Иртә торған ир уңыр.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Наркоманияға – юҡ!
  • Изгелектә ярышыр ай
  • «ПРЕМЬЕР-МИНИСТР БУЛЫР!»
  • Ҡолаҡ һал!
  • [b]Ура, башҡорт һабантуйы![/b]
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Башкортостан яңылытары Яңылыҡтар
    Өфөлә республика энергетика системаһының ҙур күләмле инвестиция проекты – 5-се ТЭЦ төҙөлә башланы. Ул һуңғы йылдарҙа баш ҡалала күҙәтелгән электр энергияһы дефицитын 300 МВт-ҡа кәметеү мөмкинлеге бирәсәк. Өфө – Дмитриевка юлының уң яғында һалынған ТЭЦ «Башкирэнерго» акционерҙар йәмғиәте иҫәбенә төҙөлә.

    «Аҡбуҙат» республика психоневрология шифаханаһы Башҡортостан иҡтисадын үҫтереүгә индергән өлөшө өсөн республика хөкүмәтенең Дипломына лайыҡ булды. Ул – Рәсәйҙәге нәҫел буйынса сирле балаларҙы дауалаусы берҙән-бер уникаль шифахана. Бында балалар ата-әсәләре менән дә ял итә.

    Башҡорт дәүләт филармонияһы фойеһында БР Фоторәссамдар союзы ағзаһы Фаил Әбсатаровтың фотокүргәҙмәһе асылды. Экспозицияға авторҙың илленән ашыу эше ҡуйылған. Фото сәнғәтен һөйөүселәр фотографтың объективына эләккән мауыҡтырғыс пейзаждар, портреттар, ҡыҙыҡлы сюжеттар менән таныша ала.

    Иртәгә Ишембай ҡалаһында урынлашҡан Республика кадет мәктәп-интернатында хәрби-патриотик клубтар араһында V республика фестивале башлана. Бөйөк Еңеүҙең 64 йыллығына арналған сарала 16 хәрби-патриотик клуб һәм берекмә хәрби әҙерлек буйынса көс һынашасаҡ. Фестиваль 27 мартҡа тиклем дауам итә.

    Суд приставтары федераль хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы автопаркы ун биш «Рено» һәм ете «Нива» автомобиле менән тулыланды. Яңы машиналар республика ҡала һәм райондары бүлектәренә таратыласаҡ. Был суд приставтарының хеҙмәтен еңеләйтергә мөмкинлек бирәсәк.

    Башҡортостан парламенты судтар һанын ҡыҫҡартыу мөмкинлеген ҡарай. Ул «Башҡортостан Республикаһында ҡайһы бер район (ҡала) судтарын ҡыҫҡартыу һәм ойоштороу тураһында» Федераль закон проекты нигеҙендә тормошҡа ашырыласаҡ. Проектҡа ярашлы, 71 федераль суд 42-гә ҡаласаҡ.

    Мәскәүҙә үткән «Һөт индустрияһы – 2009» тип исемләнгән VII халыҡ-ара форумда Бәләбәй һөт комбинатының «Сливочный» сыры гран-при яуланы. Был комбинаттың федераль баҙарҙағы тәүге еңеүе түгел. 2008 йыл йомғаҡтары буйынса бәләбәйҙәр сыр етештереү күләме буйынса Рәсәйҙә өсөнсө урынға сыҡҡайны.

    Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы үткән аҙнала үткәргән рейд ваҡытында 138 закон боҙоу осрағын асыҡлаған. Һөҙөмтәлә 59 кеше административ яуаплылыҡҡа тарттырылған, 14 осраҡ буйынса енәйәт эше асылған. Закон боҙоусыларға 282 мең һум күләмендә штраф һалынған.

    Өфөлә моторҙар эшләү берекмәһе федераль бюджеттан 248 миллион һум күләмендә ярҙам алды. Предприятие ассигнованиены Рәсәй банкыларынан алынған кредит проценттарын түләүгә тотонасаҡ. Ошондай ярҙам, УМПО-нан тыш, Рәсәйҙәге егерме өс предприятиеға күрһәтелгән.

    26 мартта Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты менән Ғаиләгә, балаларға һәм йәштәргә социаль-психологик ярҙам республика үҙәге үҫмерҙәр һәм йәштәр өсөн профессия һайлау проблемалары буйынса тура бәйләнеш ойоштора. 15 сәғәттән 17 сәғәткә тиклем 2-73-09-00 телефонына шылтыратып, Берҙәм дәүләт имтихандары, һөнәр һайлау, уҡырға инеүҙә ҡаралған льготалар һ.б. һорауҙарға яуап алырға мөмкин. Район һәм ҡала-ара бәйләнештәр өсөн шылтыратыуҙар бушлай.

    «Башинформ» мәғлүмәттәре буйынса Р. КҮСЕМХАНОВА әҙерләне.
    авторы: admin | 24 марта 2009 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Өс һөйләм менән
  • Башҡортостан яңылыҡтары
  • Өс һөйләм менән
  • Рэсми хроника
  • Суд приставтары ант бирҙе
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru