Ашыҡҡан һыу диңгеҙгә етмәҫ.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Уҡыуға түләгән аҡсаны нисек ҡайтарырға?
  • Тормош күренештәре
  • [b]Милләттәштәр, шөкөр, рухлы әле, Күршеләрҙә йәшәп ятһа ла[/b]
  • «Төп бурысыбыҙ – Башҡортостан халыҡтарының милли-мәҙәни ҡаҙанышын һаҡлау»
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Ырыу-ырыу булып, сәхрәләрҙә Аҡ тирмәләр ҡорған халыҡ беҙ... Королтай

    Ырыу-ырыу булып, сәхрәләрҙә  Аҡ тирмәләр ҡорған халыҡ беҙ...
    Башҡорт ырыуҙары – башҡорт халҡында борондан һаҡланып килгән ерле үҙидара итеүҙең бер төрө. Бөтә донъя кимәлендә башҡа халыҡтарҙа демократияға ҡарата булған ынтылыш башҡорттарҙа урта быуаттар заманында уҡ үҫеш алған. Һәр ырыуҙың халыҡ йыйылышы – ҡоролтайы, аҡһаҡалдар ҡоро, бейҙәре, шәжәрәһе, тамғаһы, ағасы, ҡошо һәм ораны булыуы быны дәлилләй. Ете ырыу берекмәһе иһә башҡорттарҙың дөйөм бер халыҡ булып берләшеүенең башланғысында торған.
    Ырыуҙар күп булғанлыҡтан етәү иҫәбенә иң эреләре индерелгән. Төрлө сығанаҡтарҙа, ғалимдарҙың хеҙмәттәрендә ул төрлөсә. Нисек кенә булмаһын, ырыуҙар – беҙҙең тарихыбыҙ. Юйылмаҫ, данлыҡлы, заман ағышында быуындан-быуынға күсә килгән тарихыбыҙ. «Ырыуҙар ташы» шул үткәнебеҙгә хөрмәт билдәһе һәм, әлбиттә, иртәгәге көнөбөҙгә хәтер булып торасаҡ.

    авторы: Нур | 10 июня 2010 | Фекерҙәр (1) | Тотош уҡырға
    Кәңәшле эш тарҡалмаҫ Королтай

    Кәңәшле эш тарҡалмаҫ
    Башҡорт халҡы борон-борондан ил яҙмышына ҡағылышлы мөһим ижтимағи-сәйәси мәсьәләләрҙе дөйөм ҡоролтай һәм йыйындарҙа хәл итер булған. Бында абруйлы ил азаматтары, аҡһаҡалдар йыйылып, кәңәш ҡороп, ил алдында торған мәсьә­ләләр буйынса фекер алышҡан, дөйөм ҡарар сығарған.
    Үкенескә күрә, боронғо башҡорт ҡоролтайҙары һәм йыйындары тураһында яҙма сығанаҡтар күп түгел. Тарих фәнендә лә был темаға бағышланған ғилми хеҙмәт юҡ. Беҙ бөгөн был хаҡта күберәк риүәйәттәр һәм ошо оло йыйындарҙың эҙен һаҡлаған тарихи урындар аша ғына фекер йөрөтә алабыҙ.

    авторы: Нур | 10 июня 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Кемдәр улар ҡаңлылар? Королтай

    Ҡаңны-Төркәй Ҡаңлы ҡәбиләһе башҡорттары менән бәйләнгән. Бик боронғо халыҡ икәнебеҙҙе тоталитар режимдың «ҡара пәрҙәһе» асылғас ҡына әҙ-мәҙ аңлай башланыҡ һымаҡ. Аңлап бөтәбеҙме, юҡмы?

    авторы: Нур | 10 июня 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Башҡорттар – Рәсәйҙең тәүге парламентында Королтай

    1905 йылғы тәүге Рәсәй революцияһы батша хөкүмәтен сәйәси реформалар яһарға мәжбүр итә. Ошо иҫәпкә Дәүләт Думаһын – халыҡ вәкиллеге органын булдырыу ҙа инә. Һайлауҙар тураһында законда сикләүҙәр күп булыуына ҡарамаҫтан, уның тиҫтә йылдан ашыу (1906 – 1917 йылдар) эшмәкәрлеге илдә буржуаз парламентаризм төҙөлөүенә һәм демократик традициялар үҫеүенә булышлыҡ итә. Думаға һайлау законы Рәсәй мосолмандары вәкилдәре булыуын да тәьмин итә. Өфө губернаһына 10 депутат мандаты бирелә.
    Беренсе Дума 1906 йылдың 27 апреленән 8 июлгә тиклем эшләй.

    авторы: Нур | 10 июня 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Арҙаҡлы башҡорттар Королтай

    Мөхәмәтша БУРАНҒОЛОВ
    (1888 – 1966)

    Башҡорт халыҡ сәсәне, халыҡ ижады ынйыларын йыйыусы мәғрифәтсе, уҡытыусы, ғилми хеҙмәткәр, яҙыусы. Мөхәмәтша Буранғолов оҙаҡ йылдар фольклор туплау менән шөғөлләнеп, халыҡтан риүәйәттәр, легендалар, ҡобайырҙар яҙып ала. «Урал батыр» эпосы ла Хәмит сәсәндән уның тарафынан яҙып алына. Ғилми-тикшеренеү хеҙмәттәре ҙур баһаға лайыҡ, йыйған фольклор материалдары «Башҡорт халыҡ эпосы», «Башҡорт халыҡ ижады» күп томлыҡтарында төп урынды биләй.

    авторы: Нур | 10 июня 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Минең ҡоролтайға мөрәжәғәтем Королтай

    Тиҙҙән Өфөлә өсөнсө тапҡыр Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына ерҙең бөтә мөйөштәренән башҡорт халҡы вәкилдәре йыйыласаҡ. Был ваҡиға, әлбиттә, тарихыбыҙ йылъяҙмаһына инәсәк.
    Башҡорт халҡы тамырҙарын тәрән ебәргән ҡеүәтле ағасҡа оҡшаш. Ул – дәһшәтле дауылдар кисергән һәм яҙмыштың бөтә һынауҙарын сыҙамлы үткәргән боронғо халыҡ. Тарихы борон замандан башланған һәм әлеге көнгә тиклем үҙенең традицияларын, үҙенсәлеген һаҡлап ҡала алған. Ошонда, башҡорт ерендә, башҡорттарҙың йөҙәрләгән быуыны тыуған, нығынған һәм өлкәнәйгән. Беҙҙе уратып алған тауҙар һәм киңлектәр – беҙҙең бишегебеҙ, мираҫыбыҙ, байлығыбыҙ. Бында ата-бабаларыбыҙ күп тапҡырҙар көрәш байрағын күтәргән. Үҙ хоҡуҡтарын яҡлаған һәм һәр ваҡыт ҡаҡшамаҫ азатлыҡ һөйөүсәнлек рухы, ныҡлығы, тыуған ергә мөхәббәте менән айырылған.

    авторы: Нур | 8 июня 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Ейәндәрем уҡыр бер саҡта... Королтай

    Ҡара ла ғына урман ҡая бите,
    Шаулайҙыр ҙа кисен, ел саҡта.
    Ташҡайҙарға соҡоп яҙҙым ҡарғыш,
    Ейәндәрем уҡыр бер саҡта.
    (Халыҡ йыры «Тәфтиләү»ҙән).

    авторы: Нур | 8 июня 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Халыҡ байлығы халыҡҡа булырға тейеш! Королтай

    Беҙ тыныс ҡына йәшәп ятабыҙ ҙа ул, ә тирә-яғыбыҙҙа ғәжәп, иҫ киткес ваҡиғалар бара. Үҙебеҙҙең район гәзитендә сыҡҡан «Кемдең ҡулында һин, башҡорт урманы?» тигән мәҡәләне уҡығас, ҡулыма ҡәләм алырға мәжбүр булдым. Нисәмә йыл бесәнлек ере, бура өсөн ағас ала алмай интеккән ваҡыттар, күргән бөтә ыҙалар иҫкә төштө.
    Бер мунсалыҡ ағас алыр өсөн йөҙ һыуыбыҙҙы түгеп, күпме ҡағыҙ тултырабыҙ ҙа, күпме йүгерәбеҙ. Ағасты гел генә алып та булмай! Әйтерһең, ғүмер буйы йәшәгән урыныбыҙҙағы тәбиғәт байлығын түгел, кемдеңдер шәхси милкен үҙебеҙгә алырға йөрөйбөҙ инде!

    авторы: Нур | 5 июня 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru