Ауыҙыңа кергәнде сәйнәргә иренмә.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Йондоҙнамә 9-15 июнь
  • Йәш быуынды күренекле шәхестәр өлгөһөндә тәрбиәләйек
  • Дайджест
  • Эҙләгәнең – эргәңдә
  • “Аманат”тың өлкәндәргә аманаты
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Донъя яңылыҡтары Яңылыҡтар
    Президент юғары технологиялар менән ҡыҙыҡһына
    Рәсәй Президенты Дмитрий Медведев компьютер вирустарына ҡаршы көрәш буйынса алдынғы компанияларҙың береһе – «Каспер» лабораторияһы менән танышты.
    Белеүегеҙсә, Рәсәй көнөндә компанияның башлығы Евгений Касперскийға Дәүләт премияһы тапшырылғайны.
    Медведевҡа «Каспер» лабораторияһының бер нисә бүлеген күрһәтәләр. Атап әйткәндә, ил башлығы яңы вирустарға автоматик рәүештә анализ үткәрелеүсе бүлмәлә була. Ошонан бөтә донъяға яңыртылған вирусҡа ҡаршы программалар таратыла. Компания башлығы Дмитрий Медведевҡа үҙенсәлекле «тимер бүлмә»не лә күрһәтә. Бында кеҫә телефондары вирустарына һәм антивирустарға тест үткәрелә. Шуныһы иғтибарға лайыҡ: бүлмәлә бер генә электр приборы ла эшләмәй. «Был лаборатория хеҙмәткәрҙәренә компанияға таҙа килеш килгән вирустарҙы анализларға мөмкинлек бирә. Вирус бынан бер ҡайҙа ла ҡаса алмай», – тип аңлата Касперский.
    Каспер лабораторияһында йылына тиҫтәләгән миллион компьютер вирусы зарарһыҙландырыла.
    Был юлы Һамарҙа

    Кесе йомала ҡоторған көслө дауылдан һуң Һамар өлкәһендә 5 меңдән ашыу кеше утһыҙ интегә.
    Ғәрәсәттән өлкәнең Хворостянка районы зыян күргән. Дауыл 2 мең йортто, ике балалар баҡсаһын һәм бер мәктәпте утһыҙ ҡалдырған. 75 йорттоң ҡыйығы емерелгән. Йәрәхәтләнеүселәр һәм һәләк булыусылар юҡ.
    Ваҡиға урынына Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының өлкә идаралығынан оператив төркөм килгән. Әлеге ваҡытта тергеҙеү эштәре бара.

    13 төбәккә көрсөк янай

    РФ Финанс министрлығының бюджет-ара мөнәсәбәттәр департаменты директоры Лариса Ерошкинаның фекеренсә, Рәсәйҙең 13 төбәге «көрсөк хәлендәге»ләр төркөмөнә инә.
    Төньяҡ-көнбайыш федераль округында Президенттың тулы хоҡуҡлы вәкиллегендә үткән Рәсәй финансистары йәмғиәтенең төбәк секцияһы ултырышында ул ошондай факттар килтерә. «Көрсөк хәлендәге» төбәктәргә Татарстан Республикаһы, Ханты-Манси округы, Красноярск һәм Пермь крайҙары, Әстерхан, Белгород, Волгоград, Кемерово, Курск, Новгород, Ырымбур, Һамар һәм Силәбе өлкәләре инә. Силәбе һәм Кемерово өлкәләре бигерәк тә ауыр хәлдә. Улар һалымдан алынған килемдең кәмеүенән ныҡ ҡына зыян күргән. Ғөмүмән, был тотош Төньяҡ-көнбайыш округына хас күренеш. Өлкәнең тулы хоҡуҡлы вәкиле урынбаҫары Евгений Лукьяновтың әйтеүенсә, һалымдан килгән килем, уҙған йылдың ошо осоро менән сағыштырғанда, 40 процентҡа ҡыҫҡарған. Бынан бигерәк тә Петербург ҡалаһы, Ленинград һәм Волгоград өлкәләре, Коми Республикаһы кеүек донор-төбәктәр ҙур зыян күргән.

    Студенттарҙы ҡайтармайҙар

    Кесе йомала Каирҙа «Әл-Әзһәр» университетында белем алыусы студенттарҙы ҡулға алыу буйынса низағлы ваҡиға йәнә ҡабатланды.
    Мысырҙың баш ҡалаһынан Мәскәүгә алты кешене ҡайтарырға тейеш булалар. Улар араһында чечен боевиктары лидерҙарының береһе Сульян Абдуллаевтың улы, 22 йәшлек Масхуд та бар. Әйткәндәй, Масхуд дуҫы менән кесе йома кисендә йәиһә йомала иртән Мәскәүгә килергә тейеш була, әммә самолетҡа һуңлап ҡалалар. Хоҡуҡ һаҡлаусылар Мысыр властарын Масхудты, уның аша атаһына баҫым яһау өсөн, Рәсәйгә бирмәҫкә саҡыра. Билдәле булыуынса, бында 27 майҙа ла күп кенә студентты ҡулға алғайнылар. Ҡулға алынған 37 Рәсәй студенты араһында Дағстан, Ҡалмыҡстан, Татарстан, Төньяҡ Осетия һәм Чечня студенттары бар.

    С. ЛОТФУЛЛИНА әҙерләне.
    авторы: Нур | 20 июня 2009 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Яңылыҡтар
  • Был донъяла ниҙәр бар?
  • Башҡортостан ҡаҙнаға килем йыйыуҙы арттыр ...
  • Донъя яңылыҡтары
  • Янылыктар
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru