Ҡоралы үтмәҫтең эше бөтмәҫ, тапҡаны тамағына етмәҫ.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Асылына ҡайтты Үтәғол
  • [b]ПРЕЗИДЕНТТЫҢ АБРУЙЫ АРТА[/b]
  • Яңылыҡтар
  • Яҡты йортта тыуған йылылыҡ
  • «ТАГАЗ» ҮҘ АВТОМОБИЛДӘРЕН СЫҒАРА
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Янылыктар Яңылыҡтар
    Көньяҡ Осетия менән Абхазияға – бойондороҡhоҙлоҡ!

    Рәсәй парламентының юғары палатаһы – Федерация Советы РФ Президенты Дмитрий Медведевҡа Көньяҡ Осетия менән Абхазияның бойондороҡһоҙлоғон таныу тураһындағы мөрәжәғәтте бер тауыштан ҡабул иткән.
    Палатаның спикеры Сергей Миронов әйтеүенсә, Рәсәй тарафынан Абхазия менән Көньяҡ Осетияның бойондороҡһоҙлоғон таныу – ундағы халыҡтарҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итеүҙең кәрәкле шарты. «Беҙ Көньяҡ Осетия менән Абхазия халҡының тотороҡлоҡҡа, тыныслыҡҡа һәм бойондороҡһоҙлоҡҡа ынтылышын хупларға бурыслыбыҙ», – ти Федерация Советы спикеры. Ике республика ла үҙ аллы дәүләткә хас булған атрибуттарға, демократик яҡтан формалашҡан дәүләт власы органдарына һәм армияға эйә.

    Грузия тотҡарлыҡ яhай


    Рәсәйҙең Грузиялағы хәрби низағ арҡаһында Бөтә донъя сауҙа ойошмаһына инеүе икеле, тип белдергән Американың сауҙа министры Карлос Гутиеррес.
    «Рәсәй үҙен ғәҙәттән тыш ауыр хәлгә ҡуйҙы, – ти ул Der Spiegel гәзитендә биргән интервьюһында. – Әлегә тиклем Америка Рәсәйҙең донъя берекмәһенә инергә ынтылыуын һәр яҡлап хуплап килде. Беҙ уны индустриаль яҡтан үҫешкән иң алдынғы һигеҙ ил иҫәбенә индерҙек һәм Бөтә донъя сауҙа ойошмаһына инеүенә мөмкин тиклем ярҙам итергә тырыштыҡ. Хәҙер иһә Рәсәй быларҙың барыһын да юғалтыуы ихтимал». Рәсәй 15 йыл инде Бөтә донъя сауҙа ойошмаһына инергә ынтыла. Ул – был ойошмаға инмәй ҡалған берҙән-бер иң ҙур иҡтисади держава. Хәҙер иһә Көньяҡ Осетия менән Абхазияға ярҙам итеүе арҡаһында Рәсәйгә үҙенең күптәнге ниәтен тормошҡа ашырырға Грузия тотҡарлыҡ булып тора.

    Рәсәйҙә сираттағы сит ил етәксеһе

    Йәкшәмбелә Рәсәй Президенты Дмитрий Медведев Иордания короле Абдулла II менән осрашты.
    Президент уға Көньяҡ Осетияға гуманитар ярҙам күрһәтергә йыйыныуы өсөн рәхмәт белдерҙе. Яуап итеп, король Иордания менән Рәсәй мөнәсәбәттәренең бөтә төбәк өсөн стратегик мөһим әһәмиәткә эйә булыуын билдәләп үтте, шулай уҡ бәйләнештәрҙе алдағы йылдарҙа ла яҡшы перспектива көтөүенә ышаныс белдерҙе. Шуныһы ҡыҙыҡлы: Кавказдағы хәрби кампаниянан һуң Рәсәйгә сит ил лидерҙары күпләп килә башланы, уҙған аҙнала Сүриә Президенты Башар Асад килеп киткәйне, ҡайһы бер мәғлүмәттәрҙән билдәле булыуынса, әле Израилдең Премьер-министры Эхуд Ольмерт килергә йыйына.

    Икенсе ҙур фажиғә

    Йәкшәмбе кис «Итек Эйр» ҡырғыҙ авиакомпанияһының «Боинг-737-200» самолеты һәләкәткә осраған.
    Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, фажиғәлә 68 кеше һәләк булған, 22 кеше тере ҡалған.
    Һәләкәткә осраусы «Боинг» урындағы ваҡыт менән 20.30-ҙа Бишкек – Тегеран рейсы буйынса юллана. Самолет мәжбүри туҡталыш яһарға йыйына, әммә Джанги-Джер ауылы аэропортынан ике саҡрым алыҫлыҡта ҡолап төшә. Ваҡиғаның шаһиттары әйтеүенсә, самолет тулыhынса янып бөткән, тик ҡойроғо ғына ҡалған. Ваҡиға урынынан 100 саҡрым алыҫлыҡта ла янғын еҫе көслө була. Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, самолет ҡолағандан һуң, ишектәре бикле булыу сәбәпле, кешеләр янған судно эсендә ҡалырға мәжбүр була. Был – һуңғы көндәрҙәге икенсе ҙур авиафажиғә. Испанияла ошо көндәрҙә МД-82 самолетында һәләк булыусыларға матәм иғлан ителгән.

    Йыйырсыҡтарҙан нисек арынырға?

    Британия ғалимдары йоҡлаған ваҡытта йыйырсыҡтарҙы бөтөрөргә ярҙам итеүсе мендәр уйлап тапҡан.
    Уның сере шунда: яҫтыҡтың тауарына нәҙек кенә еҙ сым үрелгән. Тикшеренеүҙәр күрһәтеүенсә, дүрт аҙна ошондай яҫтыҡта йоҡлағандан һуң кешенең йөҙөндәге йыйырсыҡтар яҙыла. «Капрон» компанияһы етештергән бындай еҙ мендәрҙәр тиҙ арала Европала һатыуға сығарыласаҡ.
    С. ЛОТФУЛЛИНА әҙерләне.
    авторы: Нур | 26 августа 2008 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • РФ Дәүләт Советы ултырышы үтте
  • Янылыктар
  • Янылыктар
  • Янылыктар
  • Янылыктар
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru