Еләк берәмләп йыйыла.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Яңылыҡтар
  • Эш солтаны
  • [b]ИҒлан[/b]
  • Ҡояш кеүек, ул ергә белем-нур сәсә!
  • Сабый бишектән тәрбиәләнә
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Йөрәктәргә инде моң булып Королтай
    lll Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башланыу уңайы менән Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында «Йөрәктәрҙә ҡалды моң булып» тип аталған музыкаль драма күрһәтелгәйне. «Башҡортостан» гәзитендә күренекле драматург Наил Ғәйетбаев биргән интервьюны уҡығас, тамаша көнөн йөрәкһеп көтөп алдым. Халҡы өсөн йәнен фиҙа ҡылған ялҡынлы шағир Шәйехзада Бабич тураһындағы тамашаны тиҙерәк күргем килде. Үткән быуат башында күпме ҡыҙҙы ғашиҡ иткән, Өфө, Троицк, Ырымбур һәм башҡа тарафтарҙы үҙенең ялҡынлы сығыштары, мәрәкә һүҙҙәре менән тәгәрәткәнсе көлдөрөп таң ҡалдырған уникаль кеше бит ул! Башҡорт халыҡ йырҙарын йырлап, ҡурай моңон тыңлап күңеле тулған, бер мандолинаһы аша тотош оркестр тауышы бирә алған тиҙәр бит уны. Әлеге көндә даһи Бабичты сәхнәлә уйнай алырлыҡ кеше юҡтыр кеүек. Ҡабатланмаҫ үҙенсәлекле шәхес икәнлеге шунан да күренеп тора.
    Бына шундай уйҙар менән филармонияға юл тоттом. Көлкө оҫтаһын күрер өсөн Темәстәге Бабич театрына заманында тирә-яҡ ауылдарҙан бала-сағаларын арбаға тейәп килер булғандар. Мин дә тамашаға ашҡын­ған йәшен-ҡартын күҙ алдына килтереп: «Килде бит һинең заман, Бабич!» – тип ҡыуанып, йылмайып ҡуйҙым. Драмаға музыка яҙған Нур Дауытов, проекттың етәксеһе Вәкил Йосопов һәм БР Театр эшмәкәрҙәре союзы рәйесе Әхтәм Әбүшаһманов менән иҫәнләшкәндән һуң тамаша залына үттем. Бәй, халыҡ бигерәк аҙ күренә бит! Баҡсалалыр, тиһәң – эш көнө. Уҡыусылар, студенттар каникулға китеп өлгөрмәгән. Быны нисек аңларға, бөйөк шәхесте һанға һуҡмаумы, сәнғәт яңылыҡтарына битарафлыҡмы?..
    Күпмелер ваҡыт үткәс, Ҡоролтай делегаттары әле генә эшен тамамланы, килергә вәғәҙә бирҙеләр, бер аҙ ғына көтәйек инде, тип сәхнәнән иғлан иттеләр. Шәйехзада Бабич тәүге Ҡоролтайға арнап, ниндәй көслө шиғыр яҙған. Музыкаль драма ҡунаҡтар өсөн шәп бүләк буласаҡ икән, тип һөйөндөк. Ләкин ишектән инеүсе кеше күренмәне, бер сәғәттән һуң сибайҙар тамашаны башлап ебәрҙе.
    Барыһы ла Бабич теләгәнсә барҙы – йыр-моң, бейеү, шиғырҙар береһен береһе алмаштырып ҡына торҙо. Шағир ролен Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Баязит Байназаров, Алмагөлдө – Сөмбөл Моратова, Миңлекәйҙе – Луиза Кәримова, Хатип Кәбирҙе – Ғаяз Ғәйетбаев, Зеленков ролен Рөстәм Хәсәнов, конферансье ролен Раушан Ниязғолов башҡарҙы. «Сибай» бейеү ансамбленең өҙҙөрөп бейеүе, «Тархан» фольклор-эстрада төркөмөнөң йырлауы халҡыбыҙҙың мәңге һүнмәҫ дәртен, моңон, эске уй-кисерештәрен тамашасыға еткерҙе.
    Тамашаның режиссеры – Сибай дәүләт филармонияһының художество етәксеһе Нәсимә Ғиззәтуллина ҡатмарлы, ауыр, яуаплы эште уңышлы башҡарып сыҡҡан. Музыкаль драмала барыһы ла бар – Бабичтың ҡиблаһын эҙләп өҙгөләнеүҙәре, һыҙланыуҙары ла, милләтенә азатлыҡ, бәхетле тормош өмөт итеп ҡанатланыуҙары ла, икеләнеп, күңел төшөнкөлөгөнә бирелеүҙәре лә... Шағир образы нисек булған, шулай күҙ алдына баҫа. Йәштәрҙе иртә өлкәнәйткән хәтәр замандар булған. Ил өҫтөнә ябырылған ҡыҙыллы-аҡлы дауыл-ғәрәсәткә рух ныҡлығы арҡаһында ғына ҡаршы торолғандыр...
    Был сәхнә әҫәрендә һүҙ, шиғыр беренсе урынды биләргә тейеш булғандыр. Шағир күбеһенсә фекерен йыр аша еткерә. Ҡолаҡ тондорғос көйгә күмелгән һүҙҙәрҙең айышына тамашасы төшөнөп өлгөрмәй. Көйгә һүҙ юҡ, ул бик матур яҙылған. Был бары тик тауыш режиссерының хилафлығы, техник хата. Тауышты самалап, көйләп булмаймы һуң? Микрофондан артистың ышылдап тын алғаны ла ишетелгәс, нимә була инде ул! Бейеүселәр ҙә бейеүен шымартып өлгөрмәгән. Бер егеттең яңылыш баҫыуы, күршеһенә ҡарап хәрәкәтләнеүе күҙгә ташланды. Ул да оҫтарып китер, әлбиттә. Яңы әҫәр, тәүге сығыштар бит. Тулҡынланыу ҙа барҙыр. Иң мөһиме – бөтә артистарҙың да йөҙөнән ихласлыҡ бөркөлөп торҙо. Улар үҙ ролдәрен яратып, күңел биреп башҡарҙы.
    Халыҡ концертҡа, театрға һүлпән йөрөй, тигән һүҙҙәрҙе һуңғы ваҡытта йыш ишетергә тура килә. Бөгөнгө тамашаға ла Бабичтың яҙмышы, шиғриәте менән ҡыҙыҡһыныусылар күпләп килергә тейеш ине. Билет һатып алырға ла кәрәкмәй, бушлай индерҙеләр! Башҡорт мәктәптәрендә, юғары уҡыу йорто коридорҙарында, ятаҡтарында афишалар элеүле торһа, йәштәр килмәҫ инеме ни?

    Тәнзилә ДӘҮЛӘТБИРҘИНА, Ш. Бабич исемендәге дәүләт йәштәр ­премияһы лауреаты.
    авторы: Нур | 10 июля 2010 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Оло йыйынға арналған тамашаларға рәхим итегеҙ
  • III Бөтә донья Башҡорттары Ҡоролтайына арналғ ...
  • Моңландырҙың,
  • Хуш киләһең, фестиваль!
  • Шәйехзада Бабич исемендәге Башҡорт дәүлә ...
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru