Бармағыңа аң килһә, һәнәреңә дан килер.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Беҙ Молдавияла ла булырға тейешбеҙ
  • «Йәшел ҡалҡан»ға һаҡсыл мөнәсәбәт булырға тейеш»
  • Яңылыҡтар
  • Балаларҙың ялы ял булһын
  • Бер стакан еләк – 60 һум
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Ер булһа, милләт тә буласаҡ Королтай

    Башҡорттар борон-борондан халыҡты борсоған төп мәсьәләләрҙе, ҙур йыйын­ға тупланып, кәңәшләшеп хәл иткән. Был матур йола бөгөн дә көнүҙәклеген юғалтмаған, шуға ла Башҡортостан Респуб­ликаһында яңы иҡтисади үҫеш шарттарында ерҙән файҙаланыу проблемалары III Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайында ҡаралған мөһим мәсьәләләрҙең береһе буласаҡ.

    авторы: Нур | 10 июня 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Ҡоролтайға ҙур теләк Королтай

    Дуҫлыҡ ҡаяларын күрге килә,
    Урал тауҙарынан аштырып.
    Ер шарында дуҫлыҡ яулау өсөн
    Башҡорттарҙың донъя баш ҡоро.

    авторы: Нур | 10 июня 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Өсөнсө Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы программаһы Королтай

    10 июнь (кесе йома)
    8.00 – 11.00. Өсөнсө Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы делегаттарын һәм ҡунаҡтарын ҡаршылау.
    9.00 – 9.30. Делегациялар вәкилдәренең кәңәшмәһе. БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай йорто.
    10.00 – 12.00. Ҡоролтай делегаттарын һәм ҡунаҡ-тарҙы теркәү. БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай йорто.
    14.30 – 17.30. Пленар ултырыш. Нефтселәр мәҙәниәт һарайы.
    19.00 – 22.00. Өсөнсө Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына арналған митинг. «Башҡорт халҡына хат» исемле йәштәр концерты. Салауат Юлаев майҙаны.

    авторы: Нур | 10 июня 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Өсөнсө Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы секциялары Королтай

    1-се секция: «Рәсәй федерализмы һәм Башҡортостан Республикаһы дәүләтселегенең үҫеш перспективалары: сағыштырыу аспекты».
    Үткәреү урыны: БР Сәнәғәт, инвестиция һәм инновация сәйәсәте министрлығы (К. Маркс урамы, 3, конференциялар залы).

    авторы: Нур | 10 июня 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Башҡортостан, тиһәм, Урал ҡалҡа, Башҡорт, тиһәм, йырлай Ағиҙел... Королтай

    Башҡорттар – абстракт фекерләүгә һәләтле, зирәк аҡыллы, һөйкөмлө халыҡ, улар сиктән тыш тәьҫирләнеүсән, хыялға бирелеүсән, ҡыҙыу, ләкин тиҙ һүрелеүсән, киң күңелле һәм ҡунаҡсыл халыҡ – уларҙы тик ялҡау ғына таламай һәм иҙмәй.
    Ф. НЕФЕДОВ, урыҫ яҙыусыһы.

    авторы: Нур | 10 июня 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Рухи күпер емерелмәһен Королтай

    Даларис Имелбаев, эшҡыуар, Ялта ҡалаһы башҡорттарының «Иҙел-Урал» йәмғиәте рәйесе:
    – Мәләүез районының Түбәнге Таш ауылында тыуып үҫтем. Хеҙмәт юлымды төҙөүсе булып башланым. Яҙмыш мине йәнтөйәгемдән алыҫҡа алып китте. Симфе­рополдә юғары хәрби училищены тамамланым. 1993 йылда Ҡырымдағы башҡорттарҙы берләштереү маҡсатында «Иҙел-Урал» йәмғиәтен ойошторҙом. 2002 йылда Икенсе Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына Украина башҡорттарынан делегат булып килеү бәхете тейҙе. Бына хәҙер ҙә оло йыйынға ҡайттым.

    авторы: Нур | 10 июня 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Йәш быуынды илһөйәр итеп үҫтерәйек Королтай

    Фәнил Яманаев, РФ хәрби көстәре ветераны, рәссам, үҙешмәкәр композитор, Мәләүез районынан һайланған делегат:
    – Өсөнсө Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайында ҡатнашыу, минең өсөн ҙур ғорурлыҡ. «Башҡорт халҡының демографик үҫеш проблемалары» секцияһында ҡатнашам. Шуныһы ла ҡыуаныслы – «Урал» картиналар галереяһында ҡоролтайға арналған күргәҙмәлә лә рәсемдәрем урын аласаҡ. Сит ерҙәрҙә, диңгеҙҙә хеҙмәт итеп, тыуған яғыма ҡайтҡандан бирле әҙәби-мәҙәни сараларҙа даими ҡатнашырға тырышам.
    Күп тапҡыр Салауат батырыбыҙ образында сәхнәлә сығыш яһаным. Йәш быуында илһөйәрлек сифаттарын тәрбиәләүҙе үҙемә маҡсат итеп алғанмын. Уны рәсемдәрем, шиғырҙарым, йырҙарым аша күрһәтергә тырышам. Киләсәктә халҡыбыҙға ишәйеп, көслө, үҙ иленә тоғро милләт булып ҡалырға яҙһын. Йәштәрҙең күңеленә шуны еткерергә тейешбеҙ.

    авторы: Нур | 10 июня 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Сая, ҡыйыу, сәләмәт булайыҡ Королтай

    Хәниф Ниғмәтуллин, Салауат ҡалаһының 25-се башҡорт гимназияһы уҡытыусыһы, ҡаланың башҡорт йәштәре иттифағы рәйесе:
    – Форумдың Беренсе Йәштәр ҡоролтайында ҡатнашасаҡмын. Беҙ, йәштәр, үҙебеҙҙе борсоған мәсьәләләрҙән тыш, тотош республика өсөн мөһим булған проблемалар тураһында ла һүҙ алып барасаҡбыҙ. Маҡсаттарҙы тормошҡа ашырыу ҙа үҙебеҙҙән тора. Милләтебеҙҙең көнүҙәк проблемаларын өс көн эсендә барлап бөтөп булмай инде! Мин был йыйылышты кәңәшмә формаһында күҙаллайым. Ә һөҙөмтәһе һәр башҡорттоң рухҡа, көскә байып ҡайтып, алдағы үрҙәргә күтәрелеүе булыр тип уйлайым. Халҡыбыҙҙың көсө – уның берҙәмлегендә

    авторы: Нур | 10 июня 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru