Кешенең төҫ матурлығы матур түгел, эш матурлығы матур.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Быйыл да һынатмаҫтар
  • “Йәшлек” гәзитенә 2010 йылдың II яртыһына яҙылыу барышы (25 майға ҡарата)
  • ҠӘҘЕР КИСЕ
  • Йондоҙнамә
  • Һынамыш
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • ЭШЛЕКЛЕ ФОРУМ Яңылыҡтар
    26 – 29 майҙа Өфөгә Рәсәйҙең нефть һәм газ өлкәһендә эшләүселәре йыйыла: был көндәрҙә Башҡортостанда илдең нефть һәм газ сәнәғәтселәренең VIII конгресы һәм «Газ. Нефть. Технологиялар – 2009» XVII махсуслашҡан халыҡ-ара күргәҙмәһе эшләйәсәк. Ошо уңайҙан Башҡортостан Республикаһы Президенты Мортаза Рәхимов сарала ҡатнашыусыларға тәбрикләү һәм ҡотлау һүҙҙәре еткерҙе. Ҡотлауҙа: «Рәсәй нефть һәм газ сәнәғәтселәренең VIII конгресы һәм «Газ. Нефть. Технологиялар – 2009» XVII махсуслашҡан халыҡ-ара күргәҙмәһе нефть һәм газ сәнәғәтен үҫтереүгә яңы импульс бирер, яғыулыҡ-энергетика комплексындағы инновацион процестарға булышлыҡ итер», – тигән ышаныс белдерелә.
    Был конгресс быйыл да Рәсәй Федерацияһының Сауҙа-сәнәғәт палатаһының патронажы, Рәсәйҙең Энергетика министрлығы һәм Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең ярҙамы менән ойошторола. Конгрестың көн үҙәгенә «Рәсәйҙең нефть һәм газ тармағы – көрсөктө йырып сығыуҙың юлдары» мәсьәләһе ҡуйыла. Сарала 600-ҙән ашыу кеше ҡатнаша, пленар ултырыш бөгөн ойошторолдо.
    Өфөлә үткәрелгән «Газ. Нефть. Технологиялар» күргәҙмәһе Рәсәйҙә ойошторолған бындай экспофорумдар араһында әһәмиәте буйынса икенсе урында тора. Форумдың мөһимлеге шунда ла сағыла – унда фән һәм производствоның ныҡлы бәйләнеше булдырыла, пропагандалана, бик күп эшлекле программа тормошҡа ашырыла.
    «Газ. Нефть. Технологиялар – 2009» XVII махсуслашҡан халыҡ-ара күргәҙмәһендә Рәсәйҙең 30 өлкәһе һәм республикаһы вәкилдәре ҡатнаша. Дөйөм алғанда, сарала ҡатнашырға 300-ҙән ашыу предприятие етәкселеге теләк белдергән.
    Ә инде Башҡортостан Республикаһы мөһим экспофорумда 120-нән ашыу предприятиеһын күрһәтә. Беҙҙең ҡатнашыусылар араһында «Каустик», «Озна» предприятиелары, «Өфө приборҙар эшләү производство берекмәһе, «Башкирнефтепродукт», «Новойл», Өфө нефть эшкәртеү заводы», «Өфөнефтехим» акционерҙар йәмғиәттәре һәм башҡалар бар.
    «Газ. Нефть. Технологиялар – 2009» XVII махсуслашҡан халыҡ-ара күргәҙмәһе баш ҡаланың Спорт һарайы бинаһында һәм уның янындағы майҙанда ойошторола. Әйткәндәй, көрсөк тип тормай, быйыл экспофорумда фән вәкилдәре һәм предприятиелар башҡа йылдарҙағыға ҡарағанда күберәк ҡатнаша.
    Л. СОЛТАНОВА.
    авторы: Нур | 26 мая 2009 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Раил Сарбаев нефть-газ комплексы предприятиелары ҡеүәтен ...
  • Республикалағы иң мөһим күргәҙм& ...
  • [b]ИЛДЕҢ ТӨП САРАҺЫ – БАШҠОРТОСТАНДА[/b]
  • Тармаҡты заманлаштырыу өсөн
  • Юбилейға – яңы корпус
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru