Ашыҡҡан һыу диңгеҙгә етмәҫ.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Йондоҙнамә
  • Яҡты йортта тыуған йылылыҡ
  • ҺАУЛЫҠ – ҮҘЕБЕҘҘЕҢ ҠУЛДА
  • Һаулыҡтың әhәмиәте электән килә
  • һорау-яуап
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Донъя яңылыҡтары Яңылыҡтар
    УРМАНДАРҒА «ИШЕК» ЯБЫЛА

    Янғындарҙың йышайыуы сәбәпле, Рәсәйҙең 29 төбәгендә урмандарға транспорт менән инеү, ә туғыҙ өлкәнең ҡайһы бер райондарындағы урмандарға бөтөнләй инеү тыйыла.
    Был ҡағиҙәне үтәмәүселәргә 300 – 500 һум күләмендә штраф янай. Атап әйткәндә, әлеге мәлдә Чита өлкәһендә бик ҡаты режим урынлаштырылған. 28 майға тиклем илебеҙҙә 155 урында урман яныу осрағы теркәлгән. Урман хужалығы федераль агентлығы етәксеһе урынбаҫары Михаил Гиряевтың һүҙҙәре буйынса, июлдә һәм августа янғын хәүефе көсәйһә, Мәскәү янындағы урмандарға «ишектәр» ябыласаҡ. Йыл башынан алып Мәскәү өлкәһендә 308 урман яныу осрағы теркәлгән. Уларҙың 98 проценты теркәлгән осорҙа уҡ, йәғни ут урман осона етмәҫ элек, һүндерелгән. Федераль бюджеттан урман янғындарын һүндереү маҡсатында быйыл 3 миллиард һум аҡса бүленгән.
    Статистика күрһәтеүенсә, урман янғындарының 70 проценты кеше эшмәкәрлеге арҡаһында сыға. Рәсәйҙә урман янғындарында ғәйеплеләргә яза ҡаты түгел. Мәҫәлән, күршеләге Ҡытайҙағы кеүек, урман яндырыусыларға үлем язаһы билдәләгәндә, бәлки, тәбиғәт байлығына һаҡсыл ҡараш тәрбиәләнер ине.

    ҺАУА ШАРЫ ФАЖИҒӘГӘ ТАРЫҒАН

    Төркиәлә туристар сәйәхәт иткән һауа шарының ергә ҡолап төшөүе һөҙөмтәһендә бер кеше һәләк булған, ун кеше яраланған.
    Был фажиғә Аванас ҡалаһы эргәһендә була. Бөйөк Британиянан килгән туристарҙы ултыртҡан аэростат, һауаға күтәрелгәндән һуң, бер аҙҙан ҡапыл ҙур тиҙлек менән ергә уҡтала. 200 метр бейеклектән осоп төшкән һауа шарының кәрзине ергә бәрелеү һөҙөмтәһендә 61 йәшлек ирҙең ғүмере өҙөлә, ҡалған ун кешенең аяҡ-ҡулдары һына, улар дауаханаға оҙатыла. Фажиғәнең сәбәптәре әлегә билдәһеҙ.
    Был районда һауа шарында сәйәхәт итеү бик популяр. Сөнки һауа шары – яҡындағы янартауҙарға һоҡланыу өсөн бик яҡшы сара.

    ЯҢЫЛЫШ ҠЫНА АТЫШ

    Фин ҡултығы акваторияһында булған Рәсәй хәрби карабы Ленинград өлкәһенең Выборг районындағы ҡасаба территорияһын утҡа тотҡан.
    Көс структуралары сығанаҡтарының хәбәр итеүенсә, карап осраҡлы ғына ут аса. Урындағы халыҡ бындай атыуҙарҙың ундан да кәм булмауын белдерһә лә, көтөлмәгән һөжүм әллә ни ҙур юғалтыуҙар килтермәгән. Бер фараз буйынса, Ил сиге һаҡсылары көнө уңайынан һалдаттар һауаға салют атҡан, имеш. Әммә һыу буйындағы баҡсаларға ҡойолған төрлө металл киҫәктәре башҡа уйҙарға этәрә, ти белгестәр.

    АҠШ ҒӘЙЕПЛЕМЕ

    Иран етәкселеге күптән түгел илдең Захедан ҡалаһында шығыйҙар мәсетен шартлатыуҙа АҠШ-тың махсус хеҙмәтен ғәйепләне.
    Уларҙың фекеренсә, провинцияның баш ҡалаһындағы шартлауҙы американдар яллаған террорсылар ойоштора. Террорсылар менән бәйле өс кеше ҡулға алынған. Улар үҙҙәренең американдар тарафынан ялланыуын белдерә. Теракттың маҡсаты – Президент һайлауҙары алдынан илдә көсөргәнешлекте арттырыу. Мәсеттәге шартлауҙа 23 кеше һәләк була, 125 кеше төрлө тән йәрәхәте ала. Мәхмүт Әхмәдинежадтың һайлау алды кампанияһындағы төп дәғүәсеһе Мир Хөсәйен Мусауи ла был фаразды хуплаған һәм теракттың ситтән ойошторолоуына шиге юҡ.

    ШЛЕМҺЫҘ ЙӨРӨҮ БӘЛӘҺЕ

    Амур өлкәһенең Ивановка ауылында көслө дауыл һөҙөмтәһендә өҫтөнә ағас ауып, уҡыусы һәләк булған.
    Урындағы ғәҙәттән тыш хәлдәр ведомствоһының хәбәр итеүенсә, 9-сы синыф уҡыусыһы мопедта шлемһыҙ китеп барған була. 15 йәшлек үҫмерҙең өҫтөнә 15 сантиметр ҡалынлығындағы ботаҡ килеп төшә. Баш һөйәге – мейе йәрәхәте һәм баш мейеһенең һелкенеүе диагнозы менән уны дауаханаға оҙаталар. Унда хәле үтә ныҡ киҫкен балаға операция яһайҙар. Әммә табиптар үҫмерҙең ғүмерен һаҡлап алып ҡала алмай.
    Вадим ХӘБИРОВ әҙерләне.
    авторы: Нур | 30 мая 2009 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Башҡортостанда 418 урман янғыны теркәлгән
  • Урманда усаҡ яҡмағыҙ
  • «Ҡыҙыл әтәс» янай урманға
  • Урмандарҙы янғындан һаҡлайыҡ
  • Янылыктар
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru