Башлаусыһы булһа, ҡеүәтләүсеһе табылыр.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Йәштәр «Майҙан» клубына йыйылды
  • Суғамаҡ башында
  • «Ассамблея үҙ бурысын лайыҡлы үтәй»
  • Әтәс, тауыҡ, себештәр тураһында
  • Кейемдең... төҫөнә ҡарап та ҡаршы алалар
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Ҡурай сыңлай һабантуйыбыҙҙа, Бәйге ҡото – аҡбуҙ толпары... Яңылыҡтар
    Май аҙағы, июнь башы – миҙгел араһы: әллә һалҡынса яҙҙың ахыры, әллә эҫе йәй башы... Метеорологтар иҫбатлауынса, һауаның бындай тотороҡһоҙлоғо йыл һайын ҡабатлана: йылы көндәр мотлаҡ һалҡындары менән сиратлаша. Тап ошондай мәлдә Әбйәлилдә район һабантуйы үтте. Ҡояшлы көндәр йонсоуға алмашынғас, һалҡын ямғыр аҫтында нисек байрам ителер икән, тип борсолған урындағы халыҡ өсөн «күк канцелярияhы» кинәт кенә бүләк эшләне: 31 майҙа, ҡар һалҡынын еңеп, ҡояш нурын мул һипте.
    Ямғырҙан һуң һабантуй үтә торған ялан саф йәшел төҫкә инеп, һулап туйғыһыҙ үлән еҫенә тулғайны. Наҙлы күгәрсен күҙе, еләк сәскәләре бала-сағаны ғына түгел, оло йәштәгеләрҙе лә һөйөндөрҙө: «Алла бирһә, быйыл еләк күп булмаҡсы!» Тәбиғәт менән аралашыуҙы һағынған, милли байрамдың ҡабатланмаҫ һулышын тойорға ашыҡҡан барса халыҡ иртә таңдан машиналарҙа, аттарҙа һәм йәйәү Дауыт ауылы янындағы ошо гүзәл төбәккә ағылды. Күңелдәре дәрткә тулғас, һауа торошона иғтибар итеүселәр аҙ булды, буғай: аллы-гөллө йәйге кейемдәр күҙҙе сағылдырҙы.
    Тантаналы рәүештә һабантуй асыҡ тип иғлан ителгәс, гимндар яңғырап, әләмдәр күтәрелгәс, Ғаилә йылына арналған тамаша башланып китте. Күңелле йыр-бейеү, таҡмаҡ-шиғыр менән һуғарылған матур сара һәр кемдең күңеленә хуш килде. Унда яңы ғаилә ҡорған йәш парҙар, яңы бәпәй тапҡан әсәләрҙең ҡатнашыуы бигерәк отошло булды. Әйткәндәй, йыл башынан районда 120 йәш ғаилә барлыҡҡа килгән, 384 бала донъяға үҙенең тыуыуы хаҡында хәбәр иткән (был, 2007 йылдың ошо уҡ осорона ҡарағанда, 87 бәпескә күберәк). Алты әсә быйыл «Әсәлек даны» миҙалы менән наградланған, никахта 50 йыл һәм унан да күберәк йәшәгән 35 пар ғаилә юбилейҙарын үткәргән.
    Ғөмүмән, Әбйәлил районы хеҙмәтсәндәре һабантуйҙы ҡыуанып, дәртләнеп ҡаршыланы. Яҙғы сәсеү эштәре ваҡытында башҡарылғас, баҫыуҙарҙа берҙәм күтәрелеп килгән йәшел ҡыяҡтар һәр кемдең күңелен йылыта. Ҡышты юғалтыуһыҙ үткәргән малсылар һыйырҙарҙы йәйге лагерҙарға ҡыуып, йәйге эш графигына күскән. Район хакимиәте башлығы Владимир Павлюкович, тамашасыларҙы тәбрикләп, 2007 йылда продукция етештереү күләменең 2006 йылға ҡарағанда 15,1 процентҡа артып, 1 миллиард 556 миллион һум тәшкил итте, тине. 14 ауыл хужалығы предприятиеһының 13-ө йылды табышлы тамамлаған. Шундай уҡ тенденция быйыл да күҙәтелә. Ғөмүмән, һуңғы йылдарҙа райондың социаль-иҡтисади үҫешендә тик ыңғай күренештәр генә булып тора һәм Әбйәлил ышаныслы рәүештә республикабыҙҙың иң үҫешкән тәүге ун районы иҫәбенә инә.
    Әбйәлилдәрҙе БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, төҙөлөш, архитектура һәм транспорт министры Хәмит Мәүлийәров ҡайнар сәләмләне. Ул барыһын да байрам менән ҡотлап, Президентыбыҙ Мортаза Рәхимов исеменән иң изге теләктәрҙе еткерҙе. «Беҙ, өфөләр, һәр ваҡыт райондың яҙмышы, тормошо менән ҡыҙыҡһынып, уңыштарына ихлас ҡыуанып йәшәйбеҙ – тыуған төйәккә булған яҡты хистәребеҙ һәр саҡ күңелебеҙ түрендә», – тип яҡташтары алдында тулҡынланып сығыш яһаған Башҡортостандың халыҡ артисы Әхтәм Әбүшаhманов баш ҡалала йәшәүсе әбйәлилдәрҙән барыһына ла сәләм тапшырҙы. «Күпер төҙөү идаралығы» йәмғиәте директоры, Белорет районы советы рәйесе Евгений Карепанов, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Рим Жданов һәм башҡа саҡырылған ҡунаҡтар ҙа әбйәлилдәрҙе иң матур байрамдарҙың береһе менән ысын күңелдән ҡотлап, һаулыҡ, уңыштар теләне.
    Һабантуйҙа хужалыҡтар, фермалар, малсылар араһында малсылыҡ продукцияһын етештереү буйынса хеҙмәт ярышына йомғаҡ яһалып, «иң-иң»дәрҙең исемдәре яңғыраны. 1-се дәрәжә диплом һәм «ВАЗ-2105» автомобиле Күсимов исемендәге хужалыҡҡа тапшырылды (рәйесе – Әхәт Мортазин). 2-се дәрәжә диплом менән – Красная Башкирия (Рәил Фәхрисламов), 3-сө дәрәжә диплом менән Орлов исемендәге хужалыҡтар (Мәжит Шәғәлиев) наградланды. Һөт-тауар фермалары араһында Рәйсә Хисмәтуллина етәкләгән Покровка фермаһы, шулай уҡ Ҡырҙас (Фәрит Бикйәнов), Первомайский (Римма Махийәнова) фермалары алдынғылар сафын тултырып. Айбулат Ғилманов Әбйәлил ҡаҙҙары шәхси предприятиеhы), Анатолий Грудцин (Грудцин КФХ-hы), Нуретдин Хәсәнов (Хәсәнов КФХ-һы) буш торған мал аҙбарҙарын яңынан «терелткән», мал һанын арттырыуға өлгәшкән өсөн маҡтау һүҙҙәренә һәм бүләккә лайыҡ булды.
    Һауынсылар Әлмира Әминева, Зөһрә Махийәнова, Нурзифа Хәкимова, быҙау ҡараусылар Мария Ермолаева, Әнисә Амангилдина, Зөлфиә Ниғмәтуллина, мал ҡараусылар Василий Иванов, Рәсих Шириязданов, Нәғимйән Мусин, Ингел Ишаев, Валентина Греб, Ишдәүләт Шөғөров, Рәүф Ғибәҙуллиндар ҙа дипломдар, аҡсалата премиялар алып ҡыуанды.
    Баҫыуҙарҙа иген сәсеп, ҡара тир түккән игенселәр, әлбиттә, байрам тамашаһының уртаһында булды. Үҫемлекселек буйынса беренсе урын алған Красная Башкирия хужалығының рәйесе Раил Фәхрисламовтың йөҙөнән йылмайыу өҙөлмәне – ВАЗ-2107 автомобиле уларға эләкте бит! Күршеләренән саҡ ҡына ҡалышҡан Агро йәмғиәте (Наил Әхтәмов), Орлов исемендәге хужалыҡ (Мәжит Шәғәлиев) икенсе, өсөнсө урындарҙы бүлеште. Күсимов исемендәге (Әхәт Мортазин), Маяҡ (Кәрим Ҡолмөхәмәтов), Далан (Тәлғәт Мөхәмәҙиев) хужалыҡтары, Башҡорт МТС-ының Әбйәлил филиалы (Фирғәт Сәғитов), Өмөтҡужин (Рафаэль Өмөтҡужин), Ҡыҙылъяр (Ғәйфулла Ильясов), Серпков (Владимир Серпков) крәҫтиән-фермер хужалыҡтары ла еңеүселәр исемлегенә инде. Ә һабан батырҙары кемдәр тиһегеҙме? Бына улар: Азамат Әҙелмырҙин, Хәлит Төхвәтуллин, Йәзәр Ялмырҙин, Радик Йыhануров, Миңлебай Хоҙайбирҙин, Вәлит Әбсәләмов, Азат Ғүмәров, Марсель Бакиев, Динар Хәкимов, Радик Ғибәҙәтов, Рафаил Дәүләтшин, Марат Ғибәҙәтов, Вәкил Моратшин. Атайҙарын һәм ағайҙарын, әсәйҙәрен һәм апайҙарын сәхнә түрендә тәбрикләгәндә бала-сағаның нисек ҡыуанғанын күрһәгеҙ! Әйтерһең дә, уларҙың үҙҙәрен ҡотлап, бүләкләнеләр. Эстән генә, үҫкәс, мин дә шулай тырышып эшләрмен, бүләктәр, маҡтау ҡағыҙҙары алырмын, тип торғандарҙыр әле үҙҙәре.
    Йоланы боҙмайынса, Ким Әхмәтйәнов исемендәге район премияһын да һабантуйҙа тапшырҙылар. Быйыл премия БР Яҙыусылар союзы ағзаһы, шағирә, драматург Зөһрә Фәйзуллинаға бирелде.
    Һабантуйҙың тантаналы өлөшө тамамланыу менән тирмәләр араһындағы конкурсҡа йомғаҡ яһалды (унда еңеүҙе Байым ауылы яуланы), аттракциондар, уйындар, ярыштар башланды. Ҡыҙыҡлы ла, күңелле лә уйындарҙа әллә күпме халыҡ ҡатнашты, приздар отто. Бер-береһен дәртләндереп, сәмләндереп, ҡолғаға менеп бүләктәр төшөргән, сыбыҡты ат итеп сабышҡан, волейбол-футбол уйнаған әбйәлилдәр эшләй ҙә, ял да итә белеүен тағы ла бер тапҡыр иҫбатланы. Ә ат сабышы, көрәш тамашасыны бигерәк тә күп йыйҙы.
    Кискә тиклем һабантуй яланы гөрләп торҙо. Ял итеп күңеле булған халыҡ киләһе һабантуйҙарҙа осрашырға һүҙ ҡуйышып, таралышты: «Донъялар ғына имен торһон, икмәк мул үҫһен, ә байрамдарҙы – булдырырбыҙ ул!»
    Баныу ҠАҺАРМАНОВА.
    авторы: Нур | 3 июня 2008 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Мәскәүҙә – һабан байрамы
  • Ҡурай яңғыраны моң булып
  • [b]Ура, башҡорт һабантуйы![/b]
  • Өфөнөң Конгресс-холында тәүге тапҡ ...
  • Халҡым күңеленең матурлығы, уңған ...
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru