Бер кирегә китһә, гел кирегә китер.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Еребеҙ йәмле улар менән
  • Хәҙистәр
  • Беҙ Молдавияла ла булырға тейешбеҙ
  • Йөҙ йәшендә лә һикереп төшөп бейерлек
  • һорау-яуап
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Башҡортостан Королтай

    Республика йылына һәм III Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына арнала
    Ике бөйөк ҡитға ҡосағында
    Урал атлы затлы еребеҙ.
    Сикһеҙ киңлектәрҙә йәйрәп ята
    Данлы Рәсәй – Тыуған илебеҙ.

    авторы: Нур | 10 июня 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Арҙаҡлы башҡорттар Королтай

    Әхмәтзәки ВӘЛИДИ ТУҒАН (1890 – 1970)
    Күренекле сәйәсмән һәм дәүләт эш­мәкәре, башҡорт мил­ли хәрәкәте етәксеһе. Ғалим, шәр­ҡиәтсе, төркиәт белгесе. Фәлсәфә докторы.
    1917 йылда – башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәте лидеры, тәүге өс башҡорт ҡоролтайының идеологияһын билдәләй. Башҡорт хөкүмәтен һәм ғәскәрен ойоштороу менән етәкселек итә.
    Германияның Бонн, Геттинген, Төркиәнең Истанбул университеттары профессоры, күп кенә Европа һәм Азия университеттарының почетлы докторы.
    «...Беҙ милләтебеҙгә ҡыйыулыҡ, үҙ-үҙеңә ышаныу тойғоһо үлмәүен тәьмин итә алһаҡ ине. Был тойғо үлмәһә, бер көн беҙҙең халҡыбыҙ ҙа бер азат милләт булып йәшәүенә шик юҡ».

    авторы: Нур | 10 июня 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Беҙ – ауылды үҫтереүселәр Королтай

    Беҙ – ауылды үҫтереүселәр
    Арабыҙҙа әүҙем, алдынғы ҡарашлы йәш замандаштарыбыҙ булыуы, уларҙың йәмғиәтебеҙҙә ҡайнап йәшәүе ҡы­уандыра. Әйткәндәй, Өсөнсө Бөтә донъя башҡорттары ҡо­ролтайына һайланған делегаттар араһында ла нәҡ шундай­ҙар булыуына иманым камил.
    Күгәрсен районында юғары белем алып, лайыҡлы һөнәр һайлап, үҙ ауылына ҡайтып эшләп йөрөүселәр байтаҡ. Бында район хакимиәте алып барған сәйәсәт, йәштәр менән эшләү йүнәлештәре лә роль уйнамай ҡалмайҙыр. Төбәккә юл төшкәндә Диана Әбсәләмова исемле һылыу менән танышыу ҙа ошоға дәлил ине.

    авторы: Нур | 10 июня 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    «Үҙ телен белмәгән башҡорт, Һау түгел ул – инвалид!» Королтай

    Һай, был башҡорт шундай инде,
    Торғаны бер баш бүре.
    Тыуған иле өсөн уның
    Һис йәл түгел ғүмере.

    авторы: Нур | 10 июня 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Йәштәр киләсәккә юл яра Королтай

    Йәштәр киләсәккә юл яра
    Өсөнсө Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы сиктәрендә башҡорт йәштәренең Беренсе ҡоролтайы үтә. Мөһим сарала Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән ете йөҙҙән ашыу делегат ҡатнашасаҡ. Делегаттар өсөн бик ҡыҙыҡлы программа әҙерләнгән: йәштәр бөгөн баш ҡала буйлап сәйәхәт ҡылғандан һуң милли батырыбыҙ Салауат Юлаевтың һәйкәленә сәскәләр һала. Ошонда уҡ митинг ойоштороу ҙа ҡаралған. Кискә Беренсе башҡорт йәштәре ҡоролтайы делегаттарын «Башҡорт халҡына хат» тип исемләнгән концерт программаһы көтә.
    Йәштәр киләсәккә юл яра
    Ә инде иртәгәһенә, йәғни 11 июндә, Конгресс-холда пленар ултырыш асыла. Сарала республика етәкселеге, төрлө министрлыҡ һәм ведомство, ижтимағи йәштәр ойошмалары вәкилдәре ҡатнашасаҡ. Ҡоролтайҙар тарихында беренсе тапҡыр үтәсәк Йәштәр ҡоролтайы, унда күтәреләсәк проблемалар хаҡында ҡыҙыҡһынып, беҙ Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтай Башҡарма комитетының йәштәр советы рәйесе вазифаһын башҡарыусы Рәмил Рәхмәтов менән аппарат белгесе Фәнзил Әхмәтшинға мөрәжәғәт иттек.

    авторы: Нур | 10 июня 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Болгариянан – һөйөү менән Королтай

    Неля Мәргән ҡыҙы Мырҙабәкова (псевдонимы Корнелия Марган) – Болгарияла йәшәүсе милләттәшебеҙ, билдәле рәссам, Өсөнсө Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына арнап, Өфөлә күргәҙмә ойошторҙо. Бөгөн ул «Урал» халыҡ ижады галереяһында тантаналы рәүештә асылды.

    авторы: Нур | 10 июня 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Беҙҙе, алыҫта, тимәгеҙ... Королтай

    Беҙҙе, алыҫта, тимәгеҙ...
    Халҡыбыҙ илдең, хатта яҡын һәм алыҫ сит илдәрҙең төрлө тарафтарына һибелгән. Ҡайҙа ғына булмаһындар, берләшеп, аралашып йәшәү мөмкинлеген таба улар. Күп кенә төбәктәрҙә, ҡан ҡәрҙәштәребеҙ – татар­ҙар менән милли-мәҙәни ойошмалар төҙөп, йолалар­ҙы, йыр-моңдо ҡәҙерләп һаҡларға тырышалар.
    Белоруссияла ла 1000-дән ашыу башҡорт (1999 йылғы халыҡ иҫәбен алыуҙа – 1091) көн күрә, татарҙар – 10 мең самаһы. Уның баш ҡалаһында 12 йылдан артыҡ «Шишмә» ойошмаһы уңышлы эшләп килә. Ойошма рәйесе урынбаҫары, Баш­ҡортостан ҡыҙы Гөлсинә Аброськина (Шәрипова) әйтеүенсә, унда Рәсәй төбәктәренән, республикабыҙҙан, Татарстандан сыҡҡан 200-ҙән ашыу кеше йөрөй. Барыһын да халҡы мәҙәниәтенә, йолаларына, теленә булған һөйөү берләштерә.

    авторы: Нур | 10 июня 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Башҡортостанға сәйәхәт күңелдә һаман йәшәй Королтай

    Башҡортостанға сәйәхәт күңелдә һаман йәшәй
    Уҙған яҙҙа беҙ, Краснодар крайында йәшәүсе бер төркөм башҡорт, Стәрлетамаҡҡа ҡунаҡҡа килдек. Беҙҙе ҡалалағы башҡорт драма театры директоры Таһир Искәндәров саҡырғайны. Был сәфәребеҙгә йыл үтһә лә, шул хистәрҙән айный алмайым.

    авторы: Нур | 10 июня 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru