Йоҡосан егеткә дәрт булмаҫ.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Дайджест
  • Яҡташыбыҙ – ғорурлығыбыҙ!
  • Беренсе мөхәббәт
  • Ҡолаҡ һал!
  • Эскелек ҡорбандары арта
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • ЛАЙЫҠЛЫЛАР БИЛДӘЛӘНДЕ Яңылыҡтар
    Салауат Юлаевтың шәхесе нисәмә йылдар буйы кешеләрҙе ижадҡа, батырлыҡҡа өндәп, саҡырып тора. Шуға ла уға арналған конкурстар ҙа ҡыҙыҡлы, күп яҡлы була.
    Әле республиканың Зәки Вәлиди исемендәге Милли китапхананың Үҫмерҙәр филиалында матур күргәҙмә эшләй. Унда баш ҡаланың йәштәр, үҫмерҙәр, балалар клубтарында шөғөлләнеүселәренең пейзаждары, портреттары, сюжет композициялары урын алған. «Мин Башҡортостанда йәшәйем» тип аталған номинацияла декоратив-һынландырыу сәнғәте өлгөләре иғтибарҙы айырыуса йәлеп итеп тора. Ә инде Салауатты, тыуған еребеҙ – Башҡортостанды данлаған шиғырҙар, хикәйәләр, һүрәтләмәләр араһында ысын ижад өлгөләре булыуы уғата шатлыҡлы.
    Был күргәҙмә Салауат Юлаевҡа арналып, балалар, йәштәр, үҫмерҙәр араһында ойошторолған Республика ижади конкурсы айҡанлы асылған. Яңыраҡ уға йомғаҡ та яһалып, еңеүселәр билдәләнде.
    Салауат Юлаевҡа, ул данлаған ергә арналған конкурста гран-приҙы Дарья Петрикова алды. «Тыуған илгә маҡтау йыры»н яҙған ҡыҙ Рәсәй Федерацияһы Президенты Указы менән талантлы йәштәргә ярҙам йөҙөнән бирелгән премияға лайыҡ булды. Иглин районы уҡыусылары Дамир Мостафин менән Дмитрий Веревочников «Орленок» Бөтә Рәсәй балалар үҙәгенә путевка менән бүләкләнде. Беренсе, икенсе, өсөнсө урынды яулаусылар ҙа бүләкһеҙ ҡалманы. Конкурста еңеүселәр араһында Тәтешле, Салауат, Иглин райондары вәкилдәре лә булды.
    Балалар, йәштәр араһында илһөйәрлекте тәрбиәләгән конкурстар үткәреү – мәртәбәле, кәрәкле сара. Бындай ярыштар, конкурстар Башҡортостанда йыш уҙғарыла. Сараларҙа ҡатнашығыҙ, ижад итеү үҙе бер бәхет булһа, бүләктәр алыу икеләтә ҡыуаныс бит!

    Лилиә СИРАЕВА.
    Юлай КӘРИМОВ фотоһы.
    авторы: Нур | 24 июня 2008 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Бар халыҡты йәнә бергә йыйҙы Салауаттың ...
  • Рәхим итегеҙ Өфөгә,
  • Хоккейсылар миҙгелен Салауат Юлаевтан башланы
  • Салауатлы таңдар атҡанда
  • «Үҙемде Салауат ғәскәрендә кеүек ...
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru