Донъя бөтөр, эш бөтмәҫ.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Йөрәгеңде тыңлайһыңмы, әллә...
  • һорау-яуап
  • Йәш быуынды күренекле шәхестәр өлгөһөндә тәрбиәләйек
  • Медицина хеҙмәткәрҙәре көнө менән!
  • Һабантуйҙы мәскәүҙәр ҙә көтөп ала
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Башҡортостан яңылыҡтары Яңылыҡтар
    Барыһы ла йәштәр өсөн

    24 ғинуарҙа Бөтә Рәсәй «Йәштәр йылы – 2009» акцияһы сиктәрендә Өфөлә Конгресс-холда Рәсәй Федерацияһында – Йәштәр һәм Башҡортостан Республикаһында Йәштәрҙең башланғыстарын яҡлау һәм үҫтереү йылын тантаналы асыу буласаҡ.
    Унда республика етәкселәре, Башҡортостан ҡалалары һәм райондары хакимиәттәренең социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫарҙары һәм йәштәр сәйәсәте буйынса вәкилдәре, шулай уҡ балалар һәм йәштәрҙең йәмәғәтселек ойошмалары активистары, вуздар һәм ссуздар студенттары ҡатнашасаҡ.
    Рәсми асыуҙан һуң бейеү коллективтары, «ЕвроАзия» һәм «Далан» төркөмдәре, Ш. Бабич исемендәге республика дәүләт йәштәр премияһы, «Йәш ғаилә – 2008», «Урал моңо – 2008» конкурстары лауреаттары ҡатнашлығында байрам концерты күрһәтеләсәк. Өфө дәүләт иҡтисад һәм сервис академияһынан «100 йөҙ» моделдәр агентлығы тамашасыларға йәштәр өсөн яңы кейем коллекцияһын тәҡдим итәсәк.

    Өфөгә ҡунаҡтар килде

    Өфөгә РФ Дәүләт Думаһы Рәйесе урынбаҫары Валерий Язев етәкселегендә делегация килде.
    Бер үк ваҡытта парламенттың Энергетика буйынса комитет ағзаһы, иҡтисад фәндәре докторы, РФ Технологик фәндәр академияһы академигы ла булып торған вице-спикер менән бергә шаршамбы көнө «Рәсәй нанотехнологиялар корпорацияһы» дәүләт корпорацияһының идара итеүсе директоры Дионис Гордин, «Урал энергетика союзы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең генераль директоры Виктор Иванько, «Рәсәй нанотехнологиялар корпорацияһы» дәүләт корпорацияһы хеҙмәткәре Александр Царев килде.
    Мәскәү ҡунаҡтары металдарҙың сиктән тыш үҙлелеге проблемалары институты менән танышты, күргәҙмәлә һәм инновация үҙәгендә булды. Шулай уҡ Валерий Язев БР Президенты Мортаза Рәхимов менән осрашты.

    Башҡортостан йәштәре проекты ҡыҙыҡһыныу уятҡан

    РФ Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Григорий Рапота федераль округ вәкиллектәренең һигеҙ субъектының Йәштәр парламенттары рәйестәре һәм Кесе дәүләт идаралығы академияһы тыңлаусылары менән осрашты.
    Осрашыу Түбәнге Новгородта Йәштәр сәйәсәте һәм йәштәрҙең йәмәғәтселек ойошмалары менән хеҙмәттәшлек буйынса «түңәрәк өҫтәл» сиктәрендә үтте. Унда ҡатнашыусылар йәштәр сәйәсәте мәсьәләләрен һәм төбәктәрҙең йәштәргә ярҙам итеүгә йүнәлтелгән программаларҙы бойомға ашырыу тәжрибәһен тикшерҙе.
    Башҡортостандан унда БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай ҡарамағындағы Йәштәрҙең йәмәғәт палатаһы рәйесе, «Берҙәм Рәсәй»ҙең «Йәш гвардияһы»ның төбәк штабы начальнигы Руслан Ғиззәтуллин ҡатнашты һәм Йәштәр палатаһының муниципаль ойошмаларҙың вәкиллекле органдары ҡарамағындағы йәштәрҙең консультатив советтарын үҫтереүгә йүнәлтелгән пилот проекты менән таныштырҙы. Проект йәш кешенең граждан булараҡ формалашыуын күҙаллай. Гражданлыҡ сифаттары, йәмғиәти әүҙем шәхес мәктәптә үк тәрбиәләнә башлай һәм был эш БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай ҡарамағындағы Йәштәрҙең йәмәғәт палатаһының, ерлектәге үҙидаралыҡтың вәкиллекле органдары ҡарамағындағы йәштәр советтары эшмәкәрлегендә логик үҫеш ала. Йәштәрҙең йәмәғәт советтары быйыл күп кенә ҡала һәм райондарҙа эшләй башлаясаҡ, шуға күрә лә, йәштәр лидеры фекеренсә, тәүҙә семинар-уҡыуҙар, ә ноябрь – декабрҙә йәш парламентарийҙар форумын үткәреү үҙ емештәрен бирәсәк.
    Башҡортостан йәштәренең пилот проекты «түңәрәк өҫтәл»дә ҡатнашыусыларҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу уятҡан.

    Ойоштороу комитеты ултырышы

    21 ғинуарҙа БР Хөкүмәтендә Башҡортостан Республикаһында Йәштәрҙең башланғыстарын яҡлау һәм үҫтереү йылын үткәреү буйынса республика ойоштороу комитетының беренсе ултырышы үтте.
    Көн тәртибендә ике тема ҡаралды. Башҡортостан Республикаһында Йәштәрҙең башланғыстарын яҡлау һәм үҫтереү йылын үткәреү буйынса саралар планы тураһында БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министры, Башҡортостан Республикаһында Йәштәрҙең башланғыстарын яҡлау һәм үҫтереү йылын үткәреү буйынса республика ойоштороу комитеты рәйесе урынбаҫары Илдус Илешев сығыш яһаны.
    БР Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты рәйесе Салауат Сәғитовтың сығышы Башҡортостанда Йәштәрҙең башланғыстарын яҡлау һәм үҫтереү йылының рәсми эмблемаһын раҫлау тураһында булды.
    авторы: admin | 22 января 2009 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Йәмәғәт палатаһына ышаныс ҙур
  • Республикала Йәштәр фәне көндәре үт ...
  • Прогрессив система – беҙҙә генә
  • Башҡортостан Республикаһы Президенты Указы
  • ГРИГОРИЙ РАПОТА ӨФӨЛӘ БУЛДЫ
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru