Көткәнгә көн үтмәй, эшләгәнгә көн етмәй.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • «Беларусь» ал, шарттар бар!
  • Балалар өсөн махсус сығарылыш
  • Крокодилдың теле һәленмәй.
  • Йондоҙнамә
  • Ай башы - июль
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Янылыктар Яңылыҡтар
    Рәсәй Грузияны ҡалдыра

    РФ Оборона министрлығының рәсми вәкиле, генерал-лейтенант Николай Уваров әйтеүенсә, Рәсәйҙең тыныслыҡ урынлаштырыусылары Грузия – Абхазия сигендәге беренсе биш посты ҡалдырҙы.
    Евросоюз тәҡдиме буйынса бында 300 күҙәтеүсе ваҡиғаларҙы күҙ уңында тота. Аналитиктар иhә, Евросоюз Кавказ төбәгендә үҙ позицияларын нығытырға уйламаймы, тигән шик тә белдерә.
    8 сентябрҙә РФ Президенты Дмитрий Медведев менән Франция Президенты Николя Саркози үҙ-ара hөйләшеп килешкәндән hуң башланған именлек урынлаштырыу саралары әлегә хәүеф тыуҙырмаhа ла, Рәсәй политологтары, әгәр килешеү боҙолhа, йәнә лә имен халыҡтың зыян күреүе ихтимал, тигән фекерҙә.

    АҠШ Израилгә истребителдәр hата

    АҠШ Хөкүмәте Израилгә 75 F-35 күренмәҫ истребителдәрен hатырға ниәтләй.
    Килешеүҙең суммаhы – 15,2 миллиард доллар. Израиль 25 ябай конфигурациялы истребитель ала. Ә ҡалған 50 F-35 самолеты тиҙ арала hауаға күтәрелергә hәм вертикаль рәүештә туҡтарға һәләтле.
    Әлбиттә, АҠШ Конгресының 30 көн эсендә килешеүҙе кире ҡағыуы ла ихтимал. Әммә алдан тикшереү үткән был алыш-биреш тотҡарланмаҫ, моғайын, тип хәбәр итә Lentа ru.

    Мәскәүҙә – Муса Йәлилгә hәйкәл

    Советтар Союзы Геройы, Ленин премияhы лауреаты, шағир Муса Йәлилдең исеме Рәсәй халҡына яҡшы таныш.
    Уның «Моабит дәфтәре»ндә яҙылған шиғырҙарын, поэмаларын нисәмә быуын ятлап үҫте.
    Ошо көндәрҙә Мәскәүҙең Муса Йәлил исемен йөрөткән 1186-сы мәктәбендә шағирға hәйкәл асыла. Тотош буй-hынын hынландырған hәйкәл янында шағирҙың шиғыр юлдарынан өҙөк тә яҙыласаҡ.

    Валерия хаҡында кино төшөрәләр

    Рәсәйҙең популяр эстрада йырсыhы Валерияның автобиографик романы буйынса киләhе йылдың февраленән фильм төшөрөлә башлаясаҡ.
    Әлегә актерҙар кастинг үтмәгән, әммә йырсы үҙе төшөргә уйламай.
    Фильм төшөрөү, китап буйынса сценарий яҙыу теләге менән Валерияға Америка яҙыусыhы Джеки Коллинз мөрәжәғәт иткән. 2006 йылда «Азбука-классика» нәшриәтендә донъя күргән «Тормош та, күҙ йәштәре лә, мөхәббәт тә» тигән автобиографик роман Рәсәйҙең эстрада фанклубтары араhында ла ҙур популярлыҡ яулағайны.

    Л. АБДУЛЛИНА әҙерләне.
    авторы: Нур | 2 октября 2008 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Был донъяла ниҙәр бар?
  • Донъя яңылыҡтары
  • Янылыктар
  • Янылыктар
  • Янылыктар
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru