Ҡомдан арҡан ишеп, күлде күлгә аҫып булмай.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Донъя яңылыҡтары
  • Дайджест
  • «Өфөм – минең гүзәл баш ҡалам...»
  • Суғамаҡ башында
  • «Төп бурысыбыҙ – Башҡортостан халыҡтарының милли-мәҙәни ҡаҙанышын һаҡлау»
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Янылыктар Яңылыҡтар
    Тәғәйенләүҙәр

    БР Президенты Мортаза Рәхимовтың Указы менән БР Урман хужалығы министры вазифаһына – Рәжәп Нәбиуллин, БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры вазифаһына Иҙел Шәйәхмәтов тәғәйенләнде.
    Рәжәп Байғонд улы НӘБИУЛЛИН 1958 йылда Ишембай районында тыуған. Юғары белемле – Башҡортостан ауыл хужалығы институтын (бөгөнгө аграр университет) тамамлаған. Хеҙмәт юлын 1975 йылда балта оҫтаһы булып башлай. Урман хужалығы өлкәһендә төрлө вазифалар биләп килеп, 2001 йылда БР урман хужалығы һәм тәбиғәт ресурстары министры урынбаҫары итеп тәғәйенләнә. 2006 йылдан алып бөгөнгө көнгә тиклем ул Рәсәй тәбиғәтте күҙәтеү Федераль хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы етәксеһе була.
    Иҙел Әмин улы ШӘЙӘХМӘТОВ 1964 йылда Ейәнсура районында тыуған. Юғары белемле – Башҡорт дәүләт аграр университетын тамамлаған. Хеҙмәт юлын хәүефһеҙлек буйынса инженер булып башлаған Иҙел Әмин улы төрлө вазифалы урындарҙы биләй. 2005 йылдан бөгөнгә тиклем ул Ветеринар һәм фитосанитар күҙәтеү буйынса Федераль хеҙмәтенең (Россельхознадзор) Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы етәксеһенең беренсе урынбаҫары вазифаһын башҡара.


    Мөһим мәсьәләләр ҡаралды

    Ошо көндәрҙә Башҡортостан Республикаһының дүртенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Президиумының алтынсы ултырышы үтте.
    Уны БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев алып барҙы. Ултырышта егерменән ашыу мәсьәлә ҡаралды. Республика парламентының киләһе ултырышының көн тәртибе проектына өсөнсө, икенсе һәм беренсе уҡыуҙарҙа ҡабул итеү өсөн закон проекттары, шулай уҡ ҡарар проекттары индерелде. Улар араһында Урындағы үҙидара органдарына Башҡортостан Республикаһының айырым дәүләт вәкәләттәрен йөкмәтеү тураһында, Башҡортостан Республикаһы муниципаль берәмектәре сиктәре, статусы һәм административ үҙәктәре тураһында, Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында Башҡортостан Республикаһы закондарына үҙгәрештәр индереү тураһында» закон проекттары бар.
    БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың бишенсе – яҙғы сессияның һуңғы ултырышын 10 июлдә үткәреү күҙаллана.

    Австриянан ҡунаҡ көтөлә

    Австрия Республикаһының Рәсәй Федерацияһындағы Тулы хоҡуҡлы һәм ғәҙәттән тыш илсеһе Мартин Вукович Өфөгә килә.
    Башҡортостан Республикаһының Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр, сауҙа һәм эшҡыуарлыҡ министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, сәфәр программаһында республика етәкселеге менән осрашыу, «Райффайзенбанк» ябыҡ акционерҙар йәмғиәтенең «Башҡортостан» филиалын асыу тантанаһында ҡатнашыу, шулай уҡ керамик плиткалар етештереү буйынса «Лассельбергер» фирмаһы заводы төҙөлөшөн ҡарау планлаштырылған.
    авторы: Нур | 3 июля 2008 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Депутаттар сираттағы ултырышҡа йыйылды
  • Мөһим мәсьәләләр күтәрелде
  • Яңы бурыстар билдәләнде
  • Яңы тәғәйенләүҙәр
  • Янылыктар
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru