Ҡулалмашта ҡул талмаҫ, эшләгәндән ҡул ҡалмаҫ.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • ЕЛӘКТЕҢ ХАҠЫ ТОТОРОҠЛО
  • Хорау-яуап
  • Хужабикә
  • Былар ҡыҙыҡлы
  • Ҡәҙерле дуҫтар!
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Еңеү уларҙы урап үтмәҫ, моғайын Яңылыҡтар
    Ошо көндәрҙә Сибай ҡалаһында мәктәп уҡыусылары араһында «Урал батыр» эпосын яттан һөйләү буйынса етенсе конкурс уҙҙы. Ҡала мәктәптәренең башҡорт теле уҡытыусылары һәм уҡыусылары был сараға бик ҡыҙыу һәм көсөргәнешле әҙерләнде. Уҙған йылдарҙан айырмалы, быйылғы бәйгелә традицион визитка һәм викторина менән бер рәттән, эпостан берәй күренеште сәхнәләштереү ҙә шарт итеп ҡуйылған. Шуға күрә конкурста бер уҡыусы ғына түгел, бәлки бөтә мәктәп тә ҡатнаша ала.
    Сәсәндәр бәйгеһендә Сибай ҡала гимназияһының 7-се «Б» синыфы уҡыусыһы Азамат Үтәшев гран-при яулауға өлгәште. Унда ҡатнашыу өсөн ул хатта думбырала уйнарға ла өйрәнгән. Азаматтың еңеүендә күптәрҙең өлөшө бар: йәш сәсәнде бәйгегә әҙерләүҙе әсәһе, башҡорт теле уҡытыусыһы Рүзидә Үтәшева үҙ өҫтөнә алһа, «Урал батыр» эпосынан өҙөк сәхнәләштереүҙе Миңлебикә Мырҙабулатова һәм Фатима Вәлитова ойошторған. Гимназияның театр студияһында шөғөлләнеүсе 8-се «Б» синыфы уҡыусылары менән бергә 7-се синыф уҡыусыһы Илгиз Бураншин, 3-сө синыф уҡыусыһы Нәркәс Иҫәндәүләтова башҡарыуында Йәнбирҙе һәм Йәнбикә, улдары Урал менән Шүлгән, Һомай образдары тамашасыларға һәм жюриға оҡшаны. Был конкурста гимназия уҡыусылары 1-се урын алыуға өлгәште. Мәктәптең визиткаһы (Зәкиә Хәмитова яуаплы) иһә 3-сө урын менән баhаланды. «Шулай уҡ 5-се синыф уҡыусыларына «Ҡолой кантон» йырын өйрәткән Мәмдүҙә Илбәкова ла сәсәндәр бәйгеһендә гимназияны матур итеп күрһәтә алды, – ти гимназия директорының уҡытыу эштәре буйынса урынбаҫары Алһыу Әғзәм ҡыҙы Теләүҡабулова. – Азаматты «Урал батыр» эпосы буйынса киләһе йылғы республика бәйгеһенә әҙерләйәсәкбеҙ».
    «Урал батыр» эпосын вавилон, шумер-аккад мифологияһы менән сағыштырып, әҫәрҙең кәм тигәндә 4000 йыллыҡ тарихы бар, тип иҫбатлай тарихсы-эҙләнеүсе Салауат Ғәлләмов. Ғалимдың бындай ҡыйыу фараздары фәнни эҙләнеүҙәр, тәүсығанаҡтарҙы сағыштырыу һөҙөмтәһе булһа ла, фән донъяһында ул һалҡын ҡабул ителде. Быуаттар төпкөлөнә бигүк төшмәйенсә, уҙған быуаттың 10-сы йылдарында сәсән Мөхәмәтша Буранғоловтың «Урал батыр» эпосының тулы вариантын Баймаҡ районында йәшәүсе Ғәбит сәсәндән яҙып алыуын иҫкә төшөрөргә кәрәк: ошо бәхетле осраҡ булмаһа, һис шикһеҙ, тотош донъяның рухи мираҫы булырҙай әҫәрҙең бөтөнләй юҡҡа сығыуы ла ихтимал ине бит. Эпосты йәш быуынға еткереү, уны популярлаштырыу маҡсатынан сығып ойошторолған республика сәсәндәр конкурсы йылдан-йыл юғарыраҡ кимәлдә уҙғарыла бара: тәүге йылдарҙа бәйгелә башлыса Баймаҡ, Хәйбулла кеүек көньяҡ район уҡыусылары ғына ҡатнашһа, хәҙер иһә төньяҡ райондар ҙа әүҙем ҡушылды. Әйткәндәй, үрҙә телгә алынған Сибай гимназияһы сәсәндәре республика кимәлендә уҙған бәйгелә ике тапҡыр призлы беренсе һәм икенсе урынды яуланы. Конкурс йылдан-йыл ҡатмарлаша бара: тәүге йылдарҙа «Урал батыр» эпосының 1500 юлын ятлау шарт булһа, хәҙер, әйтеүҙәренсә, 4000 юлды – яҡынса 100 битлек китап күләмен яттан һөйләп ишеттерергә кәрәк. Әлбиттә, был бик ауыр, әммә hәр кемдең хәленән килә алырҙай бурыс. Әҫәр менән башҡорттар ғына түгел, башҡа милләт вәкилдәре лә танышыу мөмкинлегенә эйә: ғалим Ғәйнислам Ибраһимов «Урал батыр»ҙы төрөк теленә тәржемә иткән, башҡорт халҡының мәшһүр эпосы шулай уҡ инглиз телендә лә нәшер ителә.
    Үткәндәребеҙ менән үҙебеҙ генә һоҡланып, тынысланып ҡалырға ярамай. Ошолай һәр мөмкинлектән файҙаланып, үҙ тарихыбыҙ, рухи-мәҙәни ҡомартҡыларыбыҙҙы бар донъяға танытырға тырышырға кәрәк. Ул саҡта, һис шикһеҙ, башҡа халыҡтар башҡортто тәрән тарихлы, тимәк, бай мәҙәниәтле милләт итеп ҡабул итәсәк.

    Илшат ҠАНСУРИН.
    авторы: Нур | 26 мая 2008 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Онотмай кесе быуын, ололай батыр рухын
  • Йәш сәсәндәр Урал батыр рухын ҡайтарған ...
  • Урал батыр рухы саҡырҙы
  • Ҡобайырға тереһыу бөркөп
  • Ҡобайырға тереһыу бөркөп
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru