Йоҡлаған көлкө алыр, йоҡламаған төлкө алыр.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • 1 һорауға 5 яуап
  • «Урал моңо» Салауат hәйкәленән башлана
  • Былар ҡыҙыҡлы
  • Арғымаҡ «Керчь»тың яҙмышы
  • Һабантуйҙы мәскәүҙәр ҙә көтөп ала
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Янылыктар Яңылыҡтар
    Теләген ҡәнәғәтләндерҙе

    Рәсәй Президенты Дмитрий Медведев үҙенең үтенесе буйынса Роман Абрамовичты Чукотка губернаторы вазифаһынан бушатты.
    Төбәк башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы итеп Роман Копин тәғәйенләнгән. Ул Абрамовичтың губернатор командаһында 2000 йылдан алып эшләй. Шуға ҡарамаҫтан, элекке губернаторҙың рәсми вәкиле Джонн Манн әйтеүенсә, Абрамович Чукотҡа халҡын ярҙамынан ташламаясаҡ. Өҫтәүенә, социаль һорау алыуҙар күрһәтеүенсә, уларҙың дүрттән бер өлөшө уны Алла урынына күрә.
    Forbes Америка баҫмаһы мәғлүмәттәре буйынса, Роман Абрамовичтың байлығы 24,3 млрд долларға тиң. Ул Рәсәй миллиардерҙары исемлегендә Олег Дерипасканан һуң икенсе урында килә. Үҙенең сәйәси карьераһын миллиардер 1999 йылда башлай. Ә 2000 йылдың декабрендә, иң күп тауыш йыйып, Чукотка автономиялы округының губернаторы итеп һайлана. Һуңғы йылдарҙа Чукотканың тулайым продукты биш тапҡырға артҡан, ә бюджеттың килем өлөшө 2005 йылда 8,9 млрд һумға күтәрелгән. Абрамович әфәнде торлаҡ төҙөлөшөн арттырған, халыҡтың уртаса эш хаҡын айына 20 мең һумға еткергән.

    Олимпия уйындары хөрмәтенә

    Кесе йома кискеһен бер йыл элек ҡаланың 2014 йылғы олимпиаданы ҡабул итеү хоҡуғын яулауын байрам итергә ҡала хал-ҡы, Олимпия чемпиондары, данлыҡлы спортсылар Сочиҙың Театр майҙанында йыйылды.
    «Беҙҙең алда – еңел булмаған юл. Әммә беҙ тарихта иң иҫтәлекле уйындар ойоштороу өсөн барыһын да эшләйәсәкбеҙ», – тип белдергән «Сочи – 2014» Олимпия уйындарын ойоштороусы Дмитрий Чернышенко. Буласаҡ Олимпия уйындарының баш ҡалаһында ошо тарихи ваҡиғаға арналған фестиваль өс көн дауам итәсәк. Йомала Рәсәйҙең Олимпия комитеты Красная поляна ҡасабаһында «Рәсәйҙең спорт йондоҙҙары» аллеяһына нигеҙ һаласаҡ һәм илдең иң яҡшы спортсыларын бүләкләйәсәк.

    Тура бәйләнеште
    яңыртырға йыйына


    Израиль Премьер-министры Эхуд Ольмерт Сүриә менән туранан-тура һөйләшеүҙәр алып барырға саҡырған.
    Ике ил әлеге ваҡытта үҙ-ара дипломатик бәйләнештәрҙе Төркиә аша алып бара. Тура булмаған бәйләнештәрҙең киләһе раунды августа булырға тейеш. Эйлатта үткән иҡтисади конференцияла Ольмерт: «Сүриә менән беҙ бик етди һөйләшеү алып барабыҙ. Минеңсә, тиҙҙән был һөйләшеүҙәр туранан-тура алып барылырға тейеш. Сүриә менән тыныс килешеү Израиль хәүефһеҙлеге өсөн мөһим әһәмиәткә эйә булыуы ихтимал», – тип белдергән.
    Һуңғы тапҡыр Сүриә менән Израиль араһындағы тура бәйләнештәр 2000 йылда стратегик әһәмиәткә эйә булған Голан бейеклектәре яҙмышына ҡағылышлы килеп тыуған ҡаршылыҡтар арҡаhында өҙөлә.

    Ҡала үҙәгендә – шартлау

    Минскиҙа йомаға ҡарай төндә Бойондороҡһоҙлоҡ көнөнә арналған тантаналар ваҡытында ҡаланың «Минск – герой-ҡала» монументы янында шартлау яңғырай.
    Һөҙөмтәлә 50-ләп кеше төрлө йәрәхәттәр ала. Шуларҙың 47-һе дауаханаға оҙатылған. Хоҡуҡ һаҡлау органдары мәғлүмәттәре буйынса, майҙанда ҡулдан эшләнгән шартлатҡыс шартлай.

    Америкала ир кеше бала тапҡан

    Ҡатын-ҡыҙ булып донъяға килеп, һуңынан енесен үҙгәрткән американ Томас Битиҙың 29 июндә ҡыҙы тыуған. Баланы операция юлы менән алалар. Табиптар әйтеүенсә, ҡыҙҙың сәләмәтлеге хаҡында борсолорға урын юҡ. 34 йәшлек Бити ун йыл элек үҙенең енесен алмаштырыу буйынса операция эшләткән була. Уға тиклем уны Трейси Лагондино тип йөрөткәндәр. Әлеге ҡатыны Ненси менән Битиҙың балаһы тәбиғи булмаған юл буйынса аталандырыу һөҙөмтәһендә донъяға килгән. «Ғәҙәти әсәләрҙән мин баланы имеҙә алмауым менән генә айырылам, күп ҡатындар былай ҙа күкрәк һөтөн имеҙеүҙән баш тарта», – ти Бити, журналға биргән интервьюһында.
    С. ЛОТФУЛЛИНА әҙерләне.
    авторы: Нур | 5 июля 2008 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Был донъяла ниҙәр бар?
  • Был донъяла ниҙәр бар?
  • Дайджест
  • Олимпиада – сәйәси ҡорал түгел
  • Борсолорға урын юҡ
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru