Ата алмаған мылтығынан күрер.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Яңылыҡтар
  • Наркомандар ҡартаймай, улар йәшләй үлә
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!
  • Илдә булмаған ат
  • Күсәр
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Ике алтын да – Башҡортостан спортсыһында Яңылыҡтар, Спорт
    Ике алтын да – Башҡортостан спортсыһындаБаш ҡалабыҙ Өфөлә старт алған биатлон буйынса асыҡ Европа чемпионатында Рәсәй спортсылары яуланған миҙалдар һаны буйынса әлегә алдынғы позицияларҙы биләй. Ике көн барған ярыштарҙан һуң беҙҙең «копилка» ике алтын, дүрт көмөш һәм дүрт бронза миҙал менән тулыланды.
    Шуныһы һөйөнөслө: Рәсәй йыйылма командаһы иҫәбенә юниорҙар араһында тәүге алтынды Башҡортостан спортсыһы Ольга Вилухина килтерҙе. 7,5 саҡрым аралыҡта уҙышыуҙа Ольга атыу һыҙығында бер тапҡыр ғына сәпкә яҙа ата һәм 23 минут 52,2 секунд эсендә финиш һыҙығын киҫеп үтә. Ә Рәсәй спортсыһы Анастасия Калина, Ольганан 58,8 секундҡа ҡалышып, көмөш миҙалға эйә булды. Өсөнсө килгән Франция спортсыһы Марин Боллеға бронза миҙал эләкте.
    Чемпионаттың 10 саҡрымға тәүге уҙышын ир-егеттәр тамамланы. Рәсәй спортсыһы Евгений Устюгов, Норвегия вәкиле Руне Браттсвендан 11,2 секундҡа ҡалышып, көмөш миҙалды ҡулына төшөрҙө. Бронза миҙал да беҙҙекеләргә эләкте – Антон Шипулин еңеүсенән 18,6 секундҡа һуңыраҡ килде.
    Чемпионаттың икенсе көнөндә дүрт атыу һыҙығы булған 10 саҡрым аралығына эҙәрлекләү ярышына 30 спортсы ҡыҙ сыҡты. Словакия өсөн сығыш яһаусы Анастасия Кузьмина тәүге көндә лә «алтын»лы булһа, быныһында ла алдынғылыҡты бирмәне. Ә юниорҙар араһында Башҡортостан спортсыһы Ольга Вилухина ла биатлон буйынса асыҡ Европа чемпионатының ике тапҡыр чемпионкаһы булды. Дүрт атыу һыҙығында ла уңышлы сығыш яһап, ул эҙәрлекләү ярышында тәүге булып килә. Ә Рәсәй спортсыһы Анастасия Романова, Ольганан 39 секундҡа ҡалышып, «көмөш»лө була. Өсөнсө урынды йәнә Франция спортсыһы Марин Болле яулай.
    Эҙәрлекләү ярышында ир-егеттәребеҙ ҡәнәғәтләнерлек һөҙөмтәләргә ирешмәне. 12,5 саҡрым араны немец Даниэль Бем Украина спортсыһы Сергей Седнев һәм Норвегия спортсыһы Руне Браттсвенды артты ҡалдырып, беренсе булып үтә. Рәсәй йыйылма командаһынан Виктор Васильев – 8-се, Антон Шипулин – 9-сы, Евгений Устюгов – 11-се һәм Андрей Дубасов 19-сы булып финиш һыҙығынан үтте.
    Шулай итеп, ике көн эсендә бер Ольга Вилухина ғына Рәсәй «копилка»һын алтын миҙалдар менән тулыландырҙы. Алдағы көндәрҙә үтәсәк шәхси беренселек һәм эстафетала ир-егеттәребеҙ ҙә «алтын»лы булыр, тип ышанайыҡ. Ә Ольга Вилухинаға «Афарин!» тиергә генә ҡала.
    Андерс БЕССЕБЕРГ, Халыҡ-ара биатлонсылар союзы президенты:
    – Өфөнөң «Биатлон» спорт комплексында күргәндәрем һөйөндөрә. Чемпионатты уҙғарыу өсөн барыһы ла юғары кимәлдә әҙерләнгән. Ә саңғылар әҙерләү буйынса яңы төҙөлгән сервис үҙәге әлеге ваҡытта донъяла иң яҡшыларҙан һанала, тип әйтер инем. Ҡарҙың аҙ булыуына ҡарамаҫтан, ярыш трассалары тейешенсә әҙерләнгән.

    Владимир САМОРОДОВ, БР физик культура, спорт һәм туризм министры:
    – Республика халҡын ошо ҙур спорт байрамы менән ҡотлайым! Дөйөм тырышлыҡ менән чемпионатты иң юғары кимәлдә үткәрәсәгебеҙгә ышанам. Беҙ бөтәбеҙ ҙә спортҡа, шул иҫәптән биатлонға хеҙмәт итәбеҙ.

    Александр ТИХОНОВ, Халыҡ-ара биатлонсылар союзының беренсе вице-президенты, Рәсәй биатлонсылар союзының вице-президенты:
    – «Биатлон» спорт комплексында башҡарылған эштәр өсөн республика етәкселегенә ҙур рәхмәтемде белдерәм. Ә Өфө спортсыһы Максим Чудов Рәсәй йыйылмаһы командаһының ысын лидерына әйләнде.

    А. ИСМӘҒИЛЕВ.
    А. ЗАҺИТОВ фотолары.
    авторы: admin | 3 марта 2009 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Тырышлыҡ үҙенекен итте
  • Егеттәребеҙ өмөт уята
  • Утҡа ҡаршы уҡтай атылып...
  • Швед майҙансығында Башҡортостан байрағы елберл| ...
  • Яҡташыбыҙ уңыштары менән ҡунаҡсыллы ...
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru