Йоҡо ялҡауҙы ярата.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Ҡурай еләгенән бәлеш
  • Фәһемле лә, күңелле лә үтте
  • Берҙәмлектә – көс
  • [b]Заман менән бергә атлаусы мәктәп[/b]
  • Беҙ Молдавияла ла булырға тейешбеҙ
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Дәүләт ярҙамын тойоп Яңылыҡтар
    Бөгөнгө йәштәр мәнфәғәтен ҡайғыртыу, уларҙың йәшәйешен яҡшыртыу маҡсатында төрлө программалар эшләй. «2010 йылға тиклем ауылдың социаль үҫеше» маҡсатлы программаһы нигеҙендә Илеш районында йорт һалған йәштәргә финанс ярҙамы күрһәтеү әүҙем бара. Әле күптән түгел генә муниципаль район хакимиәте бинаһында ауыл хужалығында эшләүсе йәш ғаиләләргә сертификаттар тапшырылды.
    Бындай бәхеткә Резеда менән Азамат Ғафаровтарҙың ғаиләһе лә лайыҡ булды. Улар икеһе лә Үрге Йәркәй ауылында үҫкән. Бер-береһен өс йыл һынаған йәштәр 1999 йылда өйләнешә. Яңы тормош башлағас, өй һалырға ниәтләп, Йөннө ауылында ер һатып алалар.
    «Өй һалыуҙың ауырлығын был эшкә тотонған кеше үҙе генә белә», – ти улар. Туғандары, дуҫтары ярҙамы менән өйҙәренең түбәһе лә ябыла. Ләкин төҙөлөштө дауам итергә аҡса кәрәк. Шул саҡта йәш ғаиләгә дәүләт программаһы ярҙамға килә.
    – Алла бойорһа, төҙөлөш эштәрен дауам итәсәкбеҙ. Йәш ғаиләләр тураһында хәстәрлек күрһәткән өсөн дәүләтебеҙгә рәхмәтебеҙ ҙур, – ти улар.
    Резеда менән Азамат икеһе лә Үрге Йәркәй ауылындағы 86-сы һөнәрселек лицейында эшләй. Ғаилә башлығы – мастер, хужабикә – хисапсы. Өҫтәүенә, Азамат балта оҫтаһы ла, ә Резеданың яратҡан шөғөлө – гөлдәр үҫтереү. Күркәм ғаиләлә ҡыҙҙары Ләйсән үҫә.
    Бәхет төҙөү өй һалыуҙан башлана. Ғафаровтар кеүек тырыш, булдыҡлы, киләсәкккә яҡты өмөт менән йәшәүсе ғаиләләрҙе дәүләт ярҙамынан ташламаясаҡ.

    Зифа ФӘТХУЛЛИНА,
    үҙ хәбәрсебеҙ.
    Илеш районы.
    авторы: Нур | 30 мая 2009 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Улар – ауылдың киләсәге
  • яңы үҫеш кимәленә
  • Дәүләт әһәмиәтендәге сара
  • Йәштәр мәсьәләләрен хәл итеү ...
  • Хөкүмәт ярҙамын тойоп
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru