Алйоттоң эше булмаҫ, ялҡауҙың ашы булмаҫ.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • һорау-яуап
  • Йөҙ йәшендә лә һикереп төшөп бейерлек
  • Йәштәр, һеҙҙе байрам менән!
  • Балыҡҡа йөрөгән һайын сәм арта
  • Шәхси хужалыҡ
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Сәләм бирҙек һиңә, Башҡорт иле, һағынып та ҡайттыҡ тағы һине! Королтай

    Андраш БИРО, Венгрия ҡунағы, тарихсы-этнолог:
    – Мине Өсөнсө Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына саҡырыуҙарына шатмын. Башҡортостанда быға тиклем ике тапҡыр булғайным. Әлеге ҡорға йыйылыу бик әһәмиәтле.
    Боронғо мадъярҙар менән башҡорттар бергә йәшәгән. Беҙҙең ата-бабаларыбыҙҙың теле лә оҡшаш, йәшәү рәүеше лә, мәҙәниәттәре лә. Шулай уҡ Венгрияла ла ҡоролтайға йыйылабыҙ. Үҙебеҙҙең телде, мәҙәниәтте килер быуындарға тапшырырға тейешбеҙ. Шул саҡта халыҡ (был һүҙҙе саф башҡортса әйтте венгр-уңғар туғаныбыҙ. – Авт.) көслө буласаҡ.
    Тиҙҙән, бая әйткәнемсә, беҙҙә лә ҡоролтай уҙасаҡ. Унда Башҡортостан делегацияһын да көтәбеҙ, улар төп ҡунаҡтар рәтендә буласаҡ, әлбиттә.

    авторы: Нур | 12 июня 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    «Хаттин ашҡан аҡсаға ла Милләтемде һатмайым!» Королтай

    Һин ҡот булып килдең, ҡоролтай!
    Төклө булһын аяғың.
    Башҡортома хеҙмәт итеү
    Булһын һинең маяғың.

    авторы: Нур | 12 июня 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Һәр БЕРЕһЕНДә етди мәсьәләләр ҡаралды Королтай

    Өсөнсө Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайында халҡыбыҙҙы борсоған көнүҙәк мәсьәләләрҙе ҡараған 11 секция эшләне
    «Башҡортостан Республикаһының яңы иҡтисади үҫеш шарттарында ер менән файҙаланыу проблемалары» секцияһына бөтәһе йөҙҙән ашыу делегат һәм ҡунаҡ килде. Әлбиттә, халыҡ, этнос тураһында һүҙ йөрөткәндә, иң тәүҙә милекте ҡайғыртырға кәрәк. Милке булмаған халыҡтың рухы ла, теле лә, дәүләте лә булмаясаҡ. Шуға ла ер мәсьәләләрен хәл итеү Ҡоролтайҙа күтәрелгән төп проблема булды. Ер менән файҙаланыу мәсьәләләре үҙенең эсенә бик күп йүнәлеште ала, унда ауылда йәшәгән халыҡтың матди хәле, урман-йылғаларыбыҙҙың яҙмышы ла сағылды.

    авторы: Нур | 12 июня 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Йәштәр тарихҡа һәм киләсәккә битараф түгел Королтай

    Йәштәр тарихҡа һәм киләсәккә битараф түгел
    III Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы сиктәрендә үткән Беренсе йәштәр ҡоролтайында республика ҡала һәм райондарынан, Рәсәй төбәктәренән, сит илдәрҙән 710 делегат ҡатнашты. Мөһим сараға иң күп делегаттар Силәбе, Омск, Һамар, Пермь өлкәләренән, Ханты-Манси Автономиялы Округынан һәм Мәскәү, Санкт-Петербург ҡалаларынан килгәйне. Уларҙың социаль ҡатламына күҙ һалһаҡ, күбеһен сәнәғәт предприятиелары, ауыл эшсәндәре, дәүләт хеҙмәткәрҙәре, ижади һәм техник интеллигенция вәкилдәре тәшкил итә. Араларында ун биш йәш ғалим, ике йөҙ илле юғары уҡыу йорто студенты бар ине.

    авторы: Нур | 12 июня 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    «маҡсатЫБЫҘ – милләтте туплау, яңыртыу һәм төрлө яҡлап үҫтереү» Королтай

    «маҡсатЫБЫҘ – милләтте туплау, яңыртыу һәм төрлө яҡлап үҫтереү»
    – Тыуған Башҡортостаныбыҙ, сал Урал тауҙары йырҙарында данлап йырланған, шаулап урмандар үҫкән, икһеҙ-сикһеҙ далалары йәйрәп ятҡан, саф һыулы йылғалары сылтырап аҡҡан боронғо төбәгебеҙ һеҙҙе шатланып ҡаршылай. Шәйехзада Бабич әйтмешләй, «шунда тыуған, шунда үҫкән башҡорт атлы арыҫлан».
    Тарих юлдары ҡатмарлы, ул тигеҙ генә аҡмай. Башҡорт халҡы быуаттар буйына үҫеше барышында күпте күргән, күпте кисергән, бик күп нәмәгә өлгәшкән.
    Быуаттар дауамында башҡорттар иң мөһим мәсьәләләрҙе ҡоролтайҙа тикшергән. Ата-олатайҙар васыят итеп ҡалдырған ҡоролтайҙар милләтте берләштереүҙең мөһим бер формаһы булып торған, килешеп, ҡарарҙар ҡабул итеү өсөн уның иң яҡшы вәкилдәрен йыйған.

    авторы: Нур | 12 июня 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Истиҡбал Королтай

    Шәйехзада БАБИЧ
    (Оло Башҡортостан ҡоролтайына
    килгән вәкилдәргә)
    Әссәләмәғәләйкүм, ысын ихластан!
    Тулҡындар, ташып сығып, баштан ашҡан,
    Күңелдә балҡып янған матур хыял

    авторы: Нур | 10 июня 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    10 – 12 июндә Өфөлә III Бөтә донЪя башҡорттары ҡоролтайы үтә Королтай

    Беренсе Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы 1995 йылдың 1 – 2 июнендә үтә. Унда республиканан, Рәсәй төбәктәренән, БДБ илдәренән, Италия, Венгрия, Ҡытай, Перу, Япония, АҠШ, Швейцария һ.б. алыҫ сит илдәрҙән барлығы 800 самаһы делегат һәм ҡунаҡ ҡатнаша. Секциялар темаһы, башлыса, Башҡортостан суверенитетын нығытыуға, яңы иҡтисади мөнәсәбәттәргә, һаулыҡ, ғаилә, балалыҡты яҡлау мәсьәләләренә, башҡорт теле, этностың проблемаларына, йәштәр тормошона ҡағыла.

    авторы: Нур | 10 июня 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Эшҡыуарлыҡ еңел бирелмәй Королтай

    Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ мәсьәләләре дәүләт кимәлендә быға тиклем дә етди иғтибарға алынып килә. Был аңлашыла ла – эшҡыуарлыҡ тармағын үҫтереүҙе заман үҙе талап итә. Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡтың кимәле туранан-тура халыҡтың иҡтисади хәленә, ябайлаштырып әйтһәң, «кеҫә»һенә йоғонто яһай.

    авторы: Нур | 10 июня 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru