Бер тырышлыҡ унлата ҡайта.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Башҡортостан яңылыҡтары
  • Донъя яңылыҡтары
  • Ауыл хужалығын үҫтереү стратегияһы дөрөҫ һайланған
  • Республика етәксеһе халыҡ менән онлайн режимында аралашты
  • Еңде лә, шәфҡәтлелек тә күрһәтте
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Юғары сифат өсөн Яңылыҡтар
    «Башавтотранс» дәүләт унитар предприятиеһында йәмәғәт транспорты менән идара итеүҙең яңы системаһы индерелгән. Бындай система әлегә Рәсәйҙең башҡа бер төбәгендә лә юҡ. Навигациялы юлдаш ҡорамалы ҡала һәм ҡала-ара автотранспорт хәрәкәтен күҙәтеп барырға ғына түгел, диспетчерға расписаниены оптималләштерергә лә булышлыҡ итә.
    Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов навигациялы юлдаш системаһының эше менән танышты. Республика етәксеһенең һорауҙарына «Башавтотранс» дәүләт унитар предприятиеһының генераль директоры Камил Мәмәтҡазин яуап бирҙе. Һөйләшеүҙә шулай уҡ БР Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаев, төҙөлөш, архитектура һәм транспорт министры Рауил Ибәтуллин ҡатнашты. Хәҙер навигация ҡорамалы бухгалтер иҫәбе системаһы менән бәйләнгәнлектән, күпме яғыулыҡ тотонолоуын күҙәтеү генә түгел, водителдәргә уны экономиялаған өсөн премиялар ҙа түләргә мөмкин. Компьютерҙың операция системаһы әллә күпме мәғлүмәтте һаҡлай: ҡулланыу ваҡыты үткән аккумуляторҙы йә таушалған резинаны алмаштырыу кәрәклеген иҫкәртә, ә инде машина техосмотр үтмәгән булһа, путевка яҙыуҙан бөтөнләй баш тартасаҡ.
    Автотранспорт паркы менән оператив идара итеү автобустың ватылыуын һәм линиянан сығыуын шунда уҡ билдәләргә ярҙам итәсәк, водитель дә теләгән ваҡытта диспетчерҙар менән бәйләнешкә инә ала. Тағы бер яңылыҡ – навигация ҡотҡарыу хеҙмәттәре менән дә бәйләнешкә инергә мөмкинлек бирә, тимәк, ғәҙәттән тыш хәлгә юлыҡҡанда водителдәр туранан-тура милиция йә Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы менән бәйләнешкә инә ала. Навигация ҡорамалының башҡа программалар менән берләштерелеүе пассажирҙарҙың теүәл иҫәбен алырға ла ярҙам итә. «Башавтотранс» системаһы автобустарында транспорт картаһы менән түләүҙе индергәндән һуң шундай мөмкинлек барлыҡҡа килгән. Әйткәндәй, транспорт картаһы менән файҙаланғанда юл йөрөү арзаныраҡҡа төшә. Ә кондукторҙар билет һатыу өсөн электрон терминалдарҙы ҡуллана. Йәмәғәт транспортында карта менән түләүҙе индереү – Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте индергән «Башҡортостандың социаль картаһы» проектының бер йүнәлеше. Киләсәктә Башҡортостан халҡы алдынғы технологиялар менән автобустарҙа ғына түгел, коммуналь түләүҙәрҙе, һалымдарҙы күсергәндә лә, дарыуҙар һатып алғанда ла файҙаланасаҡ.
    Был льгота менән файҙаланыусы граждандарға уңайлыҡтар тыуҙырасаҡ, ә дәүләткә бюджет сығымдарын контролдә тоторға ярҙам итәсәк.
    «Башавтотранс» предприятиеһында иһә, навигация системаһы иң беренсе сиратта пассажирҙарҙы хеҙмәтләндереүҙә юғары сифатҡа өлгәшергә ярҙам итәсәк, тип иҫәпләйҙәр.
    С. НИЯЗОВА.
    авторы: admin | 12 марта 2009 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • «Башҡортостандың социаль картаһы» тәүге е ...
  • Билет хаҡы – 15 һум
  • Тиҙҙән һәр кем файҙалана аласаҡ
  • Социаль картаның мөмкинлектәре сикһеҙ
  • Өфөлә электр транспортында йөрөү ө ...
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru