Аҡрын барған аттан уҙған, йүгереп барған тайҙан ҡалған.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Ҡотлайбыҙ!
  • [b]Тарих киләсәккә юл яра[/b]
  • Күңеле саф Әлфирә
  • «Мин – көслө, ә һин – таһыллы»
  • «ИҒТИБАР: БАЛАЛАР!»
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Янылыктар Яңылыҡтар
    Рәсәй – ЕС саммиты башланды

    Рәсәй Президенты Дмитрий Медведев дәүләт башлығы сифатында беренсе тапҡыр Рәсәй – ЕС саммитының рәсми ултырышын асты.
    РФ – ЕС яңы база килешеүе төҙөү буйынса һөйләшеүҙәрҙе рәсми башлап ебәреү сараның төп һөҙөмтәһе буласаҡ. «Буласаҡ документ ҡыҫҡа һәм аныҡ, шул уҡ ваҡытта юридик яуаплылыҡҡа, сәйәси көскә эйә һәм киләсәккә йүнәлтелгән булырға тейеш», – ти Президент ярҙамсыһы Сергей Приходько.

    «Газпром»дың составы яңыра

    Мәскәүҙә «Газпром» акционерҙарының йыллыҡ йыйылышы үтә.
    Көн тәртибенә 14 мәсьәлә сығарыла. Шуларҙың иң мөһиме – компанияның директорҙар советы рәйесен алмаштырыу. Элек был вазифаны Дмитрий Медведев биләгәйне. Әле иһә уны РФ Хөкүмәтенең беренсе вице-премьеры Виктор Зубков алмаштырасаҡ. Директорҙар советында башҡа үҙгәрештәр ҙә көтөлә. Әлеге ваҡытта «Газпром»дың 11 кешенән торған директорҙар советына 19 кандидат раҫланған. Мәҫәлән, «Сбербанк»тың әлеге башлығы Герман Грефты РФ иҡтисади үҫеш министры Эльвира Нәбиуллина алмаштырасаҡ. Акционерҙарға шулай уҡ 2007 йылға дивидендтарҙы раҫларға ла тура киләсәк. Директорҙар советы уларҙы, 2006 йыл менән сағыштырғанда, 5 процентҡа күтәрергә тәҡдим иткән. Йәғни бер акция – 2,66 һумға тиклем. Концерн йыл аҙағына тиклем дивидендтарҙы түләүгә 62,9 миллиард һум аҡса бүлмәксе.

    Хәрби самолет һәләкәткә осраған

    Индонезияның хәрби самолеты Ява утрауының көнсығышында һәләкәткә осраған.
    Ул кесе йома көнө иртән Джакарталағы Халим авиабазаһынан осҡан. Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, hауа лайнеры илдең баш ҡалаһынан көньяҡҡа ҡарай 100 саҡрым алыҫлыҡта, Салак тауҙары һыртына ҡолаған. Самолет бортында барлығы 18 кеше – биш команда ағзаһы һәм 13 пассажир була. Улар араһында Сингапур, Һиндостан, Бөйөк Британия граждандары ла бар. Әлеге ваҡытта Салак тауҙары янында эҙләү-тикшереү эштәре алып барыла.

    Йә Думаның юбилейы,
    йә Европа футболы


    Киләһе йомала башланасаҡ каникулдары алдынан РФ Дәүләт Думаһының һуңғы ултырышы үтә.
    Яҙғы сессияла халыҡ һайланыусылары көсөргәнешле эшләне, тип әйтеп булмай. Үҙҙәренең төп ҡаҙанышы тип улар Владимир Путинды Премьер-министр вазифаһында раҫлауҙы һанай. Ашығыс булмаған эш араһында улар беҙҙең футболсылар һәм хоккейсылар өсөн дә «ауырырға» өлгөрҙө. Хәҙер иһә Пекинда үтәсәк Олимпиадаға барыу уйы менән генә йәшәйҙәр. Дәүләт Думаһының яңы – бишенсе саҡырылыш депутаттарының эше башланыуға ярты йыл һиҙелмәй ҙә үтеп китте.
    Ғинуарҙа яңы һайланған депутаттар Раштыуаны байрам итте. Һуңынан иһә әллә күпме ваҡыт вазифаларҙы, комитет һәм кабинеттарҙы бүлештеләр. Ә мартта Президент һайлауҙары башланғас, закондар бөтөнләй онотолоп торҙо.
    С. ЛОТФУЛЛИНА әҙерләне.
    авторы: Нур | 28 июня 2008 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Яңылыҡтар
  • Путин – Премьер-министр
  • Янылыктар
  • ВЛАСҠА ЯҢЫ ПРЕЗИДЕНТ КИЛДЕ
  • Был донъяла ниҙәр бар?
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru