Ата алмаған мылтығынан күрер.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Эсергәме-эсмәҫкәме – үәт мәсьәлә!
  • Йондоҙнамә
  • АУЫЛҒА ҠАЙТ ТА АҠСА АЛ!
  • Йондоҙнамә
  • Ҡасан башҡорт йәнһүрәте булыр?
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Янылыктар Яңылыҡтар
    МӨҺИМ ДЕКЛАРАЦИЯ

    Рәсәй Президенты Дмитрий Медведев менән Белоруссия Президенты Александр Лукашенко Бреста үткән осрашыуҙа гуманитар бәйләнештәрҙе, коллектив хәүефһеҙлекте нығытыу, ике илдең мөнәсәбәттәрен үҫтереү буйынса декларацияға ҡул ҡуйҙы.
    Шулай уҡ документ хәрби-техник, хәрби хеҙмәттәшлекте күҙ уңында тота. Рәсәй һәм Белоруссияла иҡтисадты инновацион яҡтан үҫтереү, ике ил инвесторҙарының да эшмәкәрлеген көсәйтеү буйынса аныҡ эштәр ҡаралған.
    Декларацияла өҫтөнлөклө йүнәлеш итеп ике ил араһында транзит транспорты системаһын үҫтереү билдәләнә, атом энергетикаһы тураһында ла һүҙ бара. Мәғариф, һаулыҡ һаҡлау, фән өлкәләре лә иғтибарға алынған.


    БАЙ МЕНӘН АШАҒЫҢ КИЛӘМЕ?

    Планетаның иң бай кешеһе – американ Уоррен Баффет менән төшкө аш ашарға теләүселәр махсус аукционда ҡатнаша ала.
    Уоррен Баффет менән төшкө аш аукционға ҡуйылған, ставкалар 25 мең долларҙан башланған.
    Аукционда еңгән кеше Нью-Йорктың иң ҡиммәтле ресторанында ашай аласаҡ, унда бер кешенән минималь заказ 100 мең доллар булырға тейеш.
    Бай менән ашау бәхете былтыр ике эшҡыуарға йылмайғайны. Улар инвестиция баҙарының иң килемле өлкәләрен бер ниндәй хатаһыҙ билдәләй алыусы бай менән һөйләшеп ултырыу өсөн 650 мең долларын сығарып һалды. Быйыл ставканың тағы ла юғарыраҡ булыуы ихтимал. Байҙарҙың һаны ла артты, Баффет та нығыраҡ байыны. Әйткәндәй, уның мөлкәте 62 миллиард доллар менән иҫәпләнә.
    Баффет менән төшкө аштан килгән килем Сан-Францискола йәшәүсе йортһоҙ кешеләр һәм ярлыларға ярҙам өсөн тотоноласаҡ.

    БАЛАЛАР АУЫРЫЙ

    Йәйге каникулдар етеп, балалар лагерҙарҙа ял итә башлау менән, төрлө проблемалар ҙа килеп тыуҙы.
    Красноярск ҡалаһының «Ҡояшлы» балалар лагерында 54 бала дауаханаға эләккән, улар иерсиниоз менән ауырый, тип фаразлайҙар. Әле ауырыусыларҙың тағы ла күберәк булыуы ихтимал. Сөнки иерсиниоздың инкубацион ваҡыты ете көн дауам итә.
    Иерсиниоз – ашҡаҙан ауырыуы, уны башлыса сысҡандар һәм башҡа кимереүселәр йөрөтә. Инфекция кешегә аҙыҡ аша инә.
    Ошондай уҡ хәл Чита ҡалаһындағы «Чайка» балалар лагерында ла күҙәтелә. Унда 8 – 14 йәштәге 29 бала дауаханаға эләккән. Ауырыусылар араһында һауыҡтырыу лагерында эшләүселәр ҙә бар.

    ҠЫТАЙҘАР ТУРИСТАРҒА
    АЯҠ САЛА


    Хәҙер Ҡытайҙағы Джомолунгма тауына теләгән һәр бер туристың күтәрелә алмауы ихтимал.
    Сөнки ҡытайҙар ундағы экологик хәл өсөн борсола. Бөтәһенә лә туристар ҡалдырған сүп-сар ғәйепле, ул тауҙың экосистемаһына зарар килтерә.
    Былтыр Эверестың Ҡытайҙағы участкаһында 40 мең турист булған, улар үҙҙәренең артынан 120 мең тонна сүп-сар ҡалдырған. Йылдың тәүге яртыһында Ҡытай Республикаһының тәбиғәтте һаҡлау ведомстволары туристар ҡалдырған бысраҡты таҙартырға иҫәп тота. Юҡһа тауҙа, ысынлап та, экологик һәләкәт буласаҡ. Джомолунгмала сүп-сар шул тиклем күп, хатта был районды «донъялағы иң бейек сүп-сар ташлау урыны» тип йөрөтәләр.
    Әле Эверестың Ҡытайҙағы өлөшөнә тик был ил граждандары ғына күтәрелә ала, сит ил туристарына тауға күтәрелеү ҡәтғи тыйылған.
    Лилиә СИРАЕВА әҙерләне.
    авторы: Нур | 24 июня 2008 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Был аҙнала беҙҙе уйға һалды
  • Донъя яңылыҡтары
  • Яңылыҡтар
  • Был донъяла ниҙәр бар?
  • 400 миллион ҡытай тыумай ҡалған
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru