Иренсәккә эш ярамаҫ.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Июнь
  • Йәштәр «Майҙан» клубына йыйылды
  • Күңеле саф Әлфирә
  • [b]Орлоҡ һалығыҙ, тип көтә ер[/b]
  • «Паспортҡа йылдар ҡушығыҙ»
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • «Гүргә инер сер ине – 2» Яңылыҡтар
    Һеҙгә ҡыйын булғаны бармы? Миңә бар. Дөрөҫ әйтмәhәң, дөрөҫ эшләмәhәң, дөрөҫ hығымта яhамаhаң, үлер сиккә етелә. Ә бына ошо хистәрҙе, хәҡиҡәтте драматург Рәлиф Кинйәбаев «Гүргә инер сер ине – 2» әҫәренә hалған. Иң беренсе шуны әйтеп үтергә кәрәк – «Нур» татар дәүләт драма театры сәхнә теле буйынса башҡаларға өлгө булырлыҡ. Тап ошонда ишеттем мин саф татар телен. Бер ниндәй ҡатнаш hүҙ, аhәң, өн юҡ!
    Нимә ул сафлыҡ? Был hорауға hәр кем үҙенсә яуап бирер. Әммә драматург Рәлиф Кинйәбаевтың үҙ тәғлимәте бар. Сәхнә әҫәре тап башҡаларҙы ғәйептәре, гонаhтары хаҡында уйландырыр өсөн ҡуйыла ла. Унда иң мөhиме – hәр кемдең хәҡиҡәтте таныуы. Йәш ир менән ҡатын бер-береhен ярата, әммә өлкән ир йәш ҡатынға ғашиҡ була. Тап шул мәлдә башлана ла инде проблема. Әммә өлкән ирҙең танышы булған өлкән ҡатын бөтөнләй башҡа фекерҙә – йәш ир менән ҡатын бер-береhен ярата, бер-береhенә тоғро. Тик донъя үҙ ҡанундарын ҡуя: өлкән ҡатындың ейәне үлемесле ауырый hәм өлкән ир шарт ҡуя: әгәр өлкән ҡатын йәш ҡатынды түшәккә hалhа, аҡса бирәсәк. Их, был тормоштоң аяуhыҙлығы, ҡатмарлылығы... Бына бөгөндән тот та башҡа ерҙә йәшәй башла! Әммә сафлыҡ, пак хистәр тантана итә: бер кем дә, бер ни ҙә hатып ала алмаҫ тойғолар бар ерҙә. Тап ана шул хаҡта әйтергә теләй «Нур» татар дәүләт драма театры артистары. Бөгөн һәм иртәгә «Гүргә инер сер ине – 2» спектакле ҡабат сәхнәгә сыға. Әгәр күңелдәрегеҙҙе сафландырырға, тормош мәшәҡәттәренән арынып, йәнегеҙҙе пакларға теләhәгеҙ, рәхим итегеҙ! Унда hеҙҙе гонаhтарығыҙ, ғәйептәрегеҙ менән осрашыу көтә. Һеҙ әҙерме?
    Лариса АБДУЛЛИНА.
    авторы: Нур | 24 июня 2008 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • ҺЕҘ КЕМ?
  • Күңелдәрҙә яҙ һәм театр
  • «Иң шәп әҫәр әле яҙылмаған»
  • Краснодарҙа башҡорт бармы?
  • Көлкөлиум
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru