Ҡарама йәшенә, ҡара эшенә.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Наркомандар ҡартаймай, улар йәшләй үлә
  • Бөлгөнлөктө туҡтатыу әмәле бармы?
  • Ҡыҙыҡлы яҙмыштар журналы
  • МОТОРҘЫ НИСЕК ҺЫУЫТЫРҒА?
  • Осрашҡанға тиклем, «Имәнкәй»!
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Йыл Йылан менән Маймылға уңыш килтерәсәк Яңылыҡтар
    Һыйыр. Һеҙҙең өсөн быйыл уңышлы йыл көтөлә. Йондоҙҙар карьера үҫеше һәм матди хәлегеҙҙең яҡшырыуын вәғәҙә итә. Оҙайлы проекттар өҫтөндә эшләй башлағыҙ, көсөгөҙҙө йәлләмәгеҙ. Мөхәббәттә лә барыһы ла яҡшы булмаҡсы. Яңғыҙҙарға ғаилә ҡорорға, ғаиләлеләргә бала табырға кәңәш ителә.
    Юлбарыҫ. Эшегеҙҙә һәм мөхәббәт фронтында яҡшыға үҙгәреш көтмәгеҙ. Белем һәм көс туплағыҙ, улар һеҙгә 2010 йылда кәрәк буласаҡ. Һыйыр йылы һеҙҙең тырышлығығыҙҙы баһалар һәм тормош шарттарын яҡшыртыу мөмкинлеге бирер.
    Бесәй. Эшегеҙҙә проблемалар тыуыуы бар, әммә дуҫтарығыҙ, яҡындарығыҙ ярҙамында уларҙы йырып сыға аласаҡһығыҙ. Иң мөһиме, йыл шәхси тормошоғоҙ өсөн яҡшы буласаҡ.
    Аждаһа. Йыл һеҙгә мул тормош вәғәҙә итә, әммә тынғыһыҙ буласаҡ. Булғанды һаҡлап ҡалыу өсөн бар көсөгөҙҙө һалырға тура киләсәк. Килеп тыуған проблемаларҙы һөйләшеп килешеп хәл итергә тырышығыҙ. 2009 йылда никахҡа инергә йәки айырылышырға ашыҡмағыҙ. Һеҙгә шәхси тормошоғоҙға үҙгәрештәр индереү өсөн осор яҡшы түгел.
    Йылан. Пландарығыҙҙы тормошҡа ашырыу һәм карьера өсөн уңайлы осор. Әлбиттә, сабырлыҡ – яҡшы сифат, әммә яңы йылда хәл иткес аҙымдар яһарға ла тура килер. Ә дуҫтарса мөнәсәбәттә булған 2009 йыл һеҙҙе хуплар ғына.
    Йылҡы. Дуҫтарығыҙ һәм яҡындарығыҙ һеҙгә нисек эшләргә кәрәклеген яҡшыраҡ аңлай кеүек. Үҙегеҙгә изгелек теләүселәр менән бәхәскә инмәгеҙ. Ғәҙәттән тыш эскерлелек күрһәтеп, файҙалы тәҡдимдәрҙе ҡулдан ысҡындырмағыҙ. Һыйыр йылы һеҙгә наҙлы мөхәббәт һәм ысын дуҫлыҡ вәғәҙә итә.
    Кәзә. Был йылды юғалтыуһыҙ үткәрергә тырышығыҙ. Булғаны менән ҡәнәғәт булығыҙ, яҡындарығыҙға күберәк иғтибар бүлегеҙ. Сәләмәтлегегеҙ хаҡында хәстәрлек күрегеҙ. Ә инде ниндәйҙер үҙгәреш теләһәгеҙ, тышҡы йөҙөгөҙҙө үҙгәртегеҙ.
    Маймыл. Яңы йылда карьера үҫешендә перспектива барлыҡҡа киләсәк. Әгәр ҙә ауыр һәм ялҡытҡыс эш менән шөғөлләнергә тура килә икән, тимәк, һеҙ дөрөҫ юлда. Яңы йылда ижади эҙләнеүҙәрегеҙҙе туҡтатығыҙ. Матди хәлегеҙ бюджетты нисек планлаштырыуығыҙға бәйле.
    Тауыҡ. 2009 йыл уҙған йылға ҡарағанда уңышлыраҡ буласаҡ. Проблемаларҙы хәл итеү юлын табасаҡһығыҙ, әммә аҡсағыҙҙы бушҡа сарыф итмәгеҙ. Ғаилә хәлендә барыһы ла яҡшы буласаҡ, ә бына яңы романдар бер нимәгә лә килтермәйәсәк.
    Эт. Нисек кенә ауыр булмаһын, эшегеҙҙә үҙгәрештәргә юл ҡуймағыҙ. Күп ваҡытығыҙҙы ғаиләгеҙ, туғандарығыҙ менән үткәрергә тырышығыҙ. Ышаныслы тыл йылды юғалтыуҙарһыҙ үткәрергә ярҙам итер.
    Сусҡа. Артыҡ изге күңеллелегегеҙ үҙегеҙгә зыян килтереүе ихтимал. Быйыл башҡаларға ҡарағанда үҙегеҙ хаҡында күберәк хәстәрлек күрергә тырышығыҙ. Ял итегеҙ, сәләмәтлегегеҙҙе нығытығыҙ. Шәхси тормошоғоҙҙа нимәлер үҙгәртергә ашыҡмағыҙ.
    Ҡомаҡ. Һеҙҙең йыл артта ҡала, әммә Һыйыр йылы үҙ ҡанаты аҫтына алырға әҙер, тик барыһы ла нисек бар, шулай ҡалһын, киҫкен үҙгәрештәр эшләргә ашыҡмағыҙ. Элекке эш урынығыҙҙа, үҙ төбәгегеҙҙә күсемһеҙ милек менән эш иткәндә уңышҡа өлгәшерһегеҙ.
    авторы: admin | 25 декабря 2008 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Йондоҙнамә 19-25 июль
  • Юлбарыҫ нимә вәғәҙә итә?
  • Йондознаме
  • Йондоҙнамә
  • Йондоҙнамә
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru