|
 |
|
 Ҡәҙерле дуҫтар! «Йәшлек» гәзитенә яҙылыу хаҡы кәмене, һәм ул йәйҙән яңыса, «ҡалынайып», аҙнаһына ике тапҡыр – шишәмбелә 8 битлек, ә шәмбелә 16 битлек булып сығасаҡ. «Йәшлек»кә хәҙер ике индекс буйынса яҙылырға була: ул өйөгөҙгә аҙнаһына ике тапҡыр – шишәмбе һәм шәмбе көндәрендә килһен тиһәгеҙ – 80148 индексы (ярты йылға яҙылыу хаҡы – 337 һум 86 тин), шәмбе һанын ғына алдырып уҡырға теләһәгеҙ (ярты йылға яҙылыу хаҡы – 278 һум 10 тин), 16414 индексы буйынса яҙыла алаһығыҙ. Бергә булдыҡ, бергә ҡалайыҡ! |
|
|
 |
Журналистарыбыҙҙың блогтары асылды! |
Яңылыҡтар |
|
Ҡәҙерле гәзит уҡыусыларыбыҙ! Сер итеп кенә әйтәбеҙ - беҙҙең журналистарыбыҙҙң блогтары асылды! Уларҙаң үҙҙәре хаҡында, шулай уҡ шәхси фекерҙәрен уҡырға һеҙ беҙҙең яңы сайтҡа инә алаһығыҙ. Блогтарҙың иһә адресы бына ошолай: www.blog.ye02.ru |
|
|
|
Ҡәҙерле редакция! Бер насар холҡомдан нисек ҡотолорға кәңәш бирһәгеҙсе? Мин кеше менән аралашырға яратам, еңел танышам, дуҫтарым да етерлек. Тик йыш ҡына эргәмдәгеләрҙең кире яҡтарын тиҙ генә күреп, үҙҙәренә сатнатып әйтеп, үпкәләтә лә ҡуям. Быны һиҙмәй ҙә ҡалам хатта. Үҙемә лә уңайһыҙ, тегеләр ҙә минән ситләшә. Нимә эшләргә һуң? Был ғәҙәттән арыныу сараһы бармы икән? – Эйе, Айгөл, һинең кеүек холоҡло кешеләр байтаҡ ҡына шул. Дөрөҫ тәнҡит ҡамасауламай, ә бына һиңә әйләнгән һайын урынлы-урынһыҙ иҫкәрмәләр эшләһәләр, ысынлап та, еңел түгел. Уйлап ҡара әле – үҙеңдең дә кире яҡтарың барҙыр. Шуға иң тәүҙә үҙеңә тәнҡит күҙлегенән ҡара. Кешегә бик тә иҫкәртеү яһағың килһә, уны йомшаҡ итеп, дуҫтарса ғына әйт. Иң дөрөҫө – кире яғын әйтерҙән алда ыңғай яғын билдәләп маҡтап алыу. |
|
|
|
Был һорауға ҡапыл ғына яуап биреп тә булмай. Элек йүнәлеш буйынса ебәргәндәр бит. Күбеһе ике-өс йылдан һуң үҙе теләгән яҡҡа киткән, бик һирәктәр генә ҡалған. Ҡалала ҡалыу хәстәрен күрергә тырышыусылар ҙа күп булғандыр. Хәҙер ҙә ошо хәл ҡабатланасаҡ. Шунлыҡтан йәш белгес эшкә үҙе теләп барһын. Ә икенсе яҡтан ҡараһаң, бөгөн эш табыуы бик еңелдән түгел, был юҫыҡта йүнәлеш менән китеү һәйбәтерәк һымаҡ. Ҡайһы төбәккә ебәрәләр бит әле? Әгәр унда уңайлы торлаҡ менән тәьмин итмәһәләр? Проблемалар менән эшләп булмай ҙа инде. Мин үҙем, мәҫәлән, йүнәлеш буйынса ебәреү яҡлы түгелмен. |
|
|
|
29 йәшлек В. Ольганың хатынан: «Ваҡыты-ваҡыты менән үҙемде тиреҫ өйөмөндә йәшәгән кеүек тоям. Аяғыңа баҫып, башыңды тиреҫ араһынан сығарыуың була, башыңа «тыңҡ» итеп килтереп бәрәсәктәр. Йәнәһе, башыңды ҡайҙа тығаһың? Башҡалар кеүек йәшәүеңде бел! Ни өсөн Аллаһы Тәғәлә ғәҙелһеҙлеккә юл ҡуя: кемгәлер барыһын да өйөп-өйөп бирә, ә кемгәлер – ҡуҡыш! Үҙемдән дә, бер ҡыуаныс булмаған ҡара-һоро тормошомдан да ҡоҫҡом килә». |
|
|
|
Күңелле, ғәмһеҙ бала саҡ иленә юлдар күптән өҙөлһә лә, уйҙарым менән ғүмеремдең иң бәхетле көндәренә йыш ҡайтып әйләнәм. Бигерәк тә күңелем болоҡһоп, эсем бошоп торған саҡтарымда. Әгәр мөмкин булһа, бейек үксәле туфлиҙарымды сисеп ырғытыр инем дә, бала сағыма ялан аяҡ ҡайтыр ҙа китер инем. Эйе, аяҡтарым һыҙырылып, ҡанап бөтһә лә, иламаҫ инем. Кескәй саҡта түҙә инем бит, хәҙер ҙә түҙермен. Ул рәхәт, бәхетле саҡтарыма әйләнеп ҡайта алһам, илап-һыҡтап тормаҫ инем әле, теге әсәй алып биргән матур зәңгәрһыу ерлеккә ваҡ ҡына аҡ борсаҡтар төшкән күлдәгемде кейеп алыр ҙа, әхирәттәрем янына йүгерер инем. Эйе, тап ана шул зәңгәр күлдәгемде кейеп, көҙгө алдында өйрөлөп-сөйөрөлөп торған ваҡыттан башлана бала сағым. Ул саҡта миңә дүрт-биш йәштәр ине шикелле. Тап шул саҡтан үҙемде иҫләйем. |
|
|
|
Алина тәҙрә яңағына башын терәп, ҡаты уйға батҡан. Инде нисәнсе ҡат шул ҡәһәрле кисте – ғүмеренең иң ауыр мәлен күҙ алдынан үткәрә. Бесәйе иләмһеҙ мыяулап, аяғына урала. Асыҡҡан ул. Хужабикәһенә иркәләнеп маташа, әммә уныһы һынташ кеүек ҡатҡан, тик торасы. Барсик һыуытҡыс ишеген тырнап ҡараны, юҡ, өндәшмәй, иғтибар ҙа итмәй бит әле. Шунан йән асыуынан хужабикәһенең аяғынан тешләне. Күрмәйме ни уны?! Шул саҡ Алина бесәйен тибеп осорҙо. – Һин, тик һин генә ғәйепле барыһына!.. Бындай мөғәмәләне Барсик унан көтмәгәйне, күҙҙәрен асыулы ялтыратып, ҡойроғон уңға-һулға һелтәне лә асыулы мырылдап, тәкәббер генә карауат аҫтына инеп китте. |
|
|
|
|
|