Дәртһеҙ егет йоҡосан булыр.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Кейемдең... төҫөнә ҡарап та ҡаршы алалар
  • Былар ҡыҙыҡлы
  • «Йәшлек»кә иң тәүҙә яҙылам
  • Октябрь
  • Енәйәт һәм яза
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Дайджест Яңылыҡтар
    ВЕТЕРАН ҒҮМЕРЕ НИ ХАҠ

    Түбәнге Новгород ҡалаһында өс әҙәм аҡтығы, хәрби наградаларын таптырып, 81 йәшлек Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Федор Гладковты үлтергәнсе туҡмай.
    Көндөҙ ишектә ҡыңғырау шылтырағас, өйҙә бер туғаны ла булмау сәбәпле, ветеран ишекте үҙе аса. Өс билдәһеҙ кеше өйгә инеү менән аяғында көскә торған ветеранды йыртҡыстарса туҡмарға йәбешә, унан хәрби миҙалдарын таптыра. Әммә Берлинға тиклем еткән яугир, йөҙөн ҡулдары менән ҡаплап, бер ни ҙә өндәшмәй. Вәхшиҙәрсә туҡмалған ҡарт иҙәндә йәрәхәттәрҙән ҡанһырап йән бирә, ә енәйәтселәр 100 һум аҡса менән телевизорҙы өйҙән алып сығып китә. Әлегә улар ҡулға алынмаған, өлкәлә ғәҙәттән тыш хәл иғлан ителгән.

    БЕР ЛИТР ҺЫУ –
    2 МЕҢ ДОЛЛАР
    !

    Бер литр һыу өсөн 400 доллар аҡса түләргә әҙерһегеҙме
    Ә бына япондар таҙа һыу өсөн аҡсаһын йәлләмәй, хатта 400 генә түгел, 2000 доллар ҙа йәл түгел уларға. Kona Nigari һыуының 5 литры 2 мең долларға һатыла. Йәғни 60 миллилитрлап 34 долларға ла алырға була.
    Гавай утрауҙары ярҙары эргәһенән 915 метр тәрәнлектән океан төбөнән алынған һәм тоҙҙарҙан таҙартылған һыу экологик йәһәттән иң саф һыу иҫәпләнә. Мәңгелек йәшлек һәм ныҡлы һаулыҡ яҡлы булған япондарҙың был ҡиммәтле һыуға мохтажлығы бик ҙур.

    УРЛАШЫУҘАН – РЕАНИМАЦИЯҒА

    Мәскәү ҡалаһының Бескудниковский бульварындағы бер йортта йәшәүсе фатир хужабикәһе өйөндә енәйәтселәрҙе бикләп ҡуя.
    29 йәшлек Оксананың фатирында шылтырау ишетелә. Ишек төбөндә бәләкәй генә ҡыҙыҡай торған була, шуға алданып, ул ишекте аса, ә ҡыҙ артынан өйгә ике ир кеше килеп инә. Бурҙар Оксананы туҡмағандан һуң, ҡиммәтле әйберҙәрҙе эҙләй башлай. Мауығып китеп, улар өй хужабикәһенең сығып китеп, тыштан ишекте бикләүен дә абайламай. Тоҙаҡҡа эләккән бурҙар ҡиммәтле әйберҙәр менән балкон аша сығып ҡасырға ниәтләй. 5-се ҡаттан береһе балкондан-балконға йәбешеп, ергә төшөп етә, ә икенсеһе ҡолап төшә һәм реанимацияға эләгә.

    ҺИМЕРЕҮЕ ҮЛЕМДӘН ҠОТҠАРҒАН

    Американың Огайо штатында 1986 йылда ике ҡыҙҙы көсләп үлтереүҙә ғәйепләнгән Роберт Кууиға ҡарата үлем язаһы сығарылғайны.
    Әммә енәйәтсе артыҡ һимереү сәбәпле, уны язалау кисектерелгән.
    Штатта үлем язаһы организмға ҡан тамыры аша үлемесле инъекция индереү юлы менән башҡарыла. Енәйәтсе белдереүенсә, артыҡ ауыр булыуы уны үлтерергә ҡамасаулаясаҡ: берҙән, инъекция ебәреү өсөн ҡан тамырын табыуы ҡыйын, икенсенән, уның ауырлығы инъекцияны һөҙөмтәһеҙ итәсәк. Кууиға 41 йәш, буйы 168 сантиметр, ә ауырлығы 120 килограмдан ашыу. Үлем язаһының яфалы булыуын иҫәптә тотоп, уны ғәмәлдән сығарыуҙары ла ихтимал.

    АВТОМОБИЛДӘРҘӘН ҠОЙМА

    Америка фермеры ерҙәрен бик үҙенсәлекле ысул менән кәртәләп алған.
    Күрше-күләне уға себен-серәкәйҙең күп булыуына зарланғас, фантазияға бай фермер, үҙенең ерендә күңеле ни теләй, шуны эшләүен күрһәтергә теләп, хужалығының ерҙәрен ергә яртылаш ҡаҙып ултыртылған автомобилдәр менән уратып ҡуя. Яңы ҡоролмаһын ул, ауыл стоунхенджы, тип атаған.

    ТӘМӘКЕ ҮҘЕ ҺҮНӘСӘК

    Евросоюз илдәре ергә һүндерелмәй ташланған тәмәке төпсөктәренән барлыҡҡа килгән янғындарға ҡаршы көрәшкә яңылыҡ индерергә уйлай.
    Өс йылдан һуң был территорияла үҙенән-үҙе һүнә торған тәмәкене генә тартасаҡтар. Әгәр кеше тәмәкеһен һурмай икән, бер аҙҙан ул үҙенән-үҙе һүнә. Белгестәр һүҙҙәренсә, үҙе һүнеүсе тәмәке йыл һайын 2000 кешенең ғүмерен һаҡлап алып ҡалырға булышлыҡ итәсәк.

    СУСҠАНАН МАЙМЫЛ ТЫУҺЫН ӘЛЕ...

    Ҡытайҙың Фенгжан ҡасабаһында йәшәүсе Фенгтар ғаиләһендә сусҡа маймыл башлы бәрәс тыуҙырған.
    Яңы тыуған «сусҡа-маймыл»дың ирендәре нәҙек, ул бәләкәй танаулы һәм ҙур күҙле. Артҡы аяҡтары алғыһынан оҙонораҡ, шуға ла ул атлай алмай, тик һикерә генә. Ҡурҡыныс мутант хужаларҙы аптырашта ҡалдырған. Ә бына уларҙың бәләкәй улдарына хайуан бик ныҡ оҡшаған. Малай уның менән бик ҡыҙығып уйнай, хатта һөт менән дә һыйлай. Әйткәндәй, бындай күренеш ғаилә фермаһында беренсе осраҡ ҡына түгел. Быға тиклем ошо уҡ инә сусҡа туғыҙ йыл фермала йәшәү осоронда биш тапҡыр маймылға оҡшаш итеп бәрәсләй. Белгестәр, бындай хайуандың тыуыуында гендар мутацияһы ғәйепле, ти. Әммә уның зоофилия һөҙөмтәһе булыуы ла инҡар ителмәй.

    В. ХӘБИРОВ әҙерләне.
    авторы: Нур | 7 августа 2008 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Донъя яңылыҡтары
  • Дайджест
  • Дайджест
  • Дайджест
  • Дайджест
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru