Йәне барҙың йүне бар.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • [b]Тарих киләсәккә юл яра[/b]
  • Иман
  • Мәңге уңалмаҫ сей яра
  • АУЫЛҒА ҠАЙТ ТА АҠСА АЛ!
  • Көләмәстәр
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Янылыктар Яңылыҡтар
    Пенсияны – йәшәү минимумына

    РФ Хөкүмәте Премьер-министры Владимир Путин пенсияларҙы йәшәү минимумына тиңләштергән.
    Айына бер тапҡыр Владимир Путин барлыҡ министрҙарҙы йыйып, Хөкүмәт ултырышы үткәрә. Сираттағы ошондай ултырышты Премьер-министр 2009 – 2011 йылдар бюджетына арнаны. «Хәҙер күсә барыусы өс йыллыҡ принцибы ҡулланыласаҡ. Хөкүмәттең иң төп бурыстарының береһе – инфляцияны кәметеү, тотҡарлау. Тимәк, сығымдар нигеҙле һәм һуңғы дәрәжәлә һөҙөмтәле булырға тейеш», – тине ул. Мәҫәлән, 2009 йылға социаль пенсиялар йәшәү минимумы кимәленә еткерелергә тейеш. Һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә Хөкүмәт сараларҙы социаль әһәмиәткә эйә ауырыуҙарға йүнәлтергә тигән тәҡдим индерҙе. Владимир Путин шулай уҡ тәмәкегә, эскелеккә ҡаршы көрәшкә аҡса бүлеп, сәләмәт тормошто пропагандалаусы сараларҙы башларға тәҡдим итә.

    Һөйләшеү темаһы – Яҡын Көнсығыштағы тыныслыҡ процесы

    Иордания короле Абдалла Икенсе Шәрм-әш-Шәйех курортында Мысыр Президенты Хөсни Мөбәрәк менән осрашасаҡ.
    Королдең Мысырға ҡыҫҡа ғына эш сәфәре барышында яҡтар Фәләстан-Израиль һөйләшеүҙәренең йомғаҡтары һәм Газа секторында ХАМАС яҡлылар тарафынан башҡарылған хәрби түңкәрелештән һуң барлыҡҡа килгән Фәләстан-ара тарҡалыуға юл ҡуймау юлдары хаҡында фекер алышасаҡ.
    Мысырҙың Шәрм-әш-Шәйех курортында әлеге ваҡытта Африка союзының саммиты бара.

    Литва Польшаға лайыҡлы альтернатива булмаҡсы

    Литва Американың Ракеталарға ҡаршы оборонаһын урынлаштырыу хаҡында һөйләшеүҙәр алып барырға риза.
    Әгәр ҙә Варшава менән Американың ПРО компоненттарын урынлаштырыу тураhында һөйләшеү барып сыҡмаһа, Пентагон Литваны Польшаға лайыҡлы альтернатива тип ҡарай. Пентагондың матбуғат секретары Джефф Моррелл әйтеүенсә, ПРО мәсьәләһе Американың оборона министры Роберт Гейтс менән рәсми эш сәфәре менән Америкала булған Литва Премьер-министры Гедиминас Киркиластың осрашыуында ла ҡаралған. «Литва Хөкүмәте Рәйесе уның иле үҙенең биләмәһендә Американың ракетаға ҡаршы оборона компоненттарын урынлаштырыу хаҡында һөйләшеүҙәр алып барырға әҙер булыуын белдерҙе», – ти Моррелл. Шул уҡ ваҡытта Пентагондың матбуғат секретары Американың ПРО-ны Польшала урынлаштырыу ниәтенән баш тартмауын, шул уҡ ваҡытта запас варианттарҙы ла ҡарауын айырым билдәләгән.

    Чубайс эшһеҙ ҡалмаясаҡ

    «Берҙәм Рәсәй электр селтәрҙәре» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең элекке башлығы Анатолий Чубайс Рәсәй Президенты Дмитрий Медведевтан яңы эш урыны тураһында тәҡдим алыуы һәм уны отпускаһынан һуң, сентябрҙә хәл итәсәге хаҡында белдергән.
    1 июлдән тарҡатылған иң ҙур компания идараһының элекке ағзаһы Андрей Трапезников һөйләүенсә, «Рәсәй – ЕС» махсус партнерлығына Чубайс етәкселек итмәйәсәк, әммә Рәсәй Сәнәғәтселәр һәм эшҡыуарҙар союзында Евросоюз менән мөнәсәбәттәргә яуаплы булып ҡаласаҡ.

    Планетанан планетаға осоу өсөн

    НАСА ҡарамағындағы Эймс исемендәге тикшеренеүҙәр үҙәге ғалимдары йыһан «паруснигы» – планетанан планетаға сәйәхәт итеү өсөн ҡояш елен файҙаланыусы аппарат төҙөү идеяһына яңынан әйләнеп ҡайтты.
    Проект етәкселәренең береһе Эдвард Монтгомери әйтеүенсә, йоҡа ҡына пленканан квадрат елкән менән йыһазландырылған «НаноСейл-Д» юлдашын 29 июлдән 6 авгусҡа тиклем осороу планлаштырылған. Уны йыһанға «СпейсЭкс» компанияһының «Фэлкон – 1» ракетаһы алып сығасаҡ. Старт иһә Тымыҡ океандың Омелек утрауында ошо фирма тарафынан төҙөлгән осороу комплексынан башҡарыласаҡ.

    Сабыйҙарҙы һыу баҫҡан

    Силәбелә Сабыйҙар йортон һыу баҫҡан.
    Көслө ямғыр һөҙөмтәһендә ремонтта булған бинаның емерек ҡыйығынан һыу туранан-тура балалар өҫтөнә ағып төшә башлаған. Өлкәнең күп кенә районында электр уты менән проблема килеп тыуған, ҡала урамдарын һыу баҫҡан. Хатта канализация системаһы ла ундай көслө һыуға ҡаршы тора алмаған.
    Әле иһә ҡалала шторм көтөлә, тип иғлан ителгән. Синоптиктар мәғлүмәте буйынса, ҡалаға ғәрәсәт яҡынлаша.
    С. ЛОТФУЛЛИНА әҙерләне.
    авторы: Нур | 3 июля 2008 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Был донъяла ниҙәр бар?
  • Был донъяла ниҙәр бар?
  • Был донъяла ниҙәр бар?
  • Янылыктар
  • Был донъяла ниҙәр бар?
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru