте. Бигерәк тә Хәйбулла районы вәкилдәренең Әхмәтзәки Вәлидиҙе Төркиәгә оҙатыу мәлен күрһәткән тамашаһы халыҡта ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Жюри ағзалары ла уны бик юғары баһаланы.
    Шулай итеп, тирмәләр конкурсында гран-приға Ейәнсура районы тирмәһе лайыҡ булды. Уларҙың тирмә ихатаһын тулыһынса һәм дөрөҫ итеп файҙаланыуын башҡаларға үрнәк итеп ҡуйырлыҡ. Бер генә лә буш урын юҡ, һәр ерҙә халҡыбыҙҙың көнитмеше сағыла. Беренсе урынды хаҡлы рәүештә Хәйбулла, Ишембай, Әбйәлил райондары тирмәләре алды. Икенсе урынға биш тирмә лайыҡ булды, тағы ла туғыҙ тирмә өсөнсө урын менән баһаланды.

    Сажиҙә ЛОТФУЛЛИНА.

    Розалия Солтангәрәева, филология фәндәре докторы, профессор, сәсәниә, тирмәләр конкурсының жюри ағзаһы:– Йылдан-йыл конкурста ҡатнашыусы район-ҡалаларҙың үҙ тирмәләрен төрлөләндереү, байытыу йәһәтенән ҙур эш башҡарыуын күрәбеҙ. Конкурсҡа ижади ҡарайҙар, ижади фекерләп әҙерләнәләр. Заманса элементтар индереү, замандың көнүҙәк проблемаларын күрһәтергә тырышыу күренә, ҡул эштәре, йолалар, ырыуҙар тарихы сағылыш таба.
    Һәр ихатаға ингән һайын, һоҡланыуҙан «аһ» итеп ҡалаһың. Шул тиклем фантазия! Ихаталарҙы кәртәләп алыуҙа ғына ла ниндәй генә алымдарҙы ҡулланмайҙар: уларҙы ситән итеп үрһендәрме, ат, кәрәҙ рәүешендә эшләһендәрме. Башҡорт милләтенә, мөхитенә ҡағылышлы символика киң файҙаланылған. Хатта халыҡ өсөн иң мөһиме конкурста ҡатнашыу, урын алыу ҙа түгел, ә оло сараға үҙ өлөшөн индереү, байрамда ҡатнашыу. Улар үҙҙәренең илһөйәрлеген, гражданлыҡ позицияһын күрһәтергә тырыша. Шулай уҡ төрлө милләт вәкилдәренең ошо конкурста берҙәм ҡатнашыуы ҡыуандырҙы. Әлбиттә, тирмәләр буйынса иҫкәрмәләр ҙә булды. Бигерәк тә ерҙе ҡаҙып күл эшләп, себештәр, балыҡтар ебәреүҙәре күңелде ҡырҙы. Беҙҙең халыҡ бер ҡасан да ергә теймәгән. Ер улар өсөн изге булған. Бындай тирмәләргә баһаларҙы әҙерәк төшөрөргә тура килде. Дөйөм алғанда, конкурс йылдағыса бик ғәҙел баһаланды.


    Батыр егеттәр, сая ҡыҙҙар Торатау ерен данланы
    Бил бирмәне башҡорт батыры!

    «Салауат йыйыны – 2010» фольклор байрамы матур конкурстарға бай. Республикабыҙҙың иң талантлы егет-ҡыҙҙарын туплаған «Са­лауат йыйыны» батыры» һәм «Сая ҡыҙҙар» бәйгеләренә әҙерлек айҙар буйы бара. Йәштәр байрам үтәсәк изге Торатау еренә алдан уҡ йыйылып, үҙҙәрен сәхнәлә лайыҡлы тоторға, спорт ярыштарында һынатмаҫҡа өйрәнә.
    Торатауҙа – гүзәл байрам, Дуҫлығыңа, халҡым, хайран ҡалам!
    – Торатауҙы шул тиклем үҙ иттек, бында нисектер күңелгә йылы. Бәйгегә үҙ-ара дуҫлашып, кәңәшләшеп әҙерләндек, һәр кемдә ярыш сәме булһа ла, лайыҡлылыр ғына еңеп сығасаҡ. Был изге рухлы ерҙә башҡаса булыуы ла мөмкин түгел! – ти конкурсанттар.
    Миңә ҡалһа, «Салауат йыйыны» батыры» – оло байрамдың төп бәйгеһе. Милли батырыбыҙҙың ҡоронда батыр исемен алыу яуаплы ла, ғорурланырлыҡ та еңеү ул!
    Конкурста ҡатнашыусы егеттәр­ҙең үҙҙәре әйтеүенсә, бер юлы артист та, спортсы ла булыу еңелдән түгел. Тик шуны яҡшы беләбеҙ: Салауат Юлаев майҙан батыры, көрәшсе, яугир ғына түгел, сәсән телле шағир-импровизатор ҙа булған! Шуға ла егеттәр батыр исеменә тап төшөрмәҫлек итеп көс һынашты. Һәр ҡатнашыусы ижади оҫталығын да, сәсән телле булыуын да, физик яҡтан әҙерлеген дә күрһәтә алды. Шулай ҙа бәйге булған ерҙә кемгәлер бил бирергә, ә кемгәлер еңеү шатлығын кисерергә тура килә.
    «Салауат йыйыны» батыры» конкурсында өсөнсө урынды Стәрлетамаҡтан Азамат Һөйәрғолов менән Әбйәлилдән Фәнис Мусин яуланы. Икенсе урын да еңел бирелмәй – Ишембай районынан Айсыуаҡ Ғөбәйҙуллин менән Бөрйәндән Илнур Ҡолдобаев был ярышта лайыҡлы урындарын алды. Беренсе урынды яулаусы Баймаҡ батыры Иҙел Аралбаев сағыу сығышы менән иҫтә ҡалды. Ә бына гран-при Сибай ҡалаһын республикаға данлаусы егет – Илшат Ғазинға бирелде. Афарин, егеттәр! Әлеге конкурс тамаша ғына түгел, тәүәккәллек, әүҙемлектең бер сағылышы ла!
    – Дөрөҫөн генә әйткәндә, еңеү еңел бирелмәне. Тик ошондай бәйгелә «батыр» исемен алыу – ғорурлыҡ. Батыр рухына тап төшөрмәҫлек итеп йәшәйәсәкмен! – тип ҡыуандырҙы Илшат. Сығышы менән Бөрйән районынан булған егет әле Сибай ҡалаһындағы юғары уҡыу йортонда уҡып йөрөй, көрәшсе, бейеүсе.

    Наҙлы ла, сая ла һин, башҡорт ҡыҙы!
    Торатауҙа – гүзәл байрам, Дуҫлығыңа, халҡым, хайран ҡалам!
    Матур милли кейемдәре менән күҙҙең яуын алып торған ҡыҙҙарҙан саҡ ҡына ситкәрәк китеп, егеттәр менән һөйләшәм:
    – Әйтегеҙ әле, ҡыҙҙар сая булырға тейешме, әллә уларға наҙлылыҡ нығыраҡ килешәме?
    – Наҙлы ғына булһалар, шәберәк инде! – ти бер бәһлеүән егет.
    – Ю-юҡ, нишләп, беҙҙең ҡыҙҙар бер үк ваҡытта сая ла, наҙлы ла булырға тейеш, – ти икенсеһе. – Башҡорт ҡыҙҙары бит улар!
    – Ысынлап та, ҡыҙҙарыбыҙ үҙенең аҡыллы һүҙен әйтә белергә, кәрәк була ҡалһа, ырыуының намыҫын яҡлап сығырлыҡ булыр­ға тейеш!
    – Тик шулай ҙа, егеттәр, әйҙәгеҙ, ҡыҙҙарыбыҙҙың иңенә ул тиклем яуаплылыҡ һалмайыҡ, кәрәк булһа, улар былай ҙа һынатмаҫ.
    Ярай, ошондай матур фекерле, тәүәккәл егеттәр булғанда, милләт яҙмышы өсөн күңел тыныс, ҡыҙҙар янына барайыҡ.
    Ә ула-а-р! Бер-береһен уҙҙырып, өҙә баҫып бейейҙәр, тулҡынлана-тулҡынлана уҡ аталар, һөңгө сойорғоталар. Йор һүҙҙәре, күңелле көлөшөүҙәре менән тирә-яҡты күркәм бер тамашаға әйләндергәндәр. Бер-береһенә шул тиклем йылы мөнәсәбәттә улар, әйтерһең дә, үҙ-ара ярышмай­ҙар! Жюри ағзалары ҡыҙҙарҙы берәм-берәм сәхнәгә сығарып, бүләкләй башлағас та, ҡыуанышып, бер-береһен ҡотлай­ҙар, йыуаталар...
    «Сая ҡыҙҙар» конкурсында өсөнсө урынды Баймаҡ районы һылыуы Нурсилә Фәхретдинова, Стәрлетамаҡ ҡалаһы намыҫын яҡлаусы Юлиә Шаһиева һәм Стәрлебаш районынан Айһылыу Хөбөтдинова яуланы. Афарин, ҡыҙҙар! Икенсе урынды ике Резеда – майҙандың хужабикәһе – Ишембай районы гүзәле Резеда Хәсәнова менән Учалы районынан Резеда Жамалова бер кемгә лә бирмәне.
    Саялығы менән дә, тапҡыр һүҙе менән дә башҡаларҙан айырылып тороусы Сибай ҡалаһы ҡыҙы Рәзилә Әбделғәзина беренсе урынға сыҡты. Моғайын, Сибай ҡалаһы, ғөмүмән, көньяҡ райондар халҡы Рәзиләнең сығышын ғорурлыҡ менән күҙәткәндер. Ул, ысынлап та, ҡаланың ғына түгел, тотош республиканың йөҙөн асып бирерлек итеп сығыш яһаны.
    «Салауат йыйыны – 2010» фольклор байрамында ойошторолған «Сая ҡыҙҙар» конкурсының «таж»ын кейеү бәхете Гөлнара Мөхәмәтшинаға эләкте. Тап Мәләүез райо­ны ҡыҙы гран-при яуланы! Бәхетенән күҙҙәре йәшләнгән ҡыҙ янына ашығабыҙ:
    – Ҡотлайбыҙ, Гөлнара!
    – Рәхмәт! Ғәфү итегеҙ инде, шул тиклем тулҡынланам... Бөтә районым халҡы, дуҫтарым, туғандарым, миңә ышаныс күрһәтеп, ошо бәйгегә сығырға ярҙам итте. Уларға, Салауат рухына булған хөрмәтем көс биргәндер инде – бына еңеп тә сыҡтым! Еңһәм, ҡыуанысымдан һикереп төшөп бейермен кеүек ине, тик әле илағы килде лә ҡуйҙысы... Ырыуымдың, районымдың данын яҡлай алыуыма сикһеҙ шатмын!
    «Салауат йыйыны» байрамы изге Торатау ерен Салауат рухына күмеп, күңелде онотмаҫ тәьҫораттарға байытып, бер тынала үтеп тә китте. Ошо йыйында үткәрелгән бәйгеләрҙә ҡатнашыусы һәр кем үҙендә Торатау мөһабәтлеген, Салауаттың көсөн тойғандыр. Ярыштар үтер ҙә китер, тик бәйгеләр уятҡан тойғолар, рух, матурлыҡ, сафлыҡ хистәре оло байрамда көс һынашҡандарға ла, тамаша ҡылғандарға ла ғүмер буйына етерлек рухи көс биргәндер!

    Лилиә СИРАЕВА.


    Салауатҡа дан йырланылар

    «Салауатты данлап» патриотик йырҙар конкурсында республиканың төрлө райондарынан йыйылған йәш йырсылар, ижади коллективтар ҡатнашты. Батырыбыҙға дан йырлаусы ярышта бөтә райондарҙан да сәхнәгә сығыусылар булыуы уғата ҡыуаныслы.
    Патриотик йырҙар конкурсында бик күп лауреат билдәләнде, кемдер – сағыу, милли рухты сағылдырыусы сәхнә кейеме, берәүҙәр дәртле йырҙары менән иҫтә ҡалды.
    Яңғыҙ сығыш яһаусылар араһында өсөнсө дәрәжә дипломды Өфө ҡалаһынан Диана Нурмөхәмәтова менән Нуримандан Илһам Хәсәнов яуланы. Икенсе дәрәжә дипломға Ишембайҙан Светлана Соколова лайыҡ булды. Был ҡыҙ сәхнәлә үҙен матур тотоуы, Салауатҡа дан йырын аһәңле итеп йырлауы менән айырылып торҙо. Беренсе дәрәжә дипломға Әбйәлилдән Вадим Папанин эйә булды.
    Ижади коллективтар араһында иң лайыҡлылар тип «Стәрлебаш бөркөттәре» ансамбле, «Өфө егеттәре» вокаль ансамбле табылды.
    Ә инде Ағиҙел ҡалаһында киң билдәле «Ноктюрн» вокаль ансамбленең сығышы беренсе дәрәжә диплом менән баһаланды.
    Л. СОЛТАНОВА.


    авторы: Нур | 15 июня 2010 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Батыр егет – ил күрке, Матур ҡыҙҙар – йорт кү ...
  • Бар халыҡты йәнә бергә йыйҙы Салауаттың ...
  • Салауатлы таңдар атҡанда
  • Янылыктар
  • Салауат йыйынына әҙерлек башланды!
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru