Тел, аралашыуҙың бер ысулы булараҡ, кешелек тормошонда иң мөһим роль уйнай. Ысынлап та, һөйләшергә өйрәнеп кенә кешеләр бер-береһе менән аралаша ала, коллективта йәшәү өсөн кәрәкле тормош тәжрибәһе туплай – үҙҙәрен йәмғиәттең, милләтенең тулы хоҡуҡлы шәхесе итеп тоя. Әлбиттә, уртаҡ тел генә бөтә халыҡтарҙы ла бер милләткә берләштерә алмай. Һәр халыҡтың үҙенең тарихы, мәҙәниәте, рухи ҡиммәттәре, теле бар. Телдә, көҙгөләге һымаҡ, теге йәки был халыҡтың күңеле, уның рухи донъяһы асыҡ сағыла. Шуның өсөн дә төрлө дәүләттәрҙә йәшәгән бөтә халыҡтар ҙа үҙҙәренең телен һаҡлау, үҫтереү, пропагандалау өсөн күп көс һала. Халыҡ яҙмышы менән тел яҙмышы айырылғыһыҙ. Береһе бөтһә, икенсеһе лә юғала. Илбаҫарҙар һәм тирандар баҫып алған илдә иң тәүҙә милләттең уҡымышлы кешеләрен үлтергәндәр, китаптарҙы яндырғандар, телдәрен бөтөрөргә тырышҡандар. Был кешеләрҙе аптырашта ҡалдырған, киләсәккә булған өмөттәрен һүндергән, көсһөҙләндергән. Александр Македонский, Сыңғыҙ хан, фашистар шулай эшләгән.
|