Булмаҫтайға һүҙ әрәм.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Тарих менән киләсәкте бәйләй шәжәрә
  • Нуриманда күлдәр ҡорой
  • Рус йырҙары һәм таҡмаҡтары оҫталары беҙҙә икән
  • Йырып сыҡҡыһыҙ түгел!
  • «ТАГАЗ» ҮҘ АВТОМОБИЛДӘРЕН СЫҒАРА
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • «КамАЗ» менән килешеү киләсәккә төбәлгән Яңылыҡтар
    Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаев һәм «КамАЗ» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры Сергей Когогин «КамАЗ» төркөмөнә ингән «НефАЗ» һәм «Туймазы бетон ташығыстар заводы» предприятиеларына ярҙам тураһында килешеүгә ҡул ҡуйҙы. Дөйөм алғанда, республика был предприятиеларҙан 1 миллиард һумлыҡ продукция һатып алырға планлаштыра.
    Билдәле булыуынса, Башҡортостан территорияһында урынлашҡан ике заводтың контроль пакеттары республика хөкүмәтенә һәм «КамАЗ»ға ҡарай. Яҡтар предприятиелар менән стратегик идара итеүҙә ҡатнаша, үҙ-ара килешеп эш итә.
    Башҡортостан Хөкүмәте Рәйесе, бер йылға төҙөлгән «көрсөккә ҡаршы» килешеүҙә оҙайлы ваҡытҡа хеҙмәттәшлекте билдәләүсе пункттар ҙа һалынған, тип билдәләне.
    – Беҙ «КамАЗ» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең был ике заводын үҫтереү перспективалары буйынса килешеүгә ҡул ҡуйҙыҡ. Унда берлектәге программаларҙы киңәйтеүҙе билдәләүсе тәғәйен пункттар күрһәтелгән. Мәҫәлән, комбайндар, тракторҙар, коммуналь хеҙмәттәр өсөн евроконтейнерҙар етештереү тураһында һүҙ бара.
    Раил Сарбаев әйтеүенсә, республика йылына 400 самаһы трактор һатып алырға йыйына. Бынан тыш, ҡул ҡуйылған килешеүҙә Башҡортостанда «КамАЗ» берҙәм технологик сылбырының ике заводын үҫтереү перспективалары буйынса ла пункттар бар. «КамАЗ» һәм БР Хөкүмәте уларҙы тормошҡа ашырыу өҫтөндә эшләүен дауам итә.
    Премьер-министрҙың һүҙҙәренә өҫтәп, «КамАЗ» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры Сергей Когогин, был Рәсәйҙә иң ҙур төбәк дәүләт заказы, тине.
    – Көрсөк шарттарында бигерәк тә Туймазы заводының эшендә ҙур проблемалар килеп тыуҙы. Беҙ хәҙер көрсөккә ҡаршы программаларҙы уңышлы тормошҡа ашырабыҙ. Заводтарҙы ҡотҡарыу өсөн иң мөһиме – элеккесә түбән булып ҡалған һатып алыу талабын стимуллаштырыу, – тине ул. – Башҡортостан был эшкә әүҙем ҡушылды, республикаға бүленгән федераль аҡсаның 99 проценты Нефтекама һәм Туймазы заводтары аша тап «КамАЗ»ға эләкте. Был – бик етди ярҙам.
    «Башинформ».
    авторы: Нур | 26 мая 2009 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Республика үҙ йөкләмәләрен ваҡыты ...
  • Төҙөлөш күләмен арттырыу –көрс ...
  • [b]Предприятиелар дәүләт ярҙамы аласаҡ[/b]
  • Өс һөйләм менән
  • Прогрессив система – беҙҙә генә
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru