Иҫәп кәрәк, уй кәрәк, уйлап эшләгән - һирәк.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • [b]Шәхестәребеҙгә ҡара яғырға юл ҡуймаҫбыҙ![/b]
  • Наркоманияға – юҡ!
  • Тәбиғи буяу хәүефһеҙерәк
  • Аллаһы Тәғәлә бойороҡтары
  • Теләк булһа, эше табыла
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Рәсми хроника Яңылыҡтар
    Әҙ ҡатлы йорттар төҙөүҙе хәстәрләп

    19 – 20 майҙа БР Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаев республиканың дәүләт делегацияһы башында эш сәфәре менән Австрияла булып ҡайтты.
    Сәфәрҙең маҡсаты – әҙ ҡатлы йорттар төҙөү өсөн тиҙ ҡорола торған конструкциялар етештереүсе Австрия предприятиеларының эш тәжрибәһе менән танышыу. Делегация тиҙ төҙөлә торған торлаҡ йорттар етештереүгә махсуслашҡан «Эльк» заводында булды. Был йорттар сифаты менән дә, юғары технология кимәле менән дә айырылып тора. Өй бер нисә көн эсендә генә йыйыла, өҫтәүенә, бөтә эштәр ҙә заводтың үҙендә башҡарыла, аҙаҡ заказсы күрһәткән урында ҡоролоп ҡына ҡуйыла.
    Премьер-министр шул көндө үк «Ласселсбергер» компанияһы төркөмө етәксеһе Йозеф Ласселсбергер менән осрашып, Башҡортостанда шундай йорттар төҙөү өсөн инвестициялар йәлеп итеү мәсьәләһе тураһында һүҙ алып барҙы. Һөйләшеп килешеүҙәр уңышлы үтте һәм Башҡортостанда шундай уҡ завод төҙөү тураһында килешеүгә өлгәшелде. Ниәтләнгән предприятиеның ҡеүәте – йылына яҡынса 1 миллион квадрат метр.
    Республика делегацияһы шулай уҡ «Цемикс» заводына, «Ласселсбергер» компанияһы төркөмөнөң үҙәк предприятиеһына ла барҙы. Бында цемент, төрлө ҡоро ҡатнашмалар һәм башҡа төҙөлөш материалдары етештерелә.

    Яҙ, хеҙмәт һәм һабан байрамы
    Ғәҙәт буйынса май-июнь айҙары – ауылда яҙғы сәсеү эштәренә йомғай яһау осоро. БР Президенты Указына ярашлы, республика райондарында һәм ҡалаларында һабантуй байрамын үткәреү графигы раҫланды. Иң тәүгеләрҙән булып 23 майҙа был халыҡ байрамы сәсеү эштәрен беренсе тамамлаусылар ерендә – Стәрлетамаҡ ҡалаһында, 30 майҙа Архангел, Баймаҡ, Бүздәк, Дәүләкән, Дүртөйлө, Күгәрсен, Нуриман райондарында һәм Октябрьский ҡалаһында уҙғарыласаҡ.
    6 июнь һабантуйҙарҙың иң популяр көнөнә әйләнәсәк. Әбйәлил, Әлшәй, Асҡын, Ауырғазы, Баҡалы, Белорет, Благовар, Йәрмәкәй, Ейәнсура, Йылайыр, Илеш, Ҡалтасы, Ҡырмыҫҡалы, Краснокама, Көйөргәҙе, Мәләүез, Мәсетле, Миәкә, Стәрлетамаҡ, Тәтешле, Туймазы, Өфө, Хәйбулла, Саҡмағош, Шишмә, Шаран райондарында һәм Күмертау ҡалаһында ауыл хужалығы алдынғыларын тәбрикләйәсәктәр. 7 июндә байрам – Бөрйәндә, 10-ында – Борайҙа, 11-ендә – Ағиҙел ҡалаһында, 12-ендә – Бәләбәйҙә, Ғафури, Ҡариҙел райондарында, Өфөлә һәм Нефтекамала, 13 июндә Балтас, Балаҡатай, Бөрө, Дыуан, Ишембай, Ҡыйғы, Кушнаренко, Мишкә, Стәрлебаш, Учалы, Федоровка, Яңауыл райондарында, 20 июндә Салауат районында үтәсәк. Межгорье һәм Сибай ҡалалары өсөн әлегә байрамды үткәреү айы ғына билдәләнгән.

    Бөтә Рәсәйҙән – Өфөгә
    22 – 25 июндә Өфөлә нейрохирургтарҙың V Бөтә Рәсәй съезы үтәсәк. Уға Рәсәйҙән, яҡын һәм алыҫ сит илдәрҙән 500-ҙән ашыу делегат киләсәк.
    Умыртҡа һөйәге һәм умыртҡа һөйәге мейеһе сирҙәре һәм йәрәхәттәре, ҡан тамырҙары хирургияһы, нейроонкология, балалар нейрохирургияһы, периферик нервылар системаһы хирургияһы, функциональ нейрохирургия, реконструктив һәм пластик нейрохирургия, нейрохирургик ауырыуҙарҙы реабилитациялау съездың төп темаһы буласаҡ. Нейрохирургия өлкәһендә ойоштороу-методик һәм мәғариф мәсьәләләре лә ҡараласаҡ.
    «Башинформ».
    авторы: Нур | 23 мая 2009 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • “Йәшлек” гәзитенә 2010 йылдың II яртыһына я&# ...
  • Сәсеү эштәре тамамлана
  • Өс һөйләм менән
  • Төҙөлөш күләмен арттырыу –көрс ...
  • Һабантуйҙар башлана!
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru