Егәрленең ҡулы ете.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • ЭШЕ БАРҘЫҢ – КӨСӨ БАР
  • Тәмле
  • Дайджест
  • Яңы штрафтар кемдәргә ҡағыла?
  • Әсә абруйы
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • ӘСӘЛЕК капиталы артты Яңылыҡтар
    1 июлдән башлап, илебеҙҙә икенсе hәм унан күберәк бала тапҡан ҡатындарға бирелеп килгән «Әсәлек капиталы»ның күләме 299500 һумға барып етте, был сумма июндә генә 271250 һум ине.
    Капиталдың артыуы инфляцияға бәйле. Был аҡса тураһында матбуғатта ла, башҡа төр мәғлүмәт сараларында ла күп һөйләнелде. Шулай ҙа әсәләр аңлап бөтмәгән мәсьәләләр һаман да кәмемәй, бигерәк тә игеҙәк бала тапҡандар, ошо арауыҡта өсөнсө, дүртенсе сабыйға ғүмер биргәндәр капиталдың ни өсөн бер балаға ғына бирелеүен аңлап бөтмәй, бының менән килешмәй «мәж» килә. Шулай ҙа «Әсәлек капиталы»ның шарттары үҙгәрешһеҙ ҡала, ул һаман да бер әсәгә бер генә тапҡыр бирелә, уны бала тыуғандан һуң өс йыл үткәс кенә тотонорға мөмкин.
    «Әсәлек капиталы»н биреү – Рәсәйҙә тыуымды арттырыуға йүнәлтелгән, ғаиләгә ярҙам йөҙөнән ҡабул ителгән ҡарар. Рәсәйҙә үлем күрhәткесе һаман да тыуымдыҡын уҙып китә: 2008 йылдың ғинуар-апрель айында илдә 547 мең бала тыуған, 725 мең кеше үлгән. Рәсәйҙең 18 төбәгендә генә халыҡтың артыуы күҙәтелә. Тағы ла иғтибарға алынырға тейешле факт – әле яҡынса 1980 йылда тыуған ҡатын-ҡыҙҙар бала таба, ә тап шул йылда илдә ҡыҙҙар, улай ғына ла түгел, балалар күп тыуған, демографик «күтәрелеш» билдәләнгән. Ә унан һуң балалар аҙыраҡ тыуа башлаған, тимәк, яҡын киләсәктә бала табырға һәләтлеләрҙең дә һаны кәмейәсәк.
    Башҡортостан тыуым буйынса ыңғай, әүҙем төбәктәр иҫәбенә инә. Шулай ҙа рәсми мәғлүмәттәргә күҙ һалайыҡ – «әсәлек капиталы» ысынлап та тыуымдың артыуына йоғонто яһағанмы икән?
    Башҡортостанстаттан алынған мәғлүмәттәргә ҡарағанда, 2007 йылда Башҡортостанда тыуым, һуңғы 15 йыл менән сағыштырғанда, артты. Былтыр төбәктә 51463 бала тыуҙы, был 2006 йылғы күрһәткес менән сағыштырғанда, 14,2 процентҡа күберәк. Балалар тыуыуы буйынса Башҡортостан Республикаһы Волга буйы федераль округында икенсе урында килә, беҙҙе Удмуртия Республикаһы ғына уҙып киткән. Башҡортостанда 1000 кешегә 12,7 бала тыуған.
    2007 йылда республикала 417 пар игеҙәк һәм 6 өс игеҙәк тыуған. Дөйөм алғанда, былтыр тыуған балаларҙың 25923-ө әсәләрҙең беренсе балаһы, был дөйөм тыуымдың 50,4 проценты, 17578 бала ғаиләлә икенсе булып донъяға килгән, ә был – 34,2 процент.
    Ҡатын-ҡыҙҙарҙың балаларын оло йәштә табыу тенденцияһы дауам итә. Беренсе балаһын тапҡан әсәләрҙең уртаса йәше– 24,4, ә 1990 йылда был күрһәткес 23 йәш ине. Гүзәл заттарҙың күбеhе баланы 25 йәштән һуң ғына табырға йөрьәт итә. Беренсе балаларҙың күпселеге законлы никахҡа ингән йылда тыуа.
    Законлы никахта тормаған ҡатын-ҡыҙҙарҙың бала табыуы күрһәткесе лә юғары. 2007 йылда тыуған балаларҙың 24,5 проценты – шундайҙар иҫәбенән.
    Быйыл да балаларҙың әүҙем тыуыуы тенденцияһы дауам итә, сабыйҙар былтырғы менән сағыштырғанда күберәк тыуа. Мәҫәлән, 2008 йылдың ғинуар-апрель айҙарында республикала 17997 бала тыуған, 2007 йылда ошо арауыҡтағы күрһәткес 15361 ине. Әле беҙҙә 1000 кешегә 13,2 тыуым тура килә. Тулы мәғлүмәтте йыл аҙағында ғына билдәләп буласаҡ.
    Фәнни күҙлектән сығып, шуны әйтергә була: халыҡтың иҫәбен арттырыу өсөн бала табырға һәләтле һәр 10 ҡатынға 22 тыуым тура килергә тейеш. Ә 2007 йылғы күрһәткес буйынса беҙҙә 10 репродуктив йәштәге ҡатынға 16 ғына бала тура килә.


    Гөлсирә АҠҠужина, яңыраҡ ҡына икенсе балаһын тапҡан әсә:
    – Ябай, уртаса ғаиләлә бер баланы ла ҡарап үҫтереү еңел түгел, беҙ тап шундайҙар иҫәбенән инде. Быға тиклем икенсе баланы табырға хыялланып ҡына, йөрьәт итмәй йөрөһәк тә, хөкүмәттән ярҙам вәғәҙә ителгәс, «Әсәлек капиталы» булдырылғас, бер ул табып та ҡуйҙым.
    «Аҡса өсөн бала табалар!» – тип ҡатындарҙы әрләргә тырышҡандарҙың күбәйеүе йәнгә тейә. Һуң, ул аҡса шул уҡ балаға тотоноласаҡ та инде. Кемдеңдер аҡса өсөн бала табып ятыуына ышанмайым. Шөкөр, «Әсәлек капиталы» төрлө афераларҙан етди һаҡланған. Шуға ла ул капиталдың булдырылыуын тик ыңғай ғына баһалайым. Ғаиләләргә ярҙам бит ул, уйланылған, дөрөҫ юл. Һөҙөмтәлә, демографик хәлде яҡшыртыуға ҙур өлөш индерелер, тип ышанам.
    Лилиә СИРАЕВА.
    авторы: Нур | 5 июля 2008 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • «Әсәлек капиталы»нан 12 мең һум!
  • МАЛАЙҘАР КҮБЕРӘК ТЫУА!
  • Төклө аяғың менән, сабый
  • Бәпестәр тыуасаҡ әле – балалар баҡсаһы ...
  • «Әсәләр аҡсаһы» арта
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru