Кешенең төҫ матурлығы матур түгел, эш матурлығы матур.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Крокодилдың теле һәленмәй.
  • Ялы ла, эше лә танһыҡ
  • «Байыҡ» бейеү конкурсының III туры үтте
  • Былар ҡыҙыҡлы
  • Йондоҙнамә
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Истанбулда башҡорт һабантуйы үтте Яңылыҡтар
    Башҡортостан Республикаһы делегацияһы кисә Төркиәнең баш ҡалаһы Истанбулда үткән башҡорт һабантуйында ҡатнашты.
    Халҡыбыҙҙың яҙғы сәсеү эштәренең тамамланыуы уңайынан уҙғарылған милли байрамы Истанбулда өсөнсө тапҡыр үтә. Һабан байрамы быйыл да боронғо Константинополь үҙәгендә – Мехмет Акиф Эрсой паркында бөтә донъяға билдәле Изге София ҡорамы һәм Зәңгәр мәсет эргәһендә үткәрелде.

    ***
    Республикабыҙ делегацияһы составына ингән рәсми вәкилдәр – БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министры Илдус Илешев, БР тышҡы иҡтисади бәйләнештәр, сауҙа һәм эшҡыуарлыҡ министры Борис Колбин, Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы урынбаҫары Юлай Ильясов, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, Яҙыусылар союзы рәйесе Рауил Бикбаев һабантуй үтәсәк Истанбул ҡалаһының Эминюню районы мэры Ненвзат Эр менән осрашты. Осрашыу барышында бүләктәр, сувенирҙар менән алмашыу булды, Илдус Илешев һабантуй программаһы менән таныштырҙы. Шул уҡ көндө Башҡортостан делегацияһы Әхмәтзәки Вәлиди Туғандың ҡәберен ҡараны.

    ***
    Көндөң икенсе яртыһында делегациябыҙҙың ижади төркөмдәре – Далан фольклор-эстрада төркөмө, Мираҫ фольклор бейеү ансамбле һәм Стәрлетамаҡ дәүләт филармонияһы бейеүселәре сығыш яһаны. Тамашасылар Флүрә Килдейәрова, Вәхит Хызыров, Римма Амангилдина, Фәдис Ғәниев, Лилиә Биктимерова, Ишморат Илбәков, Гөлсөм Бикбулатова кеүек республикабыҙҙың билдәле сәнғәт оҫталары сығышын ҡарап кинәнде.
    Ҡала үҙәгендә, Изге София ҡорамы һәм Зәңгәр мәсет эргәһендә, почетлы ҡунаҡтарҙы ҡабул итеү өсөн башҡорт тирмәһе урынлаштырылды. Төркиә ерендәге башҡорт һабантуйында милли көрәш, халыҡ уйындары буйынса ярыштар үткәрелде. Төркиәнең баш ҡалаһында һабантуй үткәреү традицияһы 2006 йылда башлана. Төрөктәр яҙғы баҫыу эштәренең тамамланыуына арналған башҡорт һабантуйын үҙ итте. «Истанбулда өсөнсө тапҡыр башҡорт һабантуйын үткәреү – Төркиә менән Башҡортостандың мөнәсәбәттәренең тотороҡлоғо күрһәткесе ул», – ти Башҡортостандың Истанбулдағы вәкиле Ҡаншаубей Мизиев.
    А. ИСМӘҒИЛЕВ.
    авторы: Нур | 31 мая 2008 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Мәскәүҙә – һабан байрамы
  • Петербургта – башҡорт һабантуйы
  • Истанбулдар башҡорт һабантуйын тамаша ҡылды
  • Төньяҡ баш ҡаланы шаулаттыҡ
  • Башҡорт моңо – ете диңгеҙ артында
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru