Ҡарама беләккә, ҡара йөрәккә.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Ғәфү итеүгә тәүге аҙым
  • Берҙәмлектә – көс
  • Атың булһа, ил таный
  • Былар ҡыҙыҡлы
  • Йондоҙнамә
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Янылыктар Яңылыҡтар
    Тыуҙырған образдары – мәңгелек

    Мәскәүҙә 83-сө йәшендә СССР-ҙың халыҡ артисткаһы Нонна Мордюкова вафат булды.
    Актриса 60-лап кинофильмда төшкән. «Йәш гвардия», «Журавушка», «Председатель», «Комиссар», «Добровольцы», «Әсәй» фильмдарындағы ролдәрен тетрәндергес итеп уйнап, совет кинематографияһында иң сағыу эҙ ҡалдырҙы. Тамашасы әле лә ул ҡатнашҡан фильмдарҙы яратып ҡарай.
    Бөйөк Британия экциклопедияһында Н. Мордюкова ХХ быуаттың иң билдәле 10 актрисаһы исемлегенә индерелгән.

    Япония ҡунаҡтар ҡабул итә

    Японияның Хоккайдо утрауында «Ҙур һигеҙ»ҙең саммиты асылды.
    Унда Рәсәй, Бөйөк Британия, Франция, Германия, Италия, Япония, Канада, АҠШ-тың, шулай 22 үҫешеүсе илдең дәүләт башлыҡтары ҡатнаша. Сараның төп темаһы нефткә хаҡ артыуы һәм глобаль йылыныу булыр тип көтөлә. Бынан тыш, халыҡ-ара террор, Ирандың һәм Төньяҡ Кореяның ядро программаһы, Африка илдәрендәге хәл, уларға гуманитар ярҙам мәсьәләһе төп иғтибар үҙәгендә буласаҡ.
    Ҡатнашыусыларҙы 20 мең полиция хеҙмәткәре һаҡлай. Осрашыу үткән Тоя күле эргәһендә, 46 саҡрым алыҫлыҡтағы зонала осоштар тыйылған.
    Был саммит – донъя державаһы булған илдәрҙең лидерҙарының 34-се осрашыуы.

    ЮНЕСКО исемлеге өҫтәлә

    ЮНЕСКО-ның мәҙәни мираҫы исемлеге тағы ла өс һәйкәлгә артты.
    Реестрға Маврикий утрауындағы ҡолдарҙың йәшеренеү урыны булған таш-бетон өйҙәр һәм Сәғүд Ғәрәбстанындағы Набатей батшалығы һәйкәлдәре индерелгән.
    Таш-бетон өйҙәр Ҡытайҙың көньяҡ-көнсығышында Фуцзянь провинцияһында урынлашҡан: XI – ХХ быуаттарҙа төҙөлгән күп ҡатлы 46 өй бында йәшәүселәргә бергә көн итеү һәм дошмандан ныҡлы һаҡланыу мөмкинлеге биргән.
    Ә Әл-hижер һәйкәле Набатей батшалығының иң ҙур һәйкәлдәренең береһе иҫәпләнә. ЮНЕСКО-ның мәҙәни мираҫы исемлегенә әле 85 боронғо ҡомартҡыһы ингән, уларҙың 36-һы Ҡытайҙа урынлашҡан.

    Туапсе – һыу аҫтында

    Кубанда ҡойма ямғырҙар яуыу һөҙөмтәһендә ғәҙәттән тыш хәл иғлан ителгән.
    Айырыуса Краснодар крайының Туапсе районы тәбиғәт ғәрәсәтенән етди зыян күргән. Кешеләр утhыҙ ҡалған, йорттарҙы һыу баҫҡан. Ямғыр һыу үткәргестәргә, бәләкәй күперҙәргә лә зыян килтергән.

    Судьялар ҙа белем арттырһын

    РФ Юғары суды Дәүләт Думаһына, һуңғы ике йылда судьяларҙы профессиональ яҡтан әҙерләү системаһын камиллаштырыу өсөн бюджеттан 1,74 миллиард һум аҡса бүлеүҙе һорап, был хаҡта закон проектын индерергә тәҡдим иткән.
    Уға ярашлы, 2011 йылда яңы тәғәйенләнгән судьялар ярты йыл эсендә Рәсәйҙең хоҡуҡ-суд академияһында һөнәри әҙерлек үтергә бурыслы. Ә элек эшләгәндәре өс йыл һайын әҙерлек үтәсәк.
    Юғары суд үҙенең был инициативаһын судтар эшмәкәрлегенә яуаплылыҡтың артыуы, судьяларҙың һөнәри әҙерлек кимәленең түбәнлеге менән аңлата.
    З. ЙӘҺҮҘИНА әҙерләне.
    авторы: Нур | 8 июля 2008 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Өфөлә халыҡ-ара кимәлдәге мө ...
  • Тәбиғәттең иң ҡиммәтле байлы ...
  • Яңылыҡтар
  • Париж башҡорттарҙы көтә!
  • Был донъяла ниҙәр бар?
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru