Ҡабаланған ҡабырғаһын һындырған.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • [b]Шәкәр[/b]
  • Йондоҙнамә 19-25 июль
  • Әсә абруйы
  • Рус йырҙары һәм таҡмаҡтары оҫталары беҙҙә икән
  • Атҡа эйәр кем һала?
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Оло йәштәгеләр күберәк Королтай

    Демография үҫеше проблемалары Рәсәй Федерацияһы Президенты һәм Башҡортостан Республикаһы Президентының Мөрәжәғәтнамәләрендә өҫтөнлөклө булараҡ билдәләнгән. Әлбиттә, Рәсәй ҡатындарының Көнбайыш Европа илдәрендә йәшәүсе гүзәл заттарға ҡарағанда – 10, ирҙәребеҙҙең 16 йылға аҙыраҡ йәшәүе менән килешеп, проблемаларға ҡул һелтәп, артабан да бер ни ҙә эшләмәй йәшәү мөмкин түгел.
    Башҡортостанда ла, Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендәге кеүек үк, дөйөм халыҡ араһында оло йәштәге кеше­ләр­ҙең арта барыуы күҙәтелә. Республикала халыҡ һаны 1989 – 2005 йылдарҙа 3,1 процентҡа артҡан. Ә инде ошо арауыҡта хеҙмәткә яраҡһыҙ йәштә булған ҡарттарҙың, 12 процентҡа артып, 2006 йылдың башына 763,8 мең кешегә етеүе күҙәтелә. Билдәле булыуынса, оло йәштәгеләр ярҙамға, йәмғиәттең иғтибарына мохтаж.

    авторы: admin | 18 мая 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Ер – халыҡ байлығы Королтай

    Өсөнсө Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына әҙерлек сиктәрендә Өфөнөң Нефтселәр мәҙәниәт һарайында «Башҡортостан Республикаһының яңы иҡтисади үҫеше шарттарында ерҙән файҙаланыу проблемалары» тигән ғилми-ғәмәли конференция үтте. Унда сараны ойоштороусылар – БР Ауыл хужалығы, Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлыҡтары, Башҡорт дәүләт аграр университеты етәкселеге, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты, шулай уҡ муниципаль берәмектәр башлыҡтары, фән эшмәкәрҙәре ҡатнашты.
    Сараны БР ауыл хужалығы министры Шамил Вахитов алып барҙы. Ерҙе файҙаланыу башҡорттар өсөн һәр ваҡыт көнүҙәк мәсьәлә булған. Ғөмүмән, ер, Тыуған ил беҙҙең ата-бабалар­ҙың иң төп байлығы иҫәпләнгән. Конференцияла ҡатна­шыусыларҙы тәбрикләп сығыш яһағанда Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары Румил Аҙнабаев та был хаҡта билдәләп үтте.

    авторы: admin | 18 мая 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Республиканы донъяға танытыу өсөн Королтай

    Республиканы донъяға танытыу өсөнГерманияның баш ҡалаһы Берлинда ҡоролтай үтәсәге тураһында хәбәр иткәйнек инде. Йыйынға 13 дәүләттән 90-ға яҡын милләттәшебеҙ килде. Улар араһынан Өсөнсө Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына 15 делегат һайланды. Беренсе Евросоюз башҡорттары ҡоролтайын тап Германияла үткәреү тиккә генә түгел, сөнки Берлиндағы Рәсәй фән һәм мәҙәниәт йорто – Европала иң ҙур Рәсәй мәҙәниәт үҙәге. Ҡоролтайҙа ҡатнашыусылар – БР мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министры Илдус Илешев, БР Президенты ҡарамағындағы дәүләт советнигы Сергей Лаврентьев, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Азамат Ғәлин Берлиндағы яугир-ҡотҡарыусы һәйкәленә сәскә гөлләмәһе һалды.
    – Оло форум барышында башҡорт теле һәм мәҙәниәтен һаҡлауҙың актуаль мәсьәләләре ҡараласаҡ, – тине БР мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министры Илдус Илешев. – Шуны ла аңларға кәрәк: үҙ мәҙәниәтебеҙгә, телебеҙгә нисек кенә яҡшы мөнәсәбәттә булһаҡ та, мәғарифты үҫтереүҙә әүҙем булмаһаҡ, донъя­ла республика имиджын күтәреү өсөн эшләмәһәк, беҙ алыҫ китә алмаясаҡбыҙ.

    авторы: admin | 18 мая 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    «Илен һөймәҫ кенә телен һөймәҫ» Королтай

    БЫНАН байтаҡ йылдар элек Францияла «Француз теленең сафлығын яҡлау тураһында» закон ҡабул ителә һәм ул бөгөн дә үҙ көсөн юғалтмаған. Туған тел даирәһен бысратҡан ғәйеплеләргә – халыҡ алдында үҙ телен ватып-емереп телмәр тотоусы етәкселәргә, телерадио дикторымы, йә унан тура эфирға сығыусы хөкүмәт әһелеме – исем-шәрифенә, биләгән вазифаһына ҡарамай, 5 мең франк күләмендә штраф һалынған. Ул да ярҙам итмәгәс, штрафтың күләме 20 мең франкыға еткерелгән. Франция хөкүмәте ҡарамағындағы тел эштәре буйынса махсус комиссияға иһә тағы ла ҡатыраҡ сараларҙы (хатта төрмәгә ултыртыу) ҡулланыу хоҡуғы бирелгән.
    Туған телдә һөйләй һәм яҙа белеү – милли мәҙәниәтебеҙҙең мөһим сығанаҡтарының береһе ул. Кеше фекеренең иң юғары ҡаҙаныштары, иң тәрән белем, иң ялҡынлы тойғолар, әгәр улар һүҙҙәрҙә асыҡ һәм теүәл сағылдырылмаһа, кешеләргә билдәһеҙ булып ҡаласаҡ. Фекер телмәрҙә әйтеп бирелеп, тел ярҙамында тышҡа сыҡһа ғына фекергә әйләнә.
    Хәтеремдә, әле студент йылдарында уҡ беҙҙең тел уҡытыусыһы, филология фәндәре докторы Ғәли Сәйетбатталов былай тигәйне: «Мин илебеҙҙәге милли телдәрҙе урман­дарҙағы күп төрлө ағас һәм болондарҙағы сәскәләр менән сағыштырыр инем.

    авторы: admin | 6 мая 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Ҡотло башҡорт ҡыҙының ҡот өләшеү байрамы Королтай

    Еңел түгелдер. Сөнки берҙән-бер ҡоралы һүҙ бит уның. Еңел булмаһа ла, майҙанға сығып, үҙ һүҙен әйтмәй ҡалмаҫ сәсән. Борон-борондан халҡыбыҙҙың таянысы, йыуанысы, аҡыллы һүҙен әйтеүсе ил ҡарттары булған бит сәсәндәр. Үҙ заманы өсөн борсолоп, халыҡ яҙмышын һүҙ көсө менән еңеләйтеп, кәрәк саҡта яуға ла әйҙәп, ҡобайыр әйткән улар. Бөгөнгө тормош, элекке ваҡыттар менән сағыштырғанда, еңелерәк тиһәк тә, һәр замандың үҙ ҡыйынлыҡтары, проблемалары бар. Халыҡтың аңын уятыу, дөрөҫлөктө аңлатыу, аҡ һәм ҡараны айырырға өйрәтеү мәсьәләләрен хәл итеү бөгөн дә сәсәндәрһеҙ мөмкин түгелдер ул.
    Халҡыбыҙҙың арҙаҡлы ҡыҙы, М. Аҡмулла һәм Ғ. Әлмөхәмәтов исемендәге премиялар лауреаты, С. Юлаев ордены кавалеры, сәсәниә Розалия Солтангәрәева, Республика йылына, Өсөнсө Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына арнап, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында ойошторған «Белем ҡото» исемле байрамға дуҫтарын, йәш быуын вәкилдәрен йыйҙы.

    авторы: admin | 6 мая 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Баламды башҡортса уҡытҡым килә Королтай

    Беҙ Стәрлебаш районында йәшәйбеҙ. Стәрлетамаҡ ҡала­һында һәйбәт кенә башҡорт лицей-интернаты бар, тип ишеткәйнек. Улымды шунда уҡырға ебәрергә ине, тик адресын белмәйем. Ярҙам итһәгеҙсе. Ләлә ШӨҒӘЙЕПОВА.
    Хатта һүҙ алып барылған уҡыу йортона шылтыраттыҡ һәм һо­рауға шундай яуап алдыҡ:
    «16 майҙа Стәрлетамаҡ ҡалаһының 3-сө башҡорт лицей-интернаты 7-се синыфҡа малайҙар ҡабул итеү өсөн һынауҙар үткәрә. Һынауҙар Стәрлетамаҡта, Мәләүездә, Красноусолда, Мораҡта, Иҫәнғолда, Талбазыла, Стәрлебашта сәғәт 12-лә башланасаҡ.

    авторы: admin | 6 мая 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Үҙебеҙҙең йырыбыҙҙы йырлап, тарих арбаһында барасаҡбыҙ... Королтай

    Үҙебеҙҙең йырыбыҙҙы йырлап, тарих арбаһында барасаҡбыҙ...Мәҫәлән, Мәрйәм Сафиуллинаның уң ҡулы – Прасковья Гавриловна милләте буйынса сыуаш, Ишембай ра­йонының Васильевка ауылынан. Һаман да төҫ ташламаған яҡташыбыҙ йәш сағында комсомол путевкаһы буйынса төҙөлөшкә килеп, Барнаулда тороп ҡалған: «Саҡ ҡына эшләрбеҙ ҙә ҡайтырбыҙ, тигәйнек тә бит... Башҡорттар минең өсөн иң яҡын туғаным кеүек. Яратам һеҙҙең халыҡты, телегеҙҙе үҙ итәм, шуға ла «Ҡурай» үҙәгенең эшендә ҡатнашып, күңел йыуанысы табам».
    Силәбе өлкәһенең Ҡоншаҡ ауылында тыуған оло йәштәге Мәүжиҙә Якунина бар ғүмерен Барнаулда үткәргән, яҙмышы ошо ер менән тығыҙ бәйле. Әммә кескәй сағында нисек итеп ата-әсәһе менән бергә тиҙ генә төйөнсөктәр төйнәп, тыуған йорттарынан күҙ йәше менән сығып киткәнен яҡшы хәтерләй.
    – Ғаиләбеҙ менән репрессия тирмәненә эләккәнбеҙ, – ти сибәр ханым, ауыр һулап. – Күп нәмә иҫтән сыҡҡан, ләкин ошо күренеш ниңәлер онотолмаҫлыҡ булып хәтергә уйылған.

    авторы: admin | 22 апреля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Телебеҙҙе һаҡлайыҡ! Королтай

    Тел, аралашыуҙың бер ысулы булараҡ, кешелек тормошонда иң мөһим роль уйнай. Ысынлап та, һөйләшергә өйрәнеп кенә кешеләр бер-береһе менән аралаша ала, коллективта йәшәү өсөн кәрәкле тормош тәжрибәһе туплай – үҙҙәрен йәмғиәттең, милләтенең тулы хоҡуҡлы шәхесе итеп тоя. Әлбиттә, уртаҡ тел генә бөтә халыҡтарҙы ла бер милләткә берләштерә алмай. Һәр халыҡтың үҙенең тарихы, мәҙәниәте, рухи ҡиммәттәре, теле бар. Телдә, көҙгөләге һымаҡ, теге йәки был халыҡтың күңеле, уның рухи донъяһы асыҡ сағыла. Шуның өсөн дә төрлө дәүләттәрҙә йәшәгән бөтә халыҡтар ҙа үҙҙәренең телен һаҡлау, үҫтереү, пропагандалау өсөн күп көс һала.
    Халыҡ яҙмышы менән тел яҙмышы айырылғыһыҙ. Береһе бөтһә, икенсеһе лә юғала. Илбаҫарҙар һәм тирандар баҫып алған илдә иң тәүҙә милләттең уҡымышлы кешеләрен үлтергәндәр, китаптарҙы яндырғандар, телдәрен бөтөрөргә тырышҡандар. Был кешеләрҙе аптырашта ҡалдырған, киләсәккә булған өмөттәрен һүндергән, көсһөҙләндергән. Александр Македонский, Сыңғыҙ хан, фашис­тар шулай эшләгән.

    авторы: admin | 22 апреля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Кире ҡайтырға  <<  1 2 3 4 5 6 7 8  >>  Киләһе бит
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru