Ҡатын уңғаны иргә яраған, ир уңғаны илгә яраған.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Байрамығыҙ менән, почтальондар!
  • Йәш быуынды күренекле шәхестәр өлгөһөндә тәрбиәләйек
  • Яңылыҡтар
  • Хужабикәгә кәңәш
  • Аҡ йыланды осратһаң – бәхеткә, имеш
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Янылыктар Яңылыҡтар
    Европа иҫәбе буйынса

    «Евростат»тың һуңғы мәғлүмәттәре буйынса, Европа илдәрендә аҙыҡ-түлеккә хаҡтар 12 ай эсендә 7,1 процентҡа күтәрелгән.
    Балыҡсылар һәм водителдәр баш күтәрә, хужабикәләр, магазинға бер сығыу көндән-көн ҡыйбатлана бара, тип зарлана. Ә Рәсәй халҡы нимә эшләргә тейеш? Беҙҙә ғинуар – май айҙарында ғына инфляция 7,7 процент тәшкил иткән, ә йыл дауамында 14 проценттан уҙып киткән. Өҫтәүенә, аҙыҡ-түлеккә хаҡтар ныҡ арта. Шул уҡ ваҡытта беҙ Европа халҡына ҡарағанда күпкә әҙерәк эш хаҡы алабыҙ, ә аҙыҡ-түлеккә хаҡтар уларҙыҡынан бик айырылмай, хатта артып та китә. Мәҫәлән, картуф, кишер, тауыҡ, дөгө һәм кока-колаға хаҡтарҙы сағыштырып, шундай һығымтаға килгәндәр. Иң ҡыйбат хаҡтар – Стокгольм менән Лондонда, аҙыҡ-түлек йыйылмаһы өсөн унда 14 доллар кәрәк буласаҡ. Киевта ул 12 долларға төшәсәк. Мәскәү был йәһәттән дүртенсе урынды биләй. Тбилиси менән Бакуҙа иһә хаҡтар Мәскәүгә ҡарағанда 30 центҡа әҙерәк.

    Социаль түләүҙәр артасаҡ

    РФ Дәүләт Думаһы социаль түләүҙәрҙе күтәреү тураһында закон проектын ҡараясаҡ.
    Шуларҙың иң мөһиме минималь эш хаҡы кимәлен күтәреүгә ҡағыла. 2009 йылдан минималь эш хаҡы күләме ике тапҡырға артып, минималь йәшәү кимәленә етергә тейеш. Әле ул 4330 һум тәшкил итә. Депутаттар, индексация бар халыҡтың эш хаҡы артыуына килтерәсәк, тип өмөтләнә. Мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн дә пособиелар күләменең артыуы көтөлә. Әлегә тиклем ул 500 һум булһа, киләсәктә 1200 һумға етәсәк.

    Яңы етәксегә ҡаршы

    Сеул үҙәгендә уҙған төндә тиҫтәләгән кеше, илдең яңы Президенты Ли Мен Бактың сәйәсәтенә ҡаршы сығып, баш күтәргән.
    Иң беренсе сиратта улар, ил башлығының, Америкала ҡотороҡ эпидемияһы көсәйеүенә ҡарамаҫтан, унан һыйыр ите индерергә рөхсәт биреүенә ҡаршы. Манифестацияны ойоштороусылар әйтеүенсә, унда 800 меңгә яҡын кеше ҡатнашҡан, полиция иһә, улар ун тапҡырға әҙерәк, тип иҫәпләй. Әммә Сеулда һәм Көньяҡ Кореяның башҡа ҡалаларында властың эшмәкәрлегенә ҡаршы төнгө демонстрациялар башланған көндән алып быныһы – иң күп кеше ҡатнашҡан ҡаршылыҡ акцияһы.

    Үҙгәрештәр булырмы?

    Шишәмбелә Дәүләт Думаһында «Берҙәм Рәсәй» фракцияһының «Киң мәғлүмәт саралары тураһында» Законға төҙәтмәләр әҙерләү буйынса эш төркөмөнөң ойоштороу ултырышы үтте.
    Был закон нисек үҙгәрәсәк, ғөмүмән, үҙгәрәсәкме – был хаҡта тик көҙгә генә билдәле буласаҡ. Тик шуныһы яҡшы аңлашыла: «Киң мәғлүмәт саралары тураһында» Законға ниндәйҙер үҙгәрештәр индереү хаҡында Кремлдең аныҡ сәйәси заказы юҡ. Булған осраҡта, эш күпкә тиҙерәк барыр ине.

    ВИЧ-инфекциялылар кәмей

    Рәсәй Федерацияһының баш санитар табибы Геннадий Онищенко әйтеүенсә, Рәсәйҙә йыл һайын 35 – 40 мең ВИЧ-инфекциялы кеше асыҡлана.
    Был күрһәткес, Рәсәйҙә СПИД-тың иң көсәйгән мәле – 2001 йыл менән сағыштырғанда, күпкә әҙерәк. Ул ваҡытта Рәсәйҙә 80 мең ВИЧ-инфекциялы теркәлгән була.

    Һуңғы биш йылдағы иң ҙур фажиғә

    Шаршамбыға ҡараған төндә Суданда ҙур авиафажиғә була.
    Иорданиянан килеүсе самолет ергә төшөү менән янғын сыға һәм көслө шартлау яңғырай. Аэробус бортында бөтәһе 217 кеше була. Иң тәүге мәғлүмәттәр 120 кешенең үлеме хаҡында хәбәр итһә, һуңынан асыҡланыуынса, уларҙың һаны ун тапҡырға әҙерәк – фажиғәлә 28 кеше һәләк булған. Әммә 66 кешенең яҙмышы әлегә билдәһеҙ. Зыян күреүсе 100-ҙән ашыу кешегә дауаханаларҙа медицина ярҙамы күрһәтелә. Фажиғәнең сәбәбе – һауа шарттарының насар булыуы. Самолет ергә төшкән ваҡытта көслө йәшен була. Тирә-яҡта бер нәмә күрерлек түгел, пилоттар һуҡыр рәүештә самолет менән идара итә. Ергә төшкән ваҡытта һауа лайнерының тиҙлеге ныҡ юғары була. Һөҙөмтәлә ул осоу һыҙатынан сығып китеп, ергә бәрелә һәм янғын сыға.
    авторы: Нур | 12 июня 2008 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Отпускының файҙаланмаған көндәре янамы?
  • Күсәр
  • Отчетмы әллә һайлау алды программаһымы?
  • Янылыктар
  • Янылыктар
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru