Башлаған эшеңде тамамла.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • 1 һорауға 5 яуап
  • ҮӘТ, ШЕШЛЕК!
  • [b]Дәүләт ярҙам күрһәтә[/b]
  • Дайджест
  • Иман
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Ғаилә – иғтибар үҙәгендә Яңылыҡтар
    Һәр бәхетле ғаиләләр бер үк бәхетле, тиһәләр ҙә, һәр бәхетһеҙ ғаиләнең дә уртаҡлығы барҙыр, моғайын. Ҡасандыр ғаилә атамаһы бәләкәй генә, үҙенә күрә ҡеүәтле бер дәүләтте кәүҙәләндерһә, бөгөн ул төрлө категорияны күҙ алдына баҫтыра: күп балалы, тулы булмаған, имен булмаған, студенттар ғаиләһе һ.б. Нисек кенә тиһәк тә, уға бөгөн дә иң ҙур бурыс йөкмәтелгән – илдең, дәүләттең киләсәген һаҡлап ҡалыу, уның иҡтисади нигеҙен нығытыу. Ысынлап та, ғаилә булмаһа, балалар тыумаһа, демография көрсөккә терәлһә, илдең иҡтисади нигеҙе лә ҡаҡшаясағы көн кеүек асыҡ.
    Шуға ла Башҡортостан Республикаһында Мәскәү көндәрен үткәреү сиктәрендә уҙғарылған түңәрәк өҫтәл темаларының береһе тап Ғаилә институтын нығытыу – демографик проблемаларҙы хәл итеү нигеҙе тип аталды. Унда ҡатнашыусылар хәҙерге ғаилә мөнәсәбәттәренең социаль проблемалары, кешелек капиталының формалашыуы, балаларҙы һәм үҫмерҙәрҙе тормошҡа яраҡлаштырыу, асарбаҡ һәм берәҙәк балаларҙың күбәйеүенең социаль сәбәптәре, ҡатын-ҡыҙҙарҙың һәм балаларҙың сәләмәтлеген нығытыу, тыуымды арттырыу һәм йәш ғиләләргә ярҙам күрһәтеү мәсьәләләре буйынса фекер алышты.
    Сара һуңында республикала тормошҡа ашырылған социаль сәйәсәткә белем биреү-тәрбиә процесына үҫмерҙәрҙә ғаилә ҡороуға етди ҡараш тәрбиәләүсе саралар индерергә тәҡдим ителде. Бының өсөн өлкән синыфтарҙа махсус курс циклын уҡытыу, ЗАГС-тарҙа психологик ярҙам үҙәге, тормош ҡороуға әҙерлек, консультациялар курсы асыу, киң мәғлүмәт сараларында ғаилә ҡиммәттәрен пропагандалау, ошо маҡсаттан социаль Интернет-портал асыу, ғаиләне һәм балаларҙы социаль хеҙмәтләндереү учреждениеһы етәкселәрен һәм хеҙмәткәрҙәрен инновацион методика буйынса эшләргә өйрәтеү зарур.
    Түңәрәк өҫтәл эшендә Башҡортостан Республикаһының һәм Мәскәү ҡалаһының ҡыҙыҡһыныусы ведомстволар вәкилдәре, киң мәғлүмәт саралары журналистары ҡатнашты.
    З. ХӘБИРОВА.
    авторы: Нур | 27 сентября 2008 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Дуҫлыҡ нигеҙе – дуҫлыҡ
  • Афарин, Тамырҙар!
  • Өс һөйләм менән
  • Өфөнөң Конгресс-холында тәүге тапҡ ...
  • Кеше ғаиләһе менән бәхетле
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru