Билдәһеҙ эштә тәүәккәллек ҡотҡара.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Уҡыуға түләгән аҡсаны нисек ҡайтарырға?
  • МОТОРҘЫ НИСЕК ҺЫУЫТЫРҒА?
  • Донъя яңылыҡтары
  • Күсәр
  • Хужабикә
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • КҮРГӘҘМӘЛӘ – ТАРМАҠ ҠАҘАНЫШТАРЫ Яңылыҡтар
    Кисә баш ҡалабыҙҙа «Полиграфия. Киң мәғлүмәт саралары. Реклама – 2008» –»Тамға – 2008» XII төбәк-ара махсуслаштырылған күргәҙмәһе асылды
    Мәғлүмәт һәм нәшриәт-полиграфия тармағының һуңғы ҡаҙаныштарын һәм үҫешен сағылдырған был мәртәбәле сара быйыл тәүге тапҡыр «Аҡбуҙат» ипподромының күргәҙмә залында урын алды. Башҡортостан Хөкүмәте ҡарамағындағы Матбуғат, нәш-риәт һәм полиграфия эштәре буйынса идаралыҡ, Төбәк-ара полиграфистар ассоциацияһы, Башҡортостан Журналистар союзы һәм Башҡортостан күргәҙ-мәләр ассоциацияһы ойошторған күргәҙмәлә республиканың һәм Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән 80-дән ашыу ойошманың экспозициялары урынлашҡан. Республика район-ҡалаларының матбуғат баҫмалары, полиграфия, нәшриәт ойошмалары күргәҙмәгә үҙҙәренең продукцияһын ҡуйған, уңыштарын сағылдырған стендтар менән биҙәгән.
    Күргәҙмәне асыу тантанаһында Башҡортостан Хө-күмәте ҡарамағындағы Матбуғат, нәшриәт һәм полиграфия эштәре буйынса идаралыҡ етәксеһе вазифаһын башҡарыусы Фәнил Ҡо-ҙаҡаев йыйылыусыларҙы сәләмләне һәм уның мөһимлегенә, үткәреләсәк сараларға туҡталды.
    – Мәғлүмәт, нәшриәт һәм полиграфия өлкәһендәге ҡаҙаныштарҙы күрһәтеүҙән тыш, күргәҙмәлә практик саралар ойоштороу планлаштырылған. Бынан тыш, полиграфистар араһында «Принткласс – 2008», фото-хәбәрселәр араһында, иң яҡшы веб-сайтҡа, иң яҡшы стенд презентацияһына конкурстар ойоштороласаҡ, – тине ул.
    БР Сауҙа-сәнәғәт палатаһы рәйесе Борис Бондаренко сығышында, күр-гәҙмәнең дөйөм маҡсаты – республика иҡтисадының үҫешенә булышлыҡ итеү, реклама, нәшриәт, полиграфия саралары менән Башҡортостан имиджын, йөҙөн дөрөҫ сағылдырыу, тип билдәләне. «МедиаСоюз» ойошмаһы вәкиле Валерий Фадеев Башҡортостандың был өлкәләге уңыштарына, нәш-риәт һәм полиграфия тармағының ҡеүәтле ҡорамалдар менән йыһазландырылыуына һоҡланыуын белдерҙе.
    Айырыуса әһәмиәтле саралар араһында полиграфия предприятиеларының, нәшриәттәрҙең һәм матбуғат өлкәһендәге идаралыҡ органдарының етәкселәре ҡатнашлығында «Киң мәғлүмәт сараларының тотороҡло үҫеүен тәьмин итеүсе йәмәғәт институттарын булдырыу» тигән темаға «түңәрәк өҫтәл» һәм «Финанс һәм матбуғат» темаһы буйынса семинар ойошторолоуы булды. Унда ҡатнашыусыларҙың фекере буйынса, бындай саралар республика киң мәғлүмәт саралары вәкилдәренең үҙ-ара мөнәсәбәттәрен көйләүгә булышлыҡ итә. Һуңғы үткән күргәҙмәнән һуң тармаҡта бик күп үҙгәреш күҙәтелгән: редакция-нәшриәт комплекстарында һәм ҡала типографияларына заманса төҫлө баҫыу машиналары һатып алынған. Был яңылыҡтар баҫма матбуғаттың сифатын яңы кимәлгә күтәреү, продукцияның төрлөлөгөн киңәйтеү мөмкинлеге бирә. Әгәр бер нисә йыл элек төҫлө баҫмалар икәү генә булһа, хәҙер улар бихисап.
    Күргәҙмәлә юбилейҙарын билдәләүсе республика матбуғат баҫмаларының стендтарын презентациялау үтте. Мәҫәлән, «Кызыл таң» гәзитенә быйыл – 90, «Йәшлек», «Өмет», «Молодежная газета» йәштәр гәзиттәренә – 85, «Шоңҡар» журналына – 15, «Бельские просторы» журналына 10 йыл тулды.
    Күргәҙмә 4 октябргә тиклем эшләйәсәк.
    Күргәҙмә барышында V Республика йәш журналистар фестивале асылды. Унда республика район-ҡалалары матбуғат баҫмаларында ҡәләм тибрәтеүсе 100-гә яҡын йәш журналист йыйылды. Сара журналистарҙың «Тамға – 2008» күргәҙмәһен ҡарауҙан башланды. Бында уларға бер-береһе менән танышырға, республиканың нәшриәт, полиграфия һәм матбуғат өлкәһендәге ҡеүәтен тойорға форсат сыҡты. Йәш журналистар күргәҙмә сиктәрендә ойошторолған сараларҙа – форумда һәм семинарҙа ҡатнашты. Кисен уларҙың иғтибарына республика эстрадаһы «йондоҙ»ҙары ҡатнашлығында мәҙәни программа тәҡдим ителде.
    Бөгөн иһә йәш журналистар БР Хөкүмәте ҡарамағындағы Матбуғат, нәшриәт һәм полиграфия эштәре буйынса идаралыҡ вәкилдәре, Башҡортостан йәш-тәре баҫмаларының мөхәррирҙәре, журналистары менән осрашасаҡ.
    Гөлназ Денисова, «Стәрлебаш шишмәләре» Стәрлебаш районы гәзите хәбәрсеһе:
    – Бындай сарала тәүге тапҡыр ҡатнашам. Әммә, шуға ҡарамаҫтан, күргәҙмәнең ойошторолоуы оҡшаны. Унда республика баҫмаларының үҫеше сағыла, полиграфия, нәшриәт ойошмаларының яңы ысулдарға күсеүе, яңы ҡорамалдарҙы файҙаланыуы ҡыуандыра. Ысынлап та, республикала был өлкәлә бөгөн сифатлы, матур, зауыҡлы продукция етештерелә, тигән фекергә киленә. Фестивалдән мин үҙемә бик күп фәһемле, файҙалы мәғлүмәт алдым, йәш коллегаларым менән таныштым. Ишеткән, күргән һәр яңылыҡ эшемә ярҙам итер, тип ышанам.
    Рәфил Сәхәбетдинов, «Уфимские нивы» Өфө районы гәзите хәбәрсеһе:
    – Йәш журналистарҙы ошолай бергә йыйыу үҙ-ара танышыу, тәжрибә уртаҡлашыу, яңы фекерҙәр менән бүлешеү йәһәтенән бик кәрәкле. Бөгөн мин күргәҙмәлә бик ҡыҙыҡлы стендтар күрҙем, мәғлүмәт тупланым, «түңәрәк өҫтәл»дә, семинарҙа ҡыҙыҡлы фекерҙәр ишеттем. Артабанғы эш тәжрибәмдә уларҙың файҙаһы булыр, тип уйлайым.
    Гүзәл Бикмәтова, «Һаҡмар» Баймаҡ районы гәзите хәбәрсеһе:
    – Фестивалгә мин яңы тәьҫораттар, илһам алырға, яңы фекерҙәр ишетергә килгәнмен. Башҡортостандың киң мәғлүмәт саралары, полиграфия һәм нәшриәт ойошмалары вәкилдәренең үҙ-ара осрашыуы бик файҙалы. Сөнки был сара республика матбуғатының дөйөм һәм берҙәм үҫешенә, тәжрибә уртаҡлашыуға булышлыҡ итә.
    Вадим ХӘБИРОВ.
    авторы: Нур | 2 октября 2008 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Ижад офоҡтарын киңәйтеп
  • Йәш журналистар ҡорға йыйыла
  • КИЛӘСӘК – ЙӘШ ЖУРНАЛИСТАР ҠУЛЫНДА
  • Милләт-ара татыулыҡҡа өлөш индергәнд ...
  • Йомғаҡтар ҡәнәғәтләнерлек
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru