Кеше үлгәндә лә: <Өс көнлөк эшем ҡалды>, тип әйтер, ти.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Кем ҡулдары өйҙө, ерҙе йәмләй?
  • Хужалары булғас башлы, эштэре бара яҡшы
  • Суд приставтары бала хоҡуҡтарын яҡлай
  • Профсоюз берләштерҙе
  • Штольбергта – бишбармаҡ
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Янылыктар Яңылыҡтар
    Наградалар – иң шәптәргә

    Кисә БР Президенты Мортаза Рәхимов Республика йортонда бер төркөм хеҙмәт алдынғыларына Рәсәй һәм республика наградаларын тапшырҙы. Улар араһында спортсылар, ғалимдар, юристар, иҡтисадсылар, төҙөүселәр, табиптар, уҡытыусылар һәм башҡалар бар.
    «Башҡортостан умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса ғилми-тикшереү үҙәгенең генераль директоры Әмир Ишемғоловҡа «Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре» исеме бирелде, Йылайыр районы хакимиәте башлығы Юнер Вәлиевҡа Салауат Юлаев ордены тапшырылды.
    Хеҙмәт алдынғыларын лайыҡлы баһа алыуҙары менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ. Һаулыҡ, уңыштар теләйбеҙ!

    Яңы банк – яңы мөмкинлектәр

    БР Президенты Мортаза Рәхимов Республика йортонда Австрияның Рәсәйҙәге Ғәҙәттән тыш һәм тулы хоҡуҡлы илсеһе Мартин Вукович һәм «Райффайзенбанк» ябыҡ акционерҙар йәмғиәте идараһы рәйесе Йоханн Йонах менән осрашты.
    Австрия делегацияһы Өфөгә «Райффайзенбанкы»һының «Башҡортостан» филиалын рәсми рәүештә асыу өсөн килгән.
    Осрашыуҙа Башҡортостан менән Австрия араһында хеҙмәттәшлекте артабан киңәйтеү мәсьәләләре тикшерелде. Яҡтар булдырылған ике яҡлы бәйләнештәрҙе һәм уларҙы үҫтереү перспективаларын ыңғай баһаланы.

    Премьер Мәскәүҙә булды

    БР Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаев эш сәфәре менән Мәскәүҙә булды һәм федераль башҡарма власть органдары, предприятиелар һәм ойошмалар етәкселәре менән осрашты.
    Премьер-министрҙың «Межрегионгаз» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең генераль директоры, «Газпром» асыҡ акционерҙар йәмғиәте идараһы ағзаһы Кирилл Селезнев менән әңгәмәһе барышында «Салауатнефтеоргсинтез» һәм «Каучук» йәмғиәттәренең етештереү эшмәкәрлеге, был предприятиеларҙа эш хаҡын күтәреү мәсьәләләре ҡаралды.
    Раил Сарбаев «Межрегионгаз» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте етәксеһенә республика ҡалаларын һәм райондарын газификациялау барышы тураһында хәбәр итте. Рәсәй финанс министры урынбаҫарҙары Татьяна Нестеренко һәм Антон Силуанов менән осрашыуҙа 2009 йылға республика бюджетын формалаштырыу мәсьәләһе тикшерелде.
    Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау һәм социаль үҫеш министрлығында Раил Сарбаев министр урынбаҫары Владимир Белов менән Республика перинаталь үҙәге составында Өфөлә акушер-педиатрия корпусы төҙөлөшө, Республика онкология клиник диспансерының өҫтәмә корпустарын реконструкциялау һәм төҙөү мәсьәләләрен тикшерҙе.

    Закон сығарыусылар – коррупцияға ҡаршы

    БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев Федерация Советының Закондар сығарыусылар советы ултырышында ҡатнашты. Унда Рәсәй Президенты Дмитрий Медведев сығыш яһаны.
    Закон сығарыусылар Президент менән бергә коррупцияға ҡаршы тороуҙы закондар менән тәьмин итеү темаһын тикшерҙе.
    Константин Толкачев Рәсәй олигархтары мөлкәтенә тикшереү үткәреүҙе һөҙөмтәле тип һанай. Рәсәй һәм сит ил аналитиктары фекеренсә, күп миллиардлы байлыҡ туплау төрлө кимәлдәге коррупцион механизмдарҙы ҡулланыуҙан ғибәрәт, – тине Башҡортостан парламенты спикеры үҙенең сығышында.
    БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе коррупцияның тоталитар һәм демократик режимлы дәүләттәрҙә лә, иҡтисади һәм сәйәси йәһәттән насар үҫешкән илдәрҙә лә, шулай уҡ ҙур державаларҙа ла булыуын билдәләне.
    авторы: Нур | 5 июля 2008 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Өс һөйләм менән
  • Прогрессив система – беҙҙә генә
  • Мөhим мәсьәләләр ҡаралды
  • Янылыктар
  • Республика мәнфәғәттәрен яҡлағы&# ...
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru