|
 |
 |
Урманһыҙ ғына түгел, ерһеҙ ҡалыуыбыҙ ҙа бар |
Королтай |
|
Урмандарыбыҙ яҙмышына бәйле апрель урталарында үткәрелгән «түңәрәк өҫтәл»дә ҡатнашыусылар Әбйәлил урман хужалығының элекке директоры Ә. Әбүшаһмановтың сығышына артыҡ иғтибар бирмәне, фекеренә ҡолаҡ һалманы. Ә кәрәк ине. |
|
|
йәки Аҫаба халыҡ «йәшел ҡалҡан»ыбыҙҙың сит ҡулдарға бирелеүенә ҡаршы
 Республикалағы урмандарҙың федераль милек иҫәбендә булыуы урындағы халыҡ араһында төрлө һорауҙар тыуҙыра. Эш шунда – Рәсәй Федерацияһында 2007 йылдың 1 ғинуарынан көсөнә ингән Урман кодексына ярашлы, ил субъекттарындағы ағастар менән федераль власть идара итә ала. Башҡортостан урмандарын ҡуртымға алырға теләүселәр күп. Был аңлашыла – халҡыбыҙҙың төп байлыҡтарының береһе булған урмандарыбыҙҙа ҡиммәтле, сифатлы ылыҫлы ағастар үҫә. Уларҙы маҡсатлы файҙаланыу – ҙур килем килтерерлек йүнәлеш. |
|
|
Күңел түремдән сыҡҡан рәхмәт һүҙҙәрен 15 йылға яҡын тормоштоң шатлыҡтарын да, ҡайғыларын да уртаҡлашып йәшәгән күршеләрем Айгөл менән Ринат Сафиуллиндарға әйтер инем. Айгөл беҙгә алыҫтан, Ҡаҙағстандан, килен булып төштө. Шул тиклем уңған, тәртипле, татлы телле, бөтмөр ҡатын ул. Элек-электән, ниндәй байрам булһа ла, бергәләп ойошторабыҙ, бер-беребеҙҙе ҡотлайбыҙ. Һыйыры быҙаулаһа, һөтөн индерә, берәй ҡамыр ашы өлгөртһә лә саҡыра һала. Баҡсаһындағы емеш-еләк, йәшелсәһе менән дә бүлешә. Ул үҫтергән сәскәләр бөтә тирә-яҡты нурға күмеп тора. |
|
|
1995 йылда үткән I Бөтә донья башҡорттары ҡоролтайы ҡарарҙарын тормошҡа ашырыу маҡсатында Башҡортостандың башҡорттар күпләп йәшәгән райондарын сит өлкәләрҙә милләттәштәребеҙ күпләп йәшәгән райондарына шефлыҡ итеү өсөн беркеткәйнеләр. Шефлыҡ итеү, башлыса, рухи-мәҙәни өлкәгә ҡағыла. Беҙҙең райондың өлөшөнә Ырымбур өлкәһенең Новосергиевка районы тура килде. Инде бына 1996 йылдан Ғафури – Новосергиевка дуҫлығы йәшәп килә. Апрель аҙағында район башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Ғәлинур Ҡалмырҙин етәкселегендәге 17 кешенән торған делегация Ырымбур ерендә булып ҡайтты. |
|
 |
Йөрәктәрҙә йондоҙ балҡыта Ишәй «йондоҙ»ҙары |
Королтай |
|
 Торатау билендә Юрматы ырыуы йыйыны тәүге тапҡыр 1993 йылда үткәрелгәйне. Уны урындағы башҡорт халыҡ үҙәге активистары ойошторғайны. Тап ана шул көндө юрматылар үҙҙәренең данлы улын, арҙаҡлы шәхесебеҙ, оло әҙип, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Булат Рафиҡовты ырыу ханы итеп күтәрҙе лә инде. Шул сарала йыл һайын яҙғы баҫыу эштәре тамамланғас билдәләнгән һабантуй байрамын Торатауҙа үткәреү тураһында ҡарар ҡабул ителһә лә, ул тормошҡа ашырылмай ҡалды. Һәм, ниһайәт, быйыл 12 июндә Торатау билендә «Салауат йыйыны» байрамы уҙғарыласаҡ.
|
|
|
Ғүмер – аҡҡан һыу. 1995 йылдың 1 июнендә асылған Беренсе Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына ла 15 йыл ваҡыт үткән. Мин, был ҙур форумдың ойоштороусыларының береһе һәм делегаты булараҡ, уның рухты күтәреүсе сара булыуын яҡшы хәтерләйем. |
|
 |
Берләшәйек, мосолман ҡәрҙәштәр! |
Королтай |
|
Өсөнсө оло йыйын алдынан башҡорт мосолман ойошмалары «түңәрәк өҫтәл» ойошторҙо
 Башҡортостанда Ислам нисек үҫешкән? Ата-бабаларыбыҙ уны ҡасан ҡабул иткән? Бөгөн республикабыҙҙа мосолман дине ниндәй кимәлдә? Өсөнсө Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы сиктәрендә «Башҡортостанда традицион Ислам. Дини идаралыҡтарҙың барлыҡҡа килеүе» тигән темаға «түңәрәк өҫтәл»дә ошо һорауҙарға яуаптар яңғыраны, дин тотоусылар, «Мираҫ», «Тәриҡәт» кеүек мосолман ойошмалары вәкилдәре фекер алышты, киләсәккә күҙаллауҙары менән уртаҡлашты. Сарала, диндарҙарҙан тыш, тарихсылар, Рәсәй ислам университеты, Башҡортостан Үҙәк диниә назараты, башҡа йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре лә ҡатнашты.
|
|
 |
Йәмәғәт ойошмалары тәжрибә тупланы |
Королтай |
|
Өфөлә Өсөнсө Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына арналған «Бөгөнгө йәмәғәт ойошмалары» тигән фәнни-ғәмәли семинар үткәрелде. Был сарала, республиканың йәмәғәт ойошмалары ағзаларынан тыш, Мәскәү, Екатеринбург ҡалаларынан, Ҡаҙағстандан килгән милләт-ара мөнәсәбәттәр буйынса белгестәр ҡатнашты. Семинар өс темаға бүленгәйне: «Хоҡуҡ һаҡлаусы органдар менән бәйләнеш», «Егерме беренсе быуатта этник-ара хеҙмәттәшлектең ҡайһы бер аспекттары», «Йәмәғәт ойошмалары һәм киң мәғлүмәт саралары». Был һәр өс тема ла йәмәғәт ойошмалары өсөн берҙәй мөһим. Мәскәүҙән килгән милләт-ара хеҙмәттәшлек үҙәге етәксеһе Ашот Айрапетяндың хоҡуҡ һаҡлаусылар менән эшләү тәжрибәһе тураһындағы сығышы фәһемле булды. |
|
|
|