Йүне барҙың көнө бар.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Һабантуйҙы мәскәүҙәр ҙә көтөп ала
  • Аллаhы Тәғәлә бойороҡтары
  • «Өфөм – минең гүзәл баш ҡалам...»
  • Инвестициялар файҙа килтерергә тейеш
  • һорау-яуап
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Интернет гүзәле һинең тауышыңды көтә! Яңылыҡтар, "Йәшлек" гүзәле, Конкурстар
    Интернет гүзәле һинең тауышыңды көтә! Ниһайәт, яҙ һулышы тойола башланы. Эйе, көндәр ҙә бер аҙ яҡтырғандай, йылытҡандай. Яҙ ҡояшы сағыу нурҙарын тирә-яҡҡа мулыраҡ һибә башланы, әйтерһең: «Уян, тәбиғәтем», – тип, уны наҙлап иркәләй. Ә тәбиғәт, ҡояштың артыҡ иркәләүенән шашыпмы, уянырға теләмәй, киреләнеп, йә ҡар яуҙырһынмы, йә саманан тыш һыуытып ебәрһенме. Хәйер, яҙ ҡояшының сигенергә уйы ла юҡ, ана, үҙе кеүек балҡып торған яҙ һылыуҙары ярҙамға ашыға уға. Был сибәркәйҙәрҙең сикһеҙ гүзәллеге тәбиғәтте лә уятыр, ҡоштарҙы ла һайратыр ҡеүәткә эйә.
    Яҙ миҙгелен тағы ла йәмләндереп ебәреүсе «Һылыуҡай» республика башҡорт гүзәлдәре конкурсы йылдан-йыл йәштәр араһында киң популярлыҡ яулай бара, тиһәк, һис арттырыу булмаҫ. Башҡорт һылыуҙарының матур бер йолаға әүерелгән бәйгеһенең һайлап алыу туры быйыл да үтте. Унда республикабыҙҙың төрлө төбәктәренән биш тиҫтәгә яҡын сибәркәй килгәйне. Жюри ағзалары шулар араһынан 12 һылыуҙы һайлап алды ла инде. Конкурс шарттарына килгәндә, ҡыҙҙарҙың буйы 167 сантиметрҙан да кәм булмаҫҡа, һылыуҙар әҙәби башҡорт телен яҡшы белергә тейеш ине. Һайлап алыу туры барышында ҡыҙҙарҙың һәр береһе үҙе менән таныштырҙы, йырланы ла, бейене лә, үҙен сәхнәлә тотоу, матур итеп атлап йөрөү һәләтен, һығылмалығын да күрһәтте.
    Әйткәндәй, һайлап алыу турын үткән конкурсанттарҙың бәйгегә әҙерлеге реалити-шоу рәүешендә Башҡортостан юлдаш телевидениеһында күрһәтелеп барасаҡ. Беҙ ҙә гәзит уҡыусылар иғтибарына уларҙың фоторәсемдәрен тәҡдим итәбеҙ. Тап ошо гүзәлкәйҙәр 11 апрелдә баш ҡалабыҙҙың Конгресс-холында үтәсәк конкурстың гала-концертында «Һылыуҡай – 2009» тажы өсөн һынау тотасаҡ.

    Азамат ИСМӘҒИЛЕВ.
    Юлай КӘРИМОВ фотолары.

    Интернет гүзәле һинең тауышыңды көтә!

    «Йәшлек» гәзите интернет селтәрендә «Һылыуҡай – 2009» республика конкурсында ҡатнашыусы ҡыҙҙар араһында «Интернет гүзәле – 2009» сибәрен асыҡлаясаҡ.

    Гәзитебеҙ сайтында ҡыҙҙарҙың фотолары, улар хаҡында ҡыҫҡаса мәғлүмәт биреләсәк. Интернетта тауыш биреү аша иң күп тауыш йыйып еңеү яулаусы һылыуҡай иһә «Йәшлек» гәзите мөхәрририәтенең махсус бүләгенә лайыҡ буласаҡ.
    Тауыш биреү 6 апрелдә башланып, 11 апрелдә сәғәт 1-ҙә тамамланасаҡ. Күңелегеҙгә хуш килгән гүзәлкәйгә http://www.yeshlek-gazeta.ru/foto_conkurs/12/ адресы буйынса тауыш бирергә онотмағыҙ, дуҫтар!
    авторы: admin | 4 апреля 2009 | | Фекерҙәр (1)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Гүзәл Шакирова «Йәшлек» гүзәле»нең Я ...
  • «Йәшлек» гүзәле – 2009» конкурсы еңеүсел| ...
  • Был һылыулыҡ ҡайҙан тип баш ватма,
  • Интернет һылыуы һинең тауышыңды көтә!
  • Кем һин, «Һылыуҡай – 2008»?
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    #1 яҙҙы: Ямиль (11 апреля 2009 14:29)  
    Алия Каразбаева
    Теркәлгән: -- | ICQ:   
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru