Йәһәтләһәң - ит бешә, һуңға ҡалһаң - бит бешә.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Дәрестә
  • Хеҙмәт – намыҫ эше
  • «Йәшлек»кә иң тәүҙә яҙылам
  • Йондоҙнамә 5-12 июль
  • Тормош күренештәре
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • УЛАР БЕҘГӘ ГҮЗӘЛ ИРТӘЛӘР ТЕЛӘЙ Яңылыҡтар
    «Юлдаш» радиоһының ижади коллективы ғына 30-ға яҡын кешене туплаған. Республика халҡы «Юлдаш»тарҙың һәр береһен исемләп, тауышынан танып белә. Алып барыусылар үҙҙәре әйтеүенсә, уларҙың һәр береһенең бихисап даими тыңлаусыһы бар, радио тыңлаусылар «пульт алдында»ғыларҙың эше менән генә ҡыҙыҡһынып ҡалмай, хатта шәхси тормошон белешеп, ғаилә хәлдәре тураһында ла хәстәрләп шылтырата, саҡ ҡына ауырып йәки башҡа сәбәптәр менән эфирға сыҡмай торһа, борсолоп, эфирҙы «атакалай» башлай. Әлбиттә, радио тыңлаусыларҙың һөйөүенә лайыҡ булыу өсөн, ябай ғына итеп әйткәндә, тырышырға кәрәк. Ә был инде һөнәр генә түгел, ул ижадҡа, талантҡа бәйле.
    «Юлдаш» каналы алып барыусыhы Гүзәл Зарипованы халыҡ «Һөнәрсе менән өйрәнсек», «Илдәр һәм ҡитғалар буйлап», «Сәғәҙәтле сәғәттәр» кеүек программалар аша белә. Белорет районының Йөйәк ауылында тыуып үҫкән ҡыҙ тормош иптәше Альфред менән бәләкәй генә улын тәрбиәләргә лә, «Юлдаш» радиоһында, БСТ каналындағы «Яҡшы кәйеф» интерактив программаһын да алып барырға өлгөрә.
    «Һөнәрсе менән өйрәнсек» программаһында, башлыса, төрлө һөнәр кешеләре, уларҙың эше менән танышырға мөмкин. Гүзәл Зарипованың геройҙары араһында кем генә юҡ – баҡсасылар, табиптар, урам һепереүселәр, водителдәр һ.б. Әлбиттә, бөтә һөнәр эйәләрен дә эфирға сығарыу, йөкмәткеле, матур тел менән һөйләтеү өсөн ысын мәғәнәһендә профессионал булырға тура килә. Шуға ла «Юлдаш»тар геройҙары менән бергәләп ағас та ултырта, машиналарҙа ла елдереп йөрөп ала. «Ни тиһәң дә, һөнәр эйәләре етәкселәренән ситтәрәк, эшенә мөкиббән киткән урындарҙа айырыуса асылып китә, улар проблемаларын да, һөнәренең үҙенсәлектәрен «һә» тигәнсе һөйләп бирә», – ти Гүзәл.
    «Радиола эшләүе ни, рәхәт инде, эфирға сығаһың да, һөйләнеп тик ултыраһың», – тип фекер йөрөтөүселәр бар. Эш тап ана шул ике-өс сәғәт эсендә генә эфирҙа нимә һөйләүгә ҡайтып ҡала. Эфирҙа алып барыусылар бер сәғәт кенә радио тыңлаусылар менән аралашыу өсөн дә көндәр буйы әҙерләнә, фекер туплай, ҡыҫҡаһы, «ете ҡат үлсәп, бер ҡат киҫә». Тура эфирҙарҙы алып барыу инде бер яҡтан, ҡыҙыҡлы булһа, икенсе яҡтан ҡарағанда, ҙур яуаплылыҡ. «Төрлө хәлдәр була, ҡайһы саҡ берәү тура эфирға шылтыратып, мәғәнәһеҙ хәбәрҙәрен теҙә башлаһа, секунд эсендә проблеманы хәл итеү юлдары иҫкә төшә, үҙең дә һиҙмәҫтән, эфирҙы кәрәкле йүнәлешкә бороп ебәрәһең. Юғалып ҡалған юҡ, беҙ бит профессионалдар», – ти Гүзәл.
    Радио эше – коллектив эш ул. Алып барыусылар, журналистар заманса техника, башҡа саралар ярҙамында программаларын тулыһынса тик үҙҙәре генә әҙерләгән кеүек тойолһа ла, ысынында бер «әҙер продукция»ла коллективтағы бөтә кешенең дә өлөшө бар. «Юлдаш»та эшләүе йән рәхәте, коллектив татыу, етәкселәр ҙә эшеңде лайыҡлы баһалай белә, шуға ла эшләгәндән-эшләге генә килеп тора», – ти Гүзәл Зарипова. Ысынлап та, коллективтағы эштең һөҙөмтәһе эштең нисек ойошторолоуына, ундағы һәр һөнәр эйәһенең шәхси эшмәкәрлегенә туранан-тура бәйләнгән. «Юлдаш» радиоһын бөгөн меңәрләгән кеше тыңлай икән, улар профессиональ байрамдарын лайыҡлы ҡаршылай, тип әйтергә тулы нигеҙ бар. Тырыш, талантлы шәхестәрҙе генә туплаған радио коллективы байрамдарын үҙҙәренең йолаһы буйынса, Ағиҙел йылғаһында теплоходта йөҙөп билдәләй, ни тиһәң дә, батырға ла ял кәрәк!
    Иртәгә байрамдары айҡанлы бөтә радио хеҙмәткәрҙәрен – коллегаларыбыҙҙы, дуҫтарыбыҙҙы ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ! Иртәләребеҙ гүзәл, юлдарыбыҙ йырлы-моңло икән, унда һеҙҙең дә өлөш бар! Байрам менән, уңыштар, һаулыҡ һеҙгә!
    Лилиә СИРАЕВА.
    авторы: Нур | 6 мая 2008 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Көләмәстәр
  • «Юлдаш» тағы ла халыҡҡа яҡыная
  • Һәйбәт дауа, яҡшы ял һәм Юлдаш»тың ...
  • «Юлдаш»ты Интернет аша ла тыңларға була
  • «Байтус»та – дискотека
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru