Көрәге булһа, сүбе табылыр.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Бәхетле инәй
  • Ниндәй автобустарҙа йөрөйбеҙ?!
  • «Паспортҡа йылдар ҡушығыҙ»
  • Бәхил бул, шағир һәм журналист!
  • Сентябрь Иҫтәлекле даталар һәм байрамдар
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Башҡорт милли хәрәкәтенең халыҡты үҫтереүҙәге һәм бергә туплауҙағы РОле Королтай
    Сығышымдың башында уҡ ике тарихи датаны иҫегеҙгә төшөрөп үтәм: улар – башҡорт халҡының бөйөк улы, билдәле ғалим-төркиәтсе, йәмәғәт эшмәкәре Әхмәтзәки Вәлиди Туғандың тыуыуына 120 йыл һәм Башҡортостан Республика­һының Дәүләт суверенитеты тураһында Декларация ҡабул итеүенең 20 йыллығы.
    Был ваҡиғалар үҙ-ара тығыҙ бәйләнгән, башҡорттар һәм Башҡортостан халыҡтары өсөн генә түгел, ә бөтә Рәсәй өсөн дә тәрән тарихи һәм символик әһәмиәткә эйә. Илебеҙҙә федерализм төҙөлөшөндә, халыҡтар­ҙың үҙбилдәләнеше идеялары үҫешендә Әхмәтзәки Вәли­диҙең роле баһалап бөткөһөҙ. Башында нәҡ ул торған башҡорт милли хәрәкәте етәкселәренең әүҙем эшмәкәрлеге һөҙөмтәһендә тәүге автономиялы республика барлыҡҡа килгән, Башҡортостан дәүләтселеге үҫешенә нигеҙ һалынған, Рәсәй Федерация­һының милли-территориаль дәүләтселеге ҡоролошо принцибы раҫланған.
    Рәсәй империяһының 1917 йылда тарҡалыуына башлыса милли ҡапма-ҡаршылыҡтар сәбәпсе икәнен дә билдәләп китеү артыҡ булмаҫ. Федерализм идеяларын тәнҡитләгән ҡайһы бер сәйәсмәндәр бөгөн был турала ниңәлер «онотҡан» булып ҡылана. Башҡорт автономияһы илдең «ярсыҡтарҙан йыйылыуы»на нигеҙ булып тороусы тарихи компромистың беренсе өлгөһө икәне хаҡында һөйләмәҫкә тырышалар.
    XX быуат аҙағында совет империяһының да милли ҡараштарҙың ҡапма-ҡаршылығы арҡаһында тап ошолай емерелеүен онотҡан булалар. Нәҡ ошо юл сатында аптырап ҡалған дәүерҙә СССР-ҙың рус булмаған халыҡтарының этник аңы әүҙемләшә.
    Егерменсе йөҙ йыллыҡтың 90-сы йылдарында коммунистик етәкселектең үҙ халҡына ҡаршы көрәше совет империяһының тарҡалыуына сәбәпсе булды, һәм беҙ илдең ниндәй хәлдә ҡалыуын күрҙек.
    Иң алдынғы интеллигенция вәкилдәрен репрессияларҙа юғалтҡан, йәберләнгән һәм дөйөм манҡортлаштырыу менән түбәнһетелгән, ырыу традицияларынан айырылған беҙҙең боронғо халҡыбыҙ совет цивилизацияһы ярсыҡтарында маҡсатлы рәүештә милли йәмәғәт ойошмалары төҙөп, үҙаллылыҡҡа ирешә алды. Тап суверенлыҡ халыҡҡа большевиктар тарафынан матди һәм рухи йәһәттән ҡыйратылған нәмәләрҙе кире ҡайтарырға тейеш ине. Әммә суверенитет – сәйәси сепаратизмдың синонимы түгел, ә ул – дуҫтар араһындағы ышаныс килешеүе.
    Был килешеү хаталарҙы бергә таныу һәм илде нығытыу өсөн берҙәм эштәр башҡарыу документы ла булып тора. Шанлы 90-сы йылдарҙа илдә, шул иҫәптән Волга буйында ла, сепаратизм идеяларының популяр булыуы сер түгел. Нәҡ шул ваҡытта, ил ҡатмарлыҡтар кисергән осорҙа, Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимов, заман федерализмының база идеяһын формалаштырып һәм яҡлап, ҡайһы бер «аҡыллы баштар»ҙы бары тик Рәсәй Федера­цияһы сиктәрендә генә халыҡты һаҡлау мөмкинлегенә ышандыра алды. Бары тик федератив һәм берҙәм Рәсәйҙә генә беҙ «большевизм машинаһы» емергән үҙ телебеҙҙе, мәҙәниәтебеҙҙе һаҡлай, тарихыбыҙҙы, традицияларыбыҙҙы тергеҙә алабыҙ.
    Беҙгә үҙ халыҡтарының үҙенсәлеген һәм ҡиммәттәрен таныған, берҙәм федератив державала үҙ милли дәүләтселегенә хоҡуғын кире ҡаҡмаусы Рәсәй кәрәк. Башҡа Рәсәйҙең булыуы мөмкин түгел!
    Һәр йорттоң нигеҙе булырға тейеш. Шунһыҙ ул серей һәм емерелә. Рәсәй фундаменты иһә – уның милли республикалар булдырған, федераль үҙәк менән үҙ-ара ышаныс­ҡа йүнәлтелгән килешеү төҙөгән күп милләтле халҡы. Үҙ-ара ышаныс үҙаллылыҡты, яуаплылыҡты тәьмин итә. Рәсәй үҫешенең нигеҙе шулай ҡоролған. Милли республика халыҡтары Конституция ҡабул итеп, үҙ аллы идара институты булдырған, үҙ иңенә ил яҙмышы, үҙенең киләсәге өсөн яуаплылыҡ алған һәм ҡуйыл­ған маҡсаттарға ирешеү алымдарын үҙ аллы хәл иткән.
    Әммә һуңғы йылдарҙа республика Президентын халыҡтың һайлау хоҡуғы тулыһынса юҡҡа сығарылды. Республика халыҡтарынан да, етәкселектән дә үҙаллылыҡ алынған, бюджеттың күп өлөшө «йотола». Бары тик яуаплылыҡтың кескәй бер билдәһеҙ остоғо ғына ҡалдырылған.
    Шуны танырға кәрәк: Рәсәй федерализмының, ҡиммәттәр системаһы булараҡ, әлегә тиклем тотороҡло позицияһы юҡ. Күптәрҙең аңында һаман да унитар, ҡәтғи үҙәкләштерелгән дәүләт тураһында фекер нығына. Ул тар ҡараштар кимәлендә лә, ҡайһы бер федераль чиновниктар башында ла «йәшәй».
    Дәүләт үҙенең унитар торошонан сыҡҡан мәлендә Рәсәйҙәге федерализмдың башланғыс осоро ысынлап та федератив булған, төбәктәр үҙаллылыҡ алып, иҡтисади ҡаҙаныштарға ирешкән. Был федераль үҙәктә ваҡытлыса көсһөҙлөк «өйәнәге» кеүек ҡабул ителгән. Әле был осор, улар фекеренсә, тамамланыу алдында. Йәш, һәләтле Президент килде, тимәк, «федерализм уйынын уйнау» етте, тип уйлай улар.
    Әммә Рәсәй өсөн федерализм сәйәси уйын, көсһөҙлөк түгел. Беҙ Америка Ҡушма Штаттары түгел, беҙҙең Рәсәй ысынбарлығы өсөн федератив дәүләтселектең милли-территориаль характеры берҙән-бер мөмкин булған вариант. Шулай ғына Рәсәй дәүләтселеген һаҡлап ҡалырға мөмкин. Рәсәйҙе милләттәрҙән тыш төҙөү тирәләй яуапһыҙ «уйындар», һис шикһеҙ, Совет-Рәсәй империяһыныҡы кеүек үк дәүләт һәләкәтенә килтерәсәк. Хәтерләүегеҙсә, беҙҙе Советтар Союзының нигеҙе – уның шәхси һыҙаттарын юғалтҡан «берҙәм совет халҡы» тип инандыр­ҙылар. Бөгөн шул уҡ емергес көстәр, берҙәм Рәсәй милләте генә илде ныҡлы итә, тип ышандырмаҡсы була. Тарих ҡабатлана! Әммә Рәсәйҙең һәр халҡының меңәр йыллыҡ тарихы милләтте һаҡлауға һәм үҫешкә тәбиғи ынтылышына бер ниндәй көс тә ҡаршы тора алмаясаяғын раҫлай.
    Беҙҙең замандың төп идеяларының береһе – халыҡтарҙың үҙбилдәләнеше принцибы. Үкенескә күрә, бөгөн беҙ Рәсәйҙең милли республикалары мәнфәғәттәренә эшләп еткермәүҙе, республикаларҙың конс­титуцион хоҡуҡтарын юҡҡа сығарыр­ға ынтылыуҙарын тоябыҙ. Милли лидерҙарға баҫым яһаусылар, милли хәрәкәттәргә «экстремизм» ярлығын тағыу күренештәре, шул иҫәптән Башҡортостанда ла, барлыҡҡа килде. Рәсәйҙе губерналаштырырға теләүселәр ҙә юҡ түгел. Суверенитет өсөн көрәшкән мәлдә яулап алынған хоҡуҡтар ғына беҙгә төбәктең социаль-иҡтисади, мәҙәни проблемаларын хәл итергә, милләт-ара бәйләнештәр үҫешенә булышлыҡ итте, Башҡортостанды илдең тотороҡло һәм динамик рәүештә үҫешкән субъектына әйләндерҙе.
    Ошо осорҙа башҡорт халҡының ғына түгел, республикабыҙҙың барлыҡ халыҡтарының да социаль-иҡтисади, рухи торошо яҡшырҙы. Бында БР Президенты Мортаза Рәхимов һайлаған юл әһәмиәтле роль уйнай. Төплө уйланылған сәйәсәткә ярашлы, республикала хужалыҡ итеүҙең ғәҙәти, уңайлы ҡағиҙәләренән тайпылмайынса, сәйәси, иҡтисади реформалар үткәрелде. Колхоз-совхоздар һаҡланды, совет иҡтисадының иң яҡшы өлгөләре алынып, төбәктең үҙ модернизация моделе булдырылды. Бөгөн Башҡортос­тандың үҙ аллы үҫешенә 20 йыл үтеүгә ниндәйҙер һығымталар яһарға була. Һәм улар, минеңсә, һоҡландырырлыҡ!
    Рәсәй ирке өсөн рус халҡы менән иңгә-иң терәп көрәшеүсе башҡорт­тар­ҙың күп йыллыҡ тарихы шуны иҫбатлай: башҡорт халҡы үҙенә етәксе һайлағанда яңылышмай. Был һуңғы егерме йыл эсендә сәскә атҡан туған республикабыҙ миҫалында күренә. Үкенескә күрә, әле федераль киң мәғлүмәт саралары республикаға «варяг» (IX – X быуаттарҙа талау һәм һатыу итеү маҡсатында Көнсығыш Европаға походтар ойошторған нормандарҙы борон шулай атағандар) тәғәйенләү хаҡында сәйәси һүҙ ҡуйырта. Был, тәү сиратта, халыҡтың үҙәк матбуғат баҫмаларына ғына түгел, ә федераль власть органдарына ла ышанысы ҡаҡшауға килтерҙе.
    Халыҡтың уй-кисерештәрен йыш ҡына ишетмәмешкә һалышыу, сәйәси эксперименттар «сабырлыҡ һауыты»ның ашып түгелеүен тиҙләтә. «Варяг» тигән һүҙ генә лә ытырғаныу тыуҙыра. Башҡорттар һәр ваҡыт үҙенә лидерҙарҙы, етәкселәрҙе үҙе һайлаған һәм бының өсөн яуаплылыҡ хисе тойған.
    Уңышлы үҫеш нигеҙе – башҡорт халҡының ышанысын яулау, етәксенең халыҡ таянып һайлаған һөнәри, шәхси сифаттары.
    Шуны ла ҡыуанып билдәләргә мөмкин: ил Президенты Дмитрий Медведев милли республикаларҙа президенттарҙы һайлауҙы кире ҡайтарыу мөмкинлеген әйтте. Илде көрсөктән сығарыу өсөн беҙ ҙә, үҙ етәкселәребеҙҙе һайлау ысулына күсеү кәрәк, тип иҫәпләйбеҙ.
    450 йыл буйына беҙҙең ата-бабаларыбыҙ Рәсәй азатлығы өсөн ҡан ҡойған һәм башын һалған. Беҙҙе сепаратизмда һәм экстремизмда ғәйепләп маташҡан хәҙерге федераль сәйәсмәндәргә тағы ниндәй дәлилдәр кәрәк?! Тарихыбыҙҙы, мәҙәниәтебеҙҙе, милли батырҙарыбыҙҙы мыҫҡыллауҙы туҡтатыу өсөн беҙ тағы нимә эшләргә тейешбеҙ? Ҡасанға тиклем федераль чиновниктар ауыҙынан сыҡҡан ялалар Вәлидиҙең Рәсәйгә һәм үҙ халҡына тоғролоғо тураһында халыҡ хәтеренән һәм фекеренән көслөрәк булыр? Ә ни өсөн беҙ үҙ Президентыбыҙҙы һайлай алмайбыҙ?
    Тарихтан беләбеҙ: Рәсәй өсөн ҡатмарлы һәм һәләкәтле осорҙарҙа уны халҡыбыҙ ҡотҡарған. 1917 йылғы революциянан һуң да шулай була. Әхмәтзәки Вәлиди менән уның көрәштәштәре милли федерализм моделен тәҡдим итеп, Рәсәйҙе тулыһынса тарҡалыуҙан аралап ҡалған. 90-сы йылдарҙа Мортаза Рәхимов килеп тыуған шундайыраҡ конфликтты булдырмаған. Киләсәктә лә беҙ федерализм позицияһынан бер аҙым да ситкә тайпылмаҫҡа бурыслыбыҙ. Тағы ла федераль сәйәсмәндәргә өндәшәбеҙ һәм үҙ халҡынан ҡурҡмауын һорайбыҙ. Үҙ халыҡтарыбыҙҙы, тимәк, Рәсәйҙе лә, һаҡлау – беҙҙең изге бурысыбыҙ!
    Бер генә закон да, чиновниктың бер генә ҡағыҙы ла илде беҙ һаҡлай алған кеүек һаҡламаясаҡ. Һәм беҙ, закондар артына «йәшенеп», ауыҙыбыҙҙы томалаусылар менән риза түгелбеҙ.
    Батша Рәсәйе күп хата ҡылды. Әммә беҙ ҡон ҡайтарырға йыйынмайбыҙ, бары тик батша хөкүмәтенең халыҡҡа ҡаршы алып барған сәйәсәте ҡорбандары рухына, тарихҡа, шул иҫәптән Рәсәй тарихына ихтирам талап итәбеҙ. Халыҡтың ауыҙын томалау, яңы закондар сығарып, ниндәйҙер тыйыуҙар менән ил тарихы биттәренән кемгәлер уңайһыҙ биттәр­ҙе йыртып ташлау ниәте килеп сыҡмаясаҡ! Тап беҙҙең тарихыбыҙ беҙҙе көслө итә!
    Шундай төрлөбөҙ, әммә беҙ бер бөтөн! Ошо һүҙҙәр хәҙерге Рәсәйҙең лозунгыһы булырға тейеш.
    Суверенитет үҫеше, бер-береңә ышаныс институты булараҡ, бюджет средстволарын ғәҙел бүлеүҙе күҙ уңында тоторға тейеш. Шундай һорау тыуа: төрлө кимәл бюджеттарын бүлеү халыҡ менән ниндәй килешеүҙәр төҙөп башҡарыла? Ни өсөн республика халҡы үҙе тир түгеп тапҡан һумдарының нисек һәм ни кимәлдә һөҙөмтәле тотонолоуын белмәй?
    Илде нығытыу өсөн мөһим булған бюджет төбәктәр һәм үҙәк араһында тигеҙ бүленергә тейеш, тип һанайбыҙ. Әгәр федераль бюджеттан адреслы рәүештә республиканың һәр халҡына 20 процент бүленеп барһа, ғәҙел булыр ине. Әгәр чиновниктарҙа, ил көсө – халыҡта, тигән инаныс һаҡлана икән, улар халыҡҡа инвестицияларға тейеш.
    Бөгөн беҙ Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы эшмәкәрлегенә лә йомғаҡ яһай алабыҙ. Халҡыбыҙҙың меңәр йыллыҡ тарихынан килгән традициялары беҙҙә конструктив диалог рухы тәрбиәләне. Борондан ҡорол­тай­ҙарҙа башҡорт халҡының мөһим проблемалары хәл ителгән: һуғыш һәм тыныслыҡ, йәмғиәт ҡоролошо, эске һәм тышҡы ҡаршылыҡтар. Хәҙерге ҡоролтайҙар ҙа ошо тарихи традицияларҙың дауамы булып тора.
    Беҙҙең оло форумда мәғариф системаһы тирәләй реформаға, туған телдәр торошона туҡталмау мөмкин түгел. Власть вертикале көсәйеү менән илдең мәғариф системаһының үҙәкләштерелеүе бер кемгә лә сер түгел. Федераль мәғариф һәм фән министрлығы яғынан милли мәктәптәр проблемаларына битарафлыҡ аптырата. Бөгөн оптималләштереү һылтауы менән күбеһенсә милли мәктәптәр ябыла, туған тел дәрестәре ҡыҫҡартыла. Милли-төбәк компоненты проблемаһы милли мәктәп яҙмышы ғына түгел бит, унда тотош Рәсәй яҙмышы тураһында ла һүҙ бара.
    Рәсәй Мәғариф һәм фән министрлығы социологик тикшеренеүҙәр үҙәгенең эш һөҙөмтәләре күрһәтеүенсә, 2025 йылдарға урыҫ теле үҙ позицияһын юғалтасаҡ. Чиновник­тарҙың аңһыҙлығы арҡаһында беҙҙең балалар һәм ейәндәр туған телен генә түгел, рус телен дә онотасаҡ.
    Башҡорт халҡы үҙ республикаһында башҡорт телен нығытыуға ынтылды һәм теләгенә иреште. Бөгөн ата-әсәләр, йәштәр, балалар туған башҡорт телен белеүҙең мөһимлеген аңлай. Аллаһы Тәғәләнең теләге менән башҡорттар үҙ телен барлыҡҡа килтергән, уны белә һәм беләсәк тә. Һәм беҙ, юҡҡа сығарырға тырышыуҙарына ҡарамаҫтан, быуаттар буйына ошо телебеҙҙә һөйләшәсәкбеҙ, уны балаларыбыҙға өйрәтәсәкбеҙ. Туған телде белеү генә башҡортто башҡорт итмәй. Ни өсөн тигәндә, башҡорт, тәү сиратта, һалҡын аҡыл, ҡыйыу йөрәк һәм әсә һөтө менән ингән рух азатлығына ынтылыш!
    Дәүләт белем биреү стандартынан төбәк компонентын ҡыҫҡартыу башҡорт теленең позицияһын тулыһынса көсһөҙләндерә алмаясаҡ. Был иң тәүҙә төбәктәрҙә йәшәүсе аҙ һанлы халыҡтар өсөн хәүефле. Әле Башҡортостаныбыҙҙа украин, мари, сыуаш, латыш һ.б. телдәр өйрәнелә. Милли компонент булыуы арҡаһында ғына был халыҡтарҙың йәш быуыны үҙ телендә уҡыу мөмкинлегенә эйә.
    Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы йәштәр менән бәйләнештәрҙе нығыта, шул юҫыҡта Беренсе йәштәр ҡоролтайы ла ойошторолдо. Киләсәкте йәштәрһеҙ күҙ алдына ла килтереп булмай.
    Бөгөнгө заманда интернет ҙур роль уйнай. Башҡорт сайттары ла барлыҡҡа килде, әммә уларҙы үҫтерәһе бар. Шуға ҡарамаҫтан, бөтә донъя селтәрендә башҡорт халҡының көнүҙәк проблемалары хаҡында дискуссиялар бара. Башҡорт дөйөм милли интернет-форумы төҙөү идеяһы күптән өлгөрөп етте, тип уйлайым.
    Беҙҙе йәштәребеҙҙең дингә ылығыуы шатландыра. Был, һис шикһеҙ, өмөт уятыусы күренеш. Традицион Ислам позициялары тергеҙелә бара, дин әһелдәре араһында йәш башҡорт лидерҙары күбәйә. Шул уҡ ваҡытта ҡайһы бер федераль киң мәғлүмәт сараларының бөтә мосолмандарҙы насар яҡтан күрһәтеүҙе, хатта беҙҙең республикала «ислам экстремизмы» эҙләүҙе маҡсат итеп ҡуйыуы һиҫкәндерә.
    Башҡорт халҡының көнүҙәк проб­лемалары тураһында һөйләгәндә, уның социаль-иҡтисади хәленә туҡталмау мөмкин түгел. Финанс көрсөгө, федераль үҙәктең өҙлөкһөҙ барған реформалары шарттарында башҡорттарҙың, бигерәк тә ауылда йәшәгәндәрҙең хәлен ҡәнәғәтләнерлек, тип булмай. Был юҫыҡта эш алып барыу мотлаҡ.
    Иҡтисадтың сәнәғәт һ.б. өлкәләрендәге социаль үрҙәргә башҡорттарҙы урынлаштырыу һаман да әкрен бара. Бәләкәй һәм кесе эшҡыуарлыҡта ла милләттәштәребеҙ әҙ.
    Аҫаба башҡорттар күпләп йәшәгән райондарҙа шәхси милекте һатып алыу күренештәре йышайыу хәүефләндерә. Был тенденция рәүешен алды. Башҡорттарҙа менталитет үҙенсәлектәренә бәйле милли кәсептәр, милли бизнес булдырыу насар бара.
    Быйыл үтәсәк Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу акцияһына ла иғтибарығыҙҙы йүнәлткем килә. Беҙгә республикала был сараға етди әҙерләнергә, ҡайһы берәүҙәргә уны сәйәсиләштереүгә, иҫәп алыу барышын боҙоп күрһәтеүгә юл ҡуймаҫҡа кәрәк.
    Фальсификация мөмкинлеге тураһында киң мәғлүмәт сараларында сығыш яһап, республика эсендә хәлде тотороҡһоҙландырырға теләүсе сәйәси төркөмдәр ҙә юҡ түгел. Бындай материалдарҙағы бөтә нәмә ике туғандаш халыҡ араһын боҙоуға, тарихи үҫешендә ике халыҡтың үҙ-ара мәнфәғәттәрен таныуҙы булдырмауға йүнәлтелгән. Үкенескә күрә, хоҡуҡ һаҡлау органдары шундай йәмәғәт ойошмаларына иғтибар итмәй.
    Башҡорт халҡы манҡортлоҡ төйәге түгел, беҙ башҡорт булыуҙың ғорурлыҡ икәнен анлайбыҙ.
    Башҡорттар үҙ тарихи үҫешенең яңы һыҙатына етте. Булған проблемаларға ил патриоттары битараф ҡалмаҫлыҡ яңылары өҫтәлде. XXI быуат үҙ шарттарын ҡуя. Беҙ ошоно иҫәпкә алып, тәғәйен ҡарар ҡабул итергә бурыслыбыҙ. Шуларҙың береһе – милли дәүләтселекте һаҡлап алып ҡалыу, ата-бабаларыбыҙ ҡан ҡойоп, ҡорбандар биреп яулаған милли-территориаль автономия форматының ҡаҡшамаҫлығы проблемаһы. Рәсәйҙең дәүләт булараҡ ҡоролошонда башҡорт халҡының ролен шик аҫтына алыу мөмкин түгел. Ата-бабаларыбыҙ үҙ анттарына тоғролоҡ һаҡлаған, башҡорт менталитеты рустар һәм илдең башҡа халыҡтары менән күп быуаттар аралашып йәшәү һөҙөмтәһендә формалашҡан.
    Беҙгә, федераль үҙәк артабан төҙәтеүе ауыр буласаҡ хаталар яһамаҫҡа аҡылы етер, Евразия Рәсәйе этностарының ябай ғына милли һәм мәҙәни мәнфәғәттәрен күҙ уңында тотор, тип өмөтләнергә ҡала. Башҡорт халҡы тарихында ҡатмарлы осорҙар булған, әммә ул һынмаған. Әлеге һынауҙарҙан да халҡым, тарихта бер нисә тапҡыр булғанса, намыҫ менән, үҙ көсө менән сығыр, тип ышанам.

    (Доклад бер аҙ ҡыҫҡартылды).
    авторы: Нур | 22 июня 2010 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Заманса федерализм ниндәй булырға тейеш?
  • Федератив мөнәсәбәттәрҙе көйл ...
  • МИЛЛӘТТӘР КЕМГӘ ҠАМАСАУЛАЙ
  • «Төп бурысыбыҙ – Башҡортостан халыҡтарының ми ...
  • Һәр бала туған телендә белем алырға хоҡ ...
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru