Буй эшләмәй, ҡул эшләй, эштә ҡулың күп булһын.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Һорау-яуап
  • Ҡояш кеүек, ул ергә белем-нур сәсә!
  • Еләк һатығыҙ
  • Хөрмәтле Башҡортостан Республикаһында Йәштәр фәне көндәрендә ҡатнашыусылар!
  • Йәнлектәр донъяһы
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Өс һөйләм менән Яңылыҡтар
    Р Президенты Мортаза Рәхимов исеменә Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы системаһының даими координаторы, БМО Үҫеш программаһының Рәсәйҙәге вәкиле Фроде Маурингтан хат килде. Хатта 2009 йылдың 9 июнендә Фроде Маурингты Башҡортостанға сәфәре барышында йылы ҡабул итеүҙәре өсөн рәхмәт белдерелә: БМО Үҫеш программаһы делегацияһының республикаға сәфәрендә бөтә яҡлап ярҙам күрһәткән һәм булышлыҡ иткән өсөн барығыҙға ла рәхмәт белдерергә теләйем. Шулай уҡ БМО Үҫеш программаһының хеҙмәттәшлегебеҙҙе киңәйтеү яҡлы булыуын билдәләгем килә һәм һөйләшеүҙәрҙе эшлекле кимәлдә дауам итеүгә шат буласаҡмын, – тиелә унда.

    Кисә Межгорье ҡалаһы эргәһендәге Оло Инйәр йылғаһы буйында Урман микрофоны авторҙар һәм гитараға ҡушылып йырлаусыларҙың халыҡ-ара фестивале башланды. Уның программаһында уҙған йылдар лауреаттары һәм дипломанттары концертын, поэтик турнир, башҡарыусылар конкурсы, йыл да уҙғарылған Ирекле микрофон музыкаль бәйгеһен, төрлө спорт саралары үткәреү ҡаралған. Иртәгә тамамланасаҡ фестивалдә билдәле бардтар ҙа ҡатнаша.

    Бөгөн Архангел районында латыш йырҙары байрамы башланды. Рәсәйҙең латыштар конгресы, Латвия Республикаһының Рәсәйҙәге вәкиллеге инициативаһы менән үткәрелгән төп байрам саралары Максим Горький латыш тарихи-мәҙәни үҙәгендә һәм Архангел ауылында уҙа. Унда Рәсәйҙең төрлө төбәктәре, шулай уҡ Латвиянан ижади коллективтар ҡатнаша.

    1 июлдән тәбиғи газға хаҡтар күтәрелә. Киләһе айҙан бер кубометр газдың хаҡы, иҫәпләү приборҙары булған осраҡта, 2 һум 37 тингә етһә, «зәңгәр яғыулыҡ» торлаҡ биналарын йылытыу өсөн файҙаланылған саҡта – 1 һум 74 тин, үҙәкләштерелгән эҫе һыу менән тәьмин ителмәгән йорттарҙа аш-һыу әҙерләүгә һәм һыу йылытыуға 3 һум 62 тин торасаҡ. Йыл башынан өсөнсөгә үҙгәреш кисергән «зәңгәр яғыулыҡ» хаҡының тағы ла 1 октябрҙә артыуы көтөлә: улар июль айындағынан 11,7 һәм 18 тингә ҡиммәтерәк буласаҡ.

    22 – 25 июндә Өфөлә Рәсәй нейрохирургтарының V съезы үтәсәк. Бынан алдағы съездар Екатеринбург, Түбәнге Новгород, Санкт-Петербург һәм Мәскәүҙә булһа, быйыл баш ҡалабыҙға Рәсәйҙән, сит илдәрҙән 600-ҙән ашыу делегат килеүе көтөлә. Съездың төп ғилми темалары – баш мейеһе имгәнеүе, умыртҡа бағанаһы һәм арҡа мейеһе сирҙәре, ҡан тамырҙары нейрохирургияһы, нейроонкология, балалар нейрохирургияһы, периферик нервы системаһы хирургияһы, функциональ, реконструктив һәм пластик нейрохирургия, нейрохирургик ауырыуҙарҙы реабилитациялау.

    Бөгөн Өфө районының Жилино ҡасабаһында Рәсәй Эске эштәр министрлығы системаһында кинология хеҙмәте булдырылыуға – 100, БР буйынса Эске эштәр министрлығы ойошторолоуға 90 йыл уңайынан байрам саралары үтә. Байрам программаһында парашют менән һикереү, кинолог-белгестәрҙең өйрәтелгән эттәр менән һәм башҡа күрһәтмә сығыштары ҡаралған. Концерт һәм уйын-көлкө менән үрелеп барған тамашаны байрам салюты тамамлаясаҡ.

    Тәтешле районының Яңы Тәтешле ауылында удмурт мәҙәниәте көндәре үтте. Унда республикабыҙҙың алты районынан вәкилдәр, Удмуртия һәм Пермь крайынан ҡунаҡтар ҡатнашты. Яңы Тәтешле ауылы удмурт тарихи-мәҙәни үҙәге директоры Антонида Шәйбәкованың хәбәр итеүенсә, былтыр был байрам йолаларға арналған булһа, быйыл Ошмес удмурт республика гәзитенең 10 йыллығы уңайынан үткән.
    Азамат ИСМӘҒИЛЕВ әҙерләне.
    авторы: Нур | 20 июня 2009 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Өс һөйләм менән
  • Афарин, Тамырҙар!
  • Өс һөйләм менән
  • Өс һөйләм менән
  • Гран-при – Стәрлебаш бөркөттәренд&# ...
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru