Ашыҡҡан арыр, аҡрын барыр.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Башҡортостан яңылыҡтары
  • «Төньяҡ амурҙары» – тағы ла еңеүсе!
  • Өфө – Европа ҡалалары иҫәбендә
  • Ислам әҙәбе
  • Йондоҙнамә 12-18 июль
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Янылыктар Яңылыҡтар
    Путин бәйләнештә ҡала

    Ял көнө РФ Хөкүмәте Премьер-министры һәм «Берҙәм Рәсәй» партияһының лидеры Владимир Путин Мәскәү янындағы «Лесные дали» пансионатында «Берҙәм Рәсәй» Дәүләт Думаһы фракцияһының вәкилдәре менән осрашты.
    Формаль булмаған осрашыуҙа ул ил буйынса партия лидерының ижтимағи ҡабул итеү селтәрен булдырыу һәм улар нигеҙендә тура телетрансляциялар ойоштороу идеяһын хупланы. Эксперттар быны Путиндың үҙенең милли лидер статусын һаҡлап алып ҡалыу теләге менән аңлата. Владимир Путин 315 депутатҡа 1 декабрҙән үк бюджетниктарға эш хаҡын 30 процентҡа күтәрергә вәғәҙә итте. «Берҙәм Рәсәй» фракцияһы ла үҙенең партияһының рәйесе менән осрашыуға буш ҡул менән килмәгән: Дәүләт Думаһы вәкиле Борис Грызлов инфляцияға ҡаршы саралар, Андрей Исаев адреслы социаль ярҙам, Светлана Захарова классик япон балеты, Игорь Баринов снайпер мылтығының хаҡы хаҡында һөйләне.

    Сочиҙа яңы мэр

    Сочиҙа ҡала мэрын һайлауҙарҙа 85,1 процент тауыш йыйып, Владимир Афанасенков еңеп сыҡҡан.
    Курорт ҡалаhы башлығын ашығыс рәүештә һайлау 17 апрелдә элекке мэр Виктор Колодяжный «Олимпстрой» корпорацияһына эшкә күсеү сәбәпле, үҙенең вазифаһынан киткәндән һуң иғлан ителә. Сочиҙа барлығы 286 мең 646 һайлаусы йәшәй. Шуларҙың 46,5 проценты һайлауҙарҙа ҡатнашҡан. Сочи ҡалаһы мэрын һайлауға бюджеттан 12 млн һум аҡса бүленгән.
    Был һайлауҙарҙы үткәреүҙең төп үҙенсәлеге шунда: ашығыс һайлауҙар булғанға күрә һайлау эштәренең ваҡыты дүрттән бер өлөшкә ҡыҫҡартылған. Беренсе тапҡыр Сочиҙа муниципаль һайлауҙар яңыртылған закон буйынса уҙғарыла: һайлаусыларҙың тейешле иҫәбе билдәләнмәгән һәм һайлау бюллетендәрендә «бөтәһенә лә ҡаршы» тигән графа юҡ.

    Ильвес байрамды боҙҙо

    Фин-уғыр халыҡтарының бишенсе Бөтә донъя конгресы үтте.
    Унда был этник төркөмгә ҡараған 24 халыҡтың делегацияһы ҡатнашты. Шуларҙың туғыҙы Рәсәй территорияһында йәшәй. Сарала юғары дәүләт вәкилдәре лә ҡатнашты. Ханты-Мансийскиға Рәсәй Президенты Дмитрий Медведев, Финляндия Президенты Тарья Халонен һәм уларҙың Венгриялағы коллегаһы Ласло Шайом да килгәйне. Ә бына Эстония Президенты Тоомас Ильвестың ҡатнашыуы, Мәскәү менән Таллиндың бигүк дуҫтарса булмаған мөнәсәбәтен иҫәпкә алғанда, бер аҙ ғәжәп тойолдо. Өҫтәүенә, Рәсәй һәм Эстония Президенттары 14 йыл инде бергә осрашҡандары юҡ. Ниһайәт, шәмбе көнө улар осрашты. Һөйләшеү бер ниндәй ҡытыршылыҡһыҙ, тыныс ҡына үтте. Әммә шикләнеүҙәр юҡҡа булмаған икән: конгресты асыу тантанаһындағы сығышында Эстония Президенты, фин-уғыр мәсьәләһе Рәсәй менән Евросоюз диалогының алмаштырғыһыҙ бер өлөшө булып ҡаласаҡ, тип белдерҙе. Үҙенең сығышында миҫалға Эстонияның тарихын килтереп, ул: «Беҙҙең шағирҙар Эстония дәүләте тураһында хыялланды һәм беҙ ирек һәм демократия яҡлы булдыҡ. Күп кенә фин-уғыр халыҡтарына ошондай уҡ һайлау яһарға тура киләсәк. Азатлыҡ тәмен тойоу менән һеҙ уның төп йәшәү мәсьәләһе икәнлеген аңлаясаҡһығыҙ», – тине.

    Енәйәт эше асылған

    Красноярскиҙа балаларҙың иерсинеоз менән ауырыуына бәйле факт буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған.
    Билдәле булыуынса, санитар-эпидемиологик ҡағиҙәләрҙе боҙоу арҡаһында 324-се балалар баҡсаһына йөрөгән 11 бала ошондай ауырыуға дусар булғайны. Ҡала эске эштәр идаралығының оператив-тикшереү төркөмө башҡа структураларҙың вәкилдәре менән берлектә ауырыуға сәбәпсе булған сығанаҡтарҙы эҙләй. Уларҙың фекеренсә, балаларҙың зарарланыу сығанағы булып өс осраҡта ла кәбеҫтә салаты тора.

    Янғындар ҡотора

    Амур өлкәһенең биш районында ғәҙәттән тыш хәл иғлан ителгән.
    Бында урмандар яна. 10 мең гектарҙан ашыу тайганы ут баҫып алған. Янғын менән көрәшкә ҡотҡарыусылар, авиация һәм башҡа техника йәлеп ителгән. Әммә утты еңеп булмай. 40 градуслыҡ эҫелек һәм еләҫ һауа торошо яңынан-яңы янғын сығанаҡтары барлыҡҡа килеүгә сәбәпсе була. Ял көндәрендә генә янғын майҙаны 1,5 мең гектарға артҡан.
    Әлеге ваҡытта Хабаровскиҙа янғынға ҡаршы махсус режим иғлан ителгән. Көслө янғындар шулай уҡ Йәһүд автономиялы өлкәһендә һәм Сахалинда ла теркәлгән.

    С. ЛОТФУЛЛИНА әҙерләне.
    авторы: Нур | 1 июля 2008 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Тәүге йомғаҡтар
  • Кемгә нимә?
  • Кемдең ыҙбаһы бейек?
  • Әгәр һайлау ошо йәкшәбелә үтy ...
  • Штаб булдырылды. Һайлау – 2008
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru