Белмәгән эшкә ҡатышма.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • БАЙРАМ НАМАҘЫ АЛДЫНАН:
  • Һуңғы ҡыңғырау сыңы, тынлыҡ ярып, киләсәккә бирҙе фатиха
  • Дайджест
  • Күсәр
  • Беҙ Молдавияла ла булырға тейешбеҙ
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Скидки на копии часов! Копии часов Hublot Skull уже в продаже! Копии часов Ulysse Nardin. Ulysse Nardin Perpetual Calendars купить можно уже сейчас!
    «Интернетта дуҫтар таптым – үҙебеҙҙең башҡорттар» Яңылыҡтар, Мәҙәниәт, Башҡортостан
    «Интернетта дуҫтар таптым – үҙебеҙҙең башҡорттар»Интернет менән яҡшы танышһығыҙмы? Кемдер: «Эйе, мин унда кәрәкле мәғлүмәт табам,» – тиер, кемдер иһә интернет киңлектәрендә һәр саҡ өр-яңы йырҙар, фильмдар менән таныша алыуына ҡыуаныр, ә бына бәғзеләре унда яңыса аралашыу ысулы барлығын күреп ҡалған. Биш йыл элек ана шулай барлыҡҡа килгән Башҡорт йәштәренең Интернет порталы бөгөн инде үҙенең беренсе юбилейын билдәләй. Ә нимә ул бөгөнгө Башҡорт йәштәренең Интернет порталы? Ул – Башҡортостандың төрлө райондарынан ғына түгел, ә башҡа өлкәләрҙән, илдәрҙән дә башҡорт халҡы вәкилдәрен берләштергән, табыштырған-таныштырған йыйын. Актуаль проблемаларҙы уртаға һалып һөйләшә, бөгөн килеп тыуған сетерекле мәсьәләләрҙе уртаға һалып хәл итә торған ҙур майҙан да ул. Байрам кисендә Өфөнөң 2-се Педагогия колледжы залына Yeshlek.ru -ның иң тоғро дуҫтары, абруйлы ҡунаҡтар, күренекле эстрада йондоҙҙары һәм шулай уҡ Башҡорт порталы менән әле яҡындан таныш булмаған, әммә танышырға бик теләгән йәштәр йыйылды.
    Иң тәүҙә Башҡорт йәштәренең Интернет порталын барлыҡҡа килтереүсе, бына инде биш йыл уны етәкләп барыусы Илфат Ишмөхәмәтов барыһын да бөгөнгө байрам менән ҡотланы һәм форум-чаттарҙа әүҙем ҡатнашып, сайтҡа йән өрөп тороусыларға ҙур рәхмәтен белдерҙе. Ә «Йәшлек» гәзитенең элекке баш мөхәррире, бөгөн «Аманат» журналын етәкләгән Сәлмән Ярмуллин иһә Yeshlek.ru -ның барлыҡҡа килеүе тарихы, ул ваҡыттағы уй-кисерештәр менән таныштырҙы:
    – Тәүҙә был идеяға шикләнеберәк тә ҡараным, ни тиһәң дә, ул ваҡытта әле Интернет башҡорт йәштәре араһында ныҡ таралып та өлгөрмәгән ине. Әммә сайт булдырылғандан һуң, беҙҙе шунда уҡ тиерлек Ер шарының төрлө нөктәләренән милләттәштәребеҙ табып та алды. Бөгөн иһә эш урындарында ғына түгел, республикабыҙҙың күп кенә мәктәптәрендә лә, һәр ауылда ла тиерлек Интернет бар, тимәк, портал әле тағы ла киңәйер, байыр һәм матурайыр, тип ышанам, – тине ул.
    «Интернетта дуҫтар таптым – үҙебеҙҙең башҡорттар»– Ни сыҡһа ла, шул «Йәшлек»тән сыға, тип дөрөҫ әйтәләр. Ысынлап та, Башҡортостанда әле йәшәп килгән күп кенә проект-фестивалдәргә заманында тап «Йәшлек» гәзите нигеҙ һалған бит. Һәм бөгөн башҡорт йәштәре өсөн шундай ҙур кимәлдәге берҙән-бер Интернет порталы булған Yeshlek.ru - ның да тап беҙҙең редакция стеналарында барлыҡҡа килеүе күп нәмә хаҡында һөйләй, – тип үҙ уйҙары менән бүлеште «Йәшлек» гәзитенең баш мөхәррире Артур Дәүләтбәков та.
    Туған порталын ҡотларға тип Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының Йәштәр Советы рәйесе, БР Ҡоролтай Дәүләт Йыйылышы Ҡоролтайҙағы Йәштәр йәмәғәте палатаһы рәйесе урынбаҫары Тимур Лоҡманов та килгәйне.
    – Илфат Фәрит улы, сайтты эшләгәс тә, миңә был турала шылтыратып хәбәр итте. Шатлығымдың сиге юҡ ине. Башҡорт йәштәренә шундай ҙур бүләк яһаған «Йәшлек»кә рәхмәт! Мин шунда уҡ форумда үҙемде теркәнем һәм тәүге көндәрҙә, сайтта кемдер булһа ла һәр саҡ ултырырға тейеш, тип көнө-төнө унан сыҡмаҫ булдым,. Аҙаҡ иһә кешеләр яйлап күбәйҙе... – тине ул үҙ сығышында.
    Темәстәге, Сибайҙағы форумсыларҙан айырым вәкилдәр булып килгән Фәйзулла Үтәрбаев, Ләйсән Баймырҙиналарҙың да үҙ әйтере:
    – Киләсәктә тарихсылар, XXI быуат башында башҡорттар тарҡау, яй булған, тип ғилми диссертациялар яҡлап йөрөмәһен. Әйҙәгеҙ, йәштәр, берҙәм, дәррәү булайыҡ. Беҙҙе көслө, ҡыйыу, тип белһендәр!
    «Күк бүре» ойошмаһы лидерҙары иһә башҡорт форумында төрлө өлкәлә эшләүсе йәштәрҙең ҡатнашыуына, уларҙың юғары интеллектуаль кимәлдә фекер алышыуына һоҡланыуын белдерҙе. «Милләтебеҙгә мәғлүмәтле, аҡыллы, уйлай белеүсән йәштәр кәрәк. Был йәһәттән Башҡорт йәштәре порталының әһәмиәте әйтеп бөтөргөһөҙ,» – тине улар.
    Сарала шулай уҡ иң әүҙемдәрҙе Рәхмәт хаттары, миҙалдар менән бүләкләү ҙә ҡаралғайны. 1-се һанлы миҙалдар, әлбиттә, администраторҙар Илфат Ишмөхәмәтов һәм Урал Хәмитовтарҙың түштәрендә урын алды. 2 -се дәрәжәле миҙалдарға хаҡлы рәүештә модераторҙар Әхәт Мөхәммәтов һәм Рөстәм Баязитов лайыҡ булды. Ә 3 -сө урын иһә бер төркөм спортсыларға (ун кеше) бирелде. Улар форумда спорт темаһын яҡтыртып ҡына ҡалмай, үҙҙәре лә форумсылар өсөн һәр ваҡыт төрлө ярыштар, бәйгеләр үткәреп тора.
    Кисәне музыкаль яҡтан Алмас Ғафаров (»Ант» төркөмө), Гөлдәр Ишҡыуатова, Илнур Юламанов, Илсур Тайсин, Азат Биксурин кеүек популяр сәхнә йондоҙҙары биҙәне. Килгән ҡунаҡтар лотереяға отҡан бүләктәрҙән дә, залда уҡ ойошторолған табындағы буҙанан да, кисәнең икенсе өлөшөндә үткәрелгән дәртле башҡорт дискотекаһынан да бик ҡәнәғәт ҡалғандыр, моғайын.
    Кемгә нисектер, әммә мин, бында йыйылған йәштәрҙең шундай дәртле, ҡыйыу, ихлас икәнен күреп ҡайтҡас, шунда уҡ компьютерҙан тейешле адресты эҙләп таптым: Yeshlek.ru!

    Айгиз Сафин.


    Фекерҙәр

    Илфат ИШМӨХӘМӘТОВ, «Йәшлек» гәзитенең веб-мөхәррире:
    – Элек, советтар заманында, йәштәрҙе таныштырыу, дуҫлаштырыу үҙәге булып комсомол тора ине. 2000 йылдарҙа иһә «Айбар» башҡорт клубы, «Ритайым» дискотекаһы кеүек матур күренештәр был мәсьәләләрҙе сисеүҙе үҙ иңенә алды. Донъя үҙгәрә, кешеләр өсөн яңы аралашыу мөмкинлектәре барлыҡҡа килде, һәм бөгөн уҡыған, эшләгән йә бүтән нәмә менән шөғөлләнгән башҡорт йәштәрен берләштереү, таныштырыу, ҡауыштырыу, ялын ойоштороу үҙәге булып, моғайын да, тап «Йәшлек»тең Интернет порталы торалыр.

    Урал ХӘМИТОВ, компьютер буйынса белгес, 40 йәш, Яңы Уренгой ҡалаһынан:
    – Үҙем Әбйәлил районының Асҡар ауылынанмын, тормош юлдары шулай сит тарафтарҙы төйәк итергә мәжбүр итте. Әммә, сит мөхиттә йәшәһәк тә, өйҙә саҡта тик башҡортса ғына һөйләшергә тырышабыҙ. Был йәһәттән бигерәк тә кәләшем Лилиә улыбыҙ Салауат менән икебеҙҙе ныҡ тота. Әйткәндәй, башҡорт форумына ла мине заманында тап кәләшем алып килгәйне. Ҙур рәхмәт уға!
    Ә йәштәргә шуны әйтер инем: XXI быуат – ул компьютер һәм Интернет дәүере. Компьютерҙың һәм Интернеттың ысын мөмкинлектәрен аңлап етмәгән кешеләр замандан артта ҡаласаҡ, ә заманынан артта ҡалған белемһеҙ йәштәр үҙ милләте өсөн файҙаһыҙҙыр.

    Тимур МӨХТӘРОВ, «Күк бүре» ойошмаһы лидерҙарының береһе, социология фәндәре кандидаты:
    – Форумда 2004 йылдан башлап әүҙем ҡатнашам. Миңә унда ирекле рәүештә, бер кемдән дә ҡурҡмайынса үҙ фекерҙәреңде белдереү мөмкинлеге булыуы оҡшай. Сәйәсәт, тарих, мәҙәниәт йә бүтән берәй өлкә булһынмы, һәр кем үҙ уйлағанын әйтә ала. Ғөмүмән, башҡортмы – ул башҡорт йәштәре берләшеүенең яңы формаһы. Элек йыйын, һабантуйҙарҙа ғына шулай осрашып, кәңәшләшер булғандар, хәҙер бына һәр мөһим яңылыҡ тураһында шунда уҡ Интернет биттәрендә фекер алышалар. Элек ҡайһы бер мәғлүмәт юғары ҡатлам интеллигенцияның ҡоралы ғына булһа, хәҙер Интернет ярҙамында ябай студент, хеҙмәткәрҙәр ҙә илдә ниҙәр барғанын белә һәм ошо хаҡта уйлағандарын бүтәндәргә белдерә ала. Әгәр форум булмаһа, биллаһи, мәғлүмәт өлкәһендә беҙҙә торғонлоҡ булыр ине. Фән өлкәһендә эшләгән кеше булараҡ, тағы шуны әйтке килә: мәғлүмәт яланының тығыҙлығы туранан-тура халыҡтың һаҡланып ҡалыуына бәйле. Әгәр халыҡты берләштереп тороусы мәғлүмәт кимәле әҙәйһә, халыҡ бүтән мәғлүмәт сығанаҡтарына мөрәжәғәт итә башлаясаҡ һәм шул арҡала милләттәштәрҙе бер-береһенә бәйләп тороусы ептәр бушаясаҡ. Ә бөгөнгө башҡорт йәштәре әүҙем, ҡыҙыҡһыныусан һәм илдә барған төрлө хәл-ваҡиғаларға битараф түгел икән, тимәк, уларҙың киләсәге бар!

    Фәннур БАЙТУРИН, «АФ-Банк» хеҙмәткәре, 25 йәш:
    – Башҡорт порталына 2006 йылда, дуҫтар саҡырыуы буйынса килеп эләктем. Әлбиттә, яңы тәьҫораттар, яңы дуҫтар... Тағы ла шуныһы: үҙемде ойоштороусы булараҡ яңы юҫыҡтан астым. Хәҙер Форумда спорт бүлеген алып барыусыларҙың береһемен. Форумдан тыш та осрашып, төрлө спорт ярыштары, бүтән күркәм саралар үткәреп торабыҙ. Быларҙың барыһы ла башҡорт йәштәренә бергәрәк, әүҙемерәк, ҡыйыуыраҡ булырға ярҙам итә.

    Денис ТУҠБАЕВ, коммерсант, 27 йәш, Владивосток ҡалаһынан:
    – Ситтә йәшәгәнлектән, милләттәштәрем менән тығыҙ аралаша алмай үҫтем. Был йәһәттән Интернетта башҡорт чатының барлыҡҡа килеүе минең өсөн ғәйәт ҙур ыңғай роль уйнаны. Ниһайәт, төрлө төбәктәрҙә йәшәгән башҡорт йәштәре менән көн дә ултырып һөйләшә ала башланым, Башҡортостандағы яңылыҡтар, Өфөлә үтеп торған осрашыу-йыйылыштар тураһында ла хәбәрҙар инем. Әле бына Өфөнө үҙ күҙҙәрем менән күрергә тип килеп төштөм. Бынамын тигән матур ҡала. Башҡортостанға күсеп ҡайтырға, башҡорт телендә һөйләшергә өйрәнергә тигән теләктәрем тағы ла көсәйҙе генә.

    Фәйзулла ҮТӘРБАЕВ, Баймаҡ районының Әмин ауылынан:
    – Башҡорт форумы менән Темәс егете Илсур Ирназаров аша танышмын. Ул беҙҙе Интернеттағы бөтә яңылыҡ менән дә таныштырып бара торғайны. 2006 йылда ауылыбыҙға Интернет килеп еткәс, үҙем дә башҡорт форумдарының йыш ҡунағына әйләнеп киттем. Бер мәл футбол уйнарға тәҡдим иткәйнеләр, Темәстән бер «ГАЗель» булып тейәлеп килдек. Урындағы эшҡыуарҙар ярҙам итте. Шулай алыҫ-алыҫтан Өфөгә бер команда булып килеп, финалға тиклем үтеүебеҙ форумсылар араһында темәстәрҙең абруйын бермә-бер күтәрҙе. Хәҙер үҙебеҙ башҡаларҙы төрлө акцияларға, сараларға саҡырабыҙ. Былтыр, мәҫәлән, ҡайһы бер башҡорт батырҙарының тыуған яҡтары буйлап сәйәхәт ҡылдыҡ, Баймаҡ районы Түбә ауылының балалар йортона акция менән барҙыҡ. Быйылғы йәйҙе лә, Алла бирһә, шулай әүҙем үткәрербеҙ, тип ышанам.

    Зөһрә ХӘЙҘӘРОВА, «Ассы» санаторийы хеҙмәткәре, 25 йәш:
    – Интернетта башҡорт йәштәренең форумы барлығын ишеткәнем бар ине, әммә быға артыҡ әһәмиәт бирмәнем. Хәҙер бына, ҡайтҡас, мотлаҡ Yeshlek.ru -ға инеп ҡарармын инде. Бөгөнгө сараға йыйылған йәштәрҙең шундай ихлас, әүҙем, маҡсаттарына ынтылыусан булыуы һоҡландырҙы. Юҡһа, беҙ бит башҡорт йәштәрен ҡыйыуһыҙ, тарҡау тип күреп өйрәнгәнбеҙ. Ошондай аралашыуҙар, осрашыуҙар күберәк булһын ине, йәштәр бер-береһен күреп, танышып, бер-береһенән үрнәк алыр, исмаһам. Ә башҡорт ҡыҙҙары сая башҡорт егеттәре менән танышыр һәм кейәүгә сит-яттарға сыҡмаҫ ине.

    Фотолар ҡарарға!
    авторы: admin | 28 февраля 2009 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • internatskie.ru
  • Интернет һәм ҡатын-ҡыҙ
  • «Йәшлек.ру» порталы ағзаһы – Германия кинооператоры Анас ...
  • Сәлмән Ярмуллин
  • Монитор артындағы тормош йәки Кем күрше партала ултыра?
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru