Балтаң булмаһа, урманға барма.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Балалар өсөн махсус сығарылыш
  • Башҡортостан яңылыҡтары
  • Һынамыш
  • Тәмле
  • Ғали йәнәптәре Хәреф
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Ҡоролтай, үткән йылды йомғаҡлап, яңыһына бурыстар билдәләне Яңылыҡтар, Башҡортостан
    Декабрь аҙағында үткән Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты советы ултырышында уның эшенә йомғаҡ яһалды. Унда БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министры И. Илешев, Башҡортостан райондары һәм ҡалалары, Силәбе һәм Ырымбур өлкәләре, Пермь крайы, Татарстан Республикаһы, Ханты-Манси Автономиялы Округы башҡорттары ҡоролтайҙары башҡарма комитеттары етәкселәре ҡатнашты. Ултырышты Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Батырхан Мырҙабаев алып барҙы.
    Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары Румиль Аҙнабаев отчет доклады менән сығыш яһаны. Шулай уҡ Белорет, Ғафури, Тәтешле, Ейәнсура райондары башҡорттары ҡоролтайҙары башҡарма комитеттары рәйестәре уҙған йылда башҡарылған эштәре тураһында отчет бирҙе. Был райондар ҡоролтайҙарының эше юғары баһаланды һәм уларҙың рәйестәренә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының Рәхмәт хаттары тапшырылды.
    Ултырыш сиктәрендә Федераль дәүләт статистика хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса территориаль органы һәм «Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы» халыҡ-ара йәмәғәтселек ойошмалары союзы (конгресы) тарафынан сығарылған «XXI быуат башы башҡорттары» тигән статистик йыйынтыҡ презентацияланды.
    Ултырышта ҡатнашыусылар федераль башҡорт гәзитен ойоштороу һәм уның электрон версияһын булдырыу идеяһын бер тауыштан хупланы. БР Хөкүмәте ҡарамағындағы Матбуғат, нәшриәт һәм полиграфия эштәре буйынса идаралыҡ начальнигы урынбаҫары Артур Иҙелбаевтың фекеренсә, тағы ла өҫтәмә рәүештә был баҫманың даимилығын, тиражын һәм таратыу ысулын тикшерергә кәрәк.
    Ултырыш аҙағында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының танылған эшмәкәрҙәренә, юбилярҙар Нияз Мәжитовҡа, Мөхәммәт Харрасовҡа, Ҡәҙим Аралбаевҡа, Гүзәл Ситдиҡоваға Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының Рәхмәт хаттары һәм бүләктәр тапшырылды.

    «Башинформ».
    авторы: admin | 10 января 2009 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Тел ҡәҙерен беләйек
  • Һеҙҙә ҡасан үтәсәк?
  • Ҡотлайбыҙ!
  • Силәбегә һалдыҡ рухи күпер
  • Эшләйһе лә әле әшләйһе
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru