Ашын яратһаң, эшен дә ярат.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • ДОНОР ЙӨРӘКЛЕ ЛИНАРҒА – ФАТИР АСҠЫСЫ
  • Телефон таныштырҙы уларҙы
  • Йондоҙнамә
  • ҮӘТ, ШЕШЛЕК!
  • «ТАГАЗ» ҮҘ АВТОМОБИЛДӘРЕН СЫҒАРА
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Янылыктар Яңылыҡтар
    ҺИНДОСТАНДЫ ҺЫУ БАҪА

    Һиндостандың Андхра-Прадеш штатында оҙайлы ямғырҙар яуыуы һөҙөмтәһендәге ташҡында 70 кеше һәләк булған.
    Илдә муссон ямғырҙарының бер туҡтауһыҙ яуыуы көслө ташҡынға сәбәпсе була. Күптәр һыу аҫтында ҡалған өйҙәрен ташлап китергә мәжбүр. Урындағы властар ташҡын ҡорбандарының артыуын фаразлай, сөнки һыу стихияһы туҡтарға уйламай ҙа. Штаттың баш ҡалаһы Хайдарабадта һәм уның тирәhендә тәүлек яуым – 15 мм, провинцияның башҡа райондарында 25 мм тәшкил итә. Һыу һаҡлағыстарҙа һыу тулып, түбәнгә табан эркелә һәм 50-гә яҡын микрорайонды һыу баҫа, тиҫтәгә яҡын тораҡ пункты һыу аҫтында ҡала. Түбәнлектә йәшәүсе халыҡҡа тиҙ арала эвакуацияланырға кәңәш ителгән. Стихиянан 127 мең гектар майҙанда уңыш юҡ ителгән. Синоптиктар фаразы буйынса, алдағы көндәрҙә һауа торошо тағы ла ҡатмарланыуы ихтимал.

    ҠАРШЫ ЮЛҒА СЫҠМА!

    Мәскәү ҡалаһының көньяҡ-көнсығышында, Косино районында йөк автомобиле рейс автобусына бәрелгән.
    Бәрелеш шул тиклем көслө була, хатта йөк машинаһының алғы өлөшө «гармун күреге» кеүек иҙгесләнә. Фажиғәлә 8 кеше зыян күргән. Юл хәүефһеҙлеге инспекцияһы хеҙмәткәрҙәренең һүҙҙәре буйынса, йөк машинаһының ҡаршы яҡ һыҙатҡа сығыуы бәрелешкә сәбәпсе була.

    ПОЕЗД КҮПЕРГӘ БӘРЕЛГӘН

    Польшаның Краков ҡалаһынан Прагаға китеп барған тиҙ йөрөшлө Comenius поезы Чехияла Студенце ауылы эргәһендә ишелеп төшкән юл конструкцияһына барып бәрелгән һәм рельстарынан сыҡҡан.
    Өҫтән үтеүсе автомобиль юлының тимер конструкцияһы тимер юлына ишелеп төшә. Поезд сәғәтенә 140 саҡрым тиҙлек менән килә һәм туҡтай алмайынса барып бәрелә. Металл конструкцияның бер өлөшө поезд эсенә үк инә. Мәғлүмәттәр буйынса, 10 кеше үлгән, 40 кеше йәрәхәтләнгән. Әммә ҡорбандар һаны тағы ла артыуы ихтимал. Юлды төҙөүсе фирманың етәксеһе һүҙҙәре буйынса, фажиғәгә күперҙең техник төҙөк булмауы сәбәпсе.

    АЙЫУҒА ҠЫСҠЫРМА!

    Красноярск крайында айыу аҙығын талап алырға маташҡан турисҡа ташланған.
    Турист айыуҙың тырнағынан бер нисә яра ала, шулай уҡ уның ҡулы һына. «Ергаки» паркының территорияһында Радужное күле эргәһендә ял итеүсе туристар палаткаһына төндә айыу килә. Туристар, уны күреп, ҡурҡыштарынан палатканан сығып ҡаса. Бер аҙҙан килһәләр, урман батшаһы туристарҙың аҙығын ашап ултырған була. Бер турист, батырсылыҡ итеп, айыуҙы ҡыуырға тырышып, уға ҡысҡыра башлай. Әммә хайуан ҡасырға уйламай ҙа, ажарланып кешеләргә ташлана. Ҡысҡырған иргә өс тапҡыр һуғып, айыу лагерҙан китә.

    ЯРҘАМ КӘРӘК

    Мәскәү ҡалаһы хөкүмәте Рәсәй төбәктәрен Көньяҡ Осетияға хәлдән килгәнсә ярҙам ҡулы һуҙырға саҡыра.
    «Теракттарҙан һәм стихияларҙан һуң төҙөкләндереү эшендә ҙур тәжрибәһенән сығып, Мәскәү ҡалаһы хөкүмәте Көньяҡ Осетияға ҡаланың резерв фондынан 2,5 миллиард һум аҡса бүләсәк. Финанс ярҙам урындағы ҡала хужалығын тергеҙергә, төҙөлөш эштәренә йүнәлтеләсәк,» – ти ҡала мэры Юрий Лужков.

    МАВРИТАНИЯЛА ТҮҢКӘРЕЛЕШ

    Мавританияла хәрби түңкәрелеш ойошторолған.
    Хәрбиҙәр ил Президентын – 68 йәшлек Сиди Мөхәммәтте һәм Премьер-министр Яхия Әхмәт Вагхты ҡулға алып, етәкселектән ситләткән. Баш күтәреүселәр ваҡытлыса дәүләт советын ойошторған. Уның башлығы Абдель Fәзиз ике айҙан һуң ил етәксеһен һайлау үтәсәге хаҡында хәбәр иткән. Уның һүҙҙәре буйынса, һайлауҙар ғәҙел буласаҡ.

    БОЛГАРИЯЛА ЗАВОД ЯНА

    Болгарияның иң ҙур хәрби заводында янғын сыҡҡан.
    Илдең Ҡаҙанлыҡ ҡалаһында янғын hөҙөмтәhендәге шартлауҙар алыҫ араға ишетелә. Яҡындағы ике ауыл төтөнгә батҡан. Ҡорбандар тураһында әлегә мәғлүмәт юҡ. Заводта 5 меңдән ашыу кеше эшләй. Әлегә уның тирә-яғы күҙәтеүгә алынған.

    Вадим ХӘБИРОВ әҙерләне.
    авторы: Нур | 12 августа 2008 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Йәнлектәр донъяһы
  • ҠОЯШҺЫҘ 7 МИНУТ
  • Донъя яңылыҡтары
  • Яңылыҡтар
  • Айыу менән бал ҡорто
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru