Дәрт биргәнгә дарман бирер.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Республика медицина кәңәшмәһенә әҙерлек ҡыҙа
  • Былар ҡыҙыҡлы
  • Янылыктар
  • БАЙРАМ ТАБЫНЫНА МОСОЛМАН АШТАРЫ
  • Байрамығыҙ менән, почтальондар!
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Башҡорт моңо – ете диңгеҙ артында Яңылыҡтар
    Башҡортостандан 100-ҙән ашыу кешенән торған делегация Төркиәлә башҡорт hабантуйында ҡатнашты. Истанбулда үтәсәк байрамға ҡалала алдан әҙерлек башланды. Һәр районда баннерҙар эленде, саҡырыуҙар ебәрелде, республика тураhында гәзиттәр, буклеттар эшләнде. БР-ҙың рәсми делегацияhын Төркиәнең баш ҡалаhында ихлас ҡаршыланылар, уларҙың килеүе хөрмәтенә төрөктәр иҫтәлекле бүләктәр ҙә әҙерләгәйне. БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, мәҙәниәт hәм милли сәйәсәт министры Илдус Илешев урындағы етәкселеккә БР Президентының сәләмен еткерҙе hәм Истанбулда hабантуй үткәреүҙә ярҙам күрhәткән өсөн рәхмәтен белдерҙе.
    Нәүзәт Эминөнү районы мэры Нәүзәт Эр, үҙәк дәүләт власы органдары ғына түгел, шулай уҡ урындағы органдар араhында ла тығыҙ хеҙмәттәшлек hәм бәйләнештәр илдәр араhындағы дуҫлыҡ мөнәсәбәттәрен үҫтереү өсөн ҙур әhәмиәткә эйә, тип билдәләне.
    Был көндө илдең мәҙәни үҙәгендә, донъяның боронғо ҡалаларының береhендә башҡорт йыры, ҡурай моңдары әллә ҡайҙан үҙенә саҡырып, яңғырап торҙо. Тамашаны ҡарарға халыҡ төрлө тарафтарҙан күпләп йыйылғайны. Башҡортостандың эстрада йондоҙҙары ҡатнашлығындағы концерт береhен дә битараф ҡалдырманы: hабантуйҙы тамаша ҡылырға килеүселәр түҙмәй, сәхнәләге дәртле бейеүҙәргә ҡушылып, үҙҙәре лә бейергә төштө.
    Ниндәй hабантуй көрәшhеҙ булhын инде! Төрөктәр, әзербайжандар, украиндар менән бергә майҙанда беҙҙең республиканан дүрт батыр бил hынаны. Көршәк ватыу буйынса ярышты ла халыҡ ихлас күҙәтте. Хатта Эминөнү районы мэры Нәүзәт Эр был тамашаны тыныс ҡына ҡарап тора алмай, үҙе лә уйында ҡатнашты.
    Еңеүселәргә әҙерләнгән башҡорт йырҙары яҙылған дискылар, башҡорт балы hәр кемдең күңеленә хуш килгәндер. Был көндө Истанбул башҡорт моңона ҡойондо. Мәхмәт Акиф Эрсой исемендәге паркҡа hабантуйға килгән ҡунаҡтарҙы Башҡортостан мәҙәниәте, сәнғәте ысын мәғәнәhендә әсир итте.

    «Башинформ».
    авторы: Нур | 3 июня 2008 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Истанбулдар башҡорт һабантуйын тамаша ҡылды
  • Мәскәү беҙҙә ҡунаҡта
  • Шатландырҙы ла, уйландырҙы ла
  • Мәскәүҙәрҙе «аh» иттереп
  • Истанбулда башҡорт һабантуйы үтте
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru