Ҡораллының ҡулы уйнай.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Яҡты иҫтәлеге йөрәктәребеҙҙә мәңге һаҡланыр
  • Баш йортомдағы телде башҡорт аңлаймы?
  • һорау-яуап
  • Йондоҙнамә
  • Ҡош ите етештереү цехы асыласаҡ
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Өс һөйләм менән Яңылыҡтар
    26 июндә Стәрлетамаҡ районында Рощинский – 2009 XIX Бөтә Рәсәй шахмат фестивале асыласаҡ. Рощинский ҡасабаһының мәҙәниәт һарайында туғыҙ турҙа үтәсәк ярышҡа илебеҙ төбәктәренән генә түгел, сит илдәрҙән дә шахматсылар килеүе көтөлә. Фестиваль 5 июлгә тиклем дауам итәсәк.

    6 – 8 октябрҙә Мәскәүҙә үтәсәк нанотехнологиялар буйынса икенсе халыҡ-ара форум сиктәрендә йәш ғалимдарҙың нанотехнологиялар өлкәһендәге ғилми эштәренә халыҡ-ара конкурс иғлан ителде. Йәш ғалимдарҙың нанотехнологиялар өлкәһендәге ҡаҙаныштарына фәнни һәм эшлекле йәмәғәтселектең иғтибарын йәлеп итеү маҡсатында ойошторолған конкурста 30 йәшкә тиклемге Рәсәй һәм сит илдәр студенттары, аспиранттар һәм йәш белгестәр ҡатнаша ала, ғилми эштәр менән бер рәттән, уҡытыу, белем биреү методикаһы, методик материалдар мәсьәләләренә ҡағылышлы эштәр ҙә ҡабул ителә. Конкурста ҡатнашыу өсөн ғаризалар 26 июнгә тиклем ҡабул ителә, ә конкурс тураһында тулыраҡ мәғлүмәттәр менән www.rusnanoforum.ru сайтында танышырға мөмкин.

    Әлшәй районында йәш экологтар һәм урман белгестәренең XVII республика слет-конкурсы старт алды. БР Тәбиғәтте файҙаланыу һәм экология министрлығының матбуғат секретары Гөлназ Әлмөхәмәтованың хәбәр итеүенсә, слеттың йомғаҡлау этабына республика һәм зона-ара конкурстары еңеүселәре – балалар экологик үҙәктәрендә, йәш натуралистар станцияларында, мәктәп урман хужалығында шөғөлләнеүсе 8 – 10-сы синыф уҡыусыларынан торған командалар йыйылған. Слет барышында теоретик һәм практик өлөштән торған экологик конкурс үтәсәк, уның һөҙөмтәләре буйынса еңеүселәр билдәләнәсәк.

    Республиканың эске эштәр һәм эске ғәскәрҙәр органдары ветерандары советы БР буйынса Эске эштәр министрлығының 90 йыллыҡ юбилейы уңайынан Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығы ветераны тигән иҫтәлекле миҙал булдырҙы. Был награда менән эске эштәр органдарында оҙаҡ йылдар намыҫлы хеҙмәт иткән ветерандар бүләкләнәсәк. Шулай уҡ ветерандар эше активистары – ветерандар хәрәкәтендә әүҙем ҡатнашыусы эске эштәр бүлектәре етәкселәре һәм хеҙмәткәрҙәре лә миҙалһыҙ ҡалмаясаҡ.

    Бәләбәй ҡалаһында Урал батыр XI республика конкурсы башланды. Был ижади бәйгенең маҡсаты – сәсәнлек, ҡобайыр башҡарыу мәктәбен тергеҙеү һәм үҫтереү, халҡыбыҙҙың тарихи һәм мәҙәни мираҫын һаҡлау, һәләтле балаларҙы асыҡлау. Йәш сәсәндәр конкурсына иртәгә йомғаҡ яһаласаҡ.

    2009 йылда хеҙмәт баҙарында көсөргәнешлекте кәметеү буйынса республика программаһын тормошҡа ашырыу сиктәрендә йылдың тәүге биш айында 15 мең кеше йәмәғәт эштәренә йәлеп ителгән. Ишембай, Нефтекама, Туймазы, Яңауыл ҡалалары, Өфөнөң Калинин районы, шулай уҡ Асҡын, Ғафури, Күгәрсен райондарының мәшғүллек үҙәктәре йәмәғәт эштәрен ойоштороу буйынса йыллыҡ норманы үтәгән дә инде. Ә Шаран һәм Бишбүләк райондарында был йәһәттән күрһәткестәрҙең бик түбән булыуы билдәләнгән.

    Азамат ИСМӘҒИЛЕВ әҙерләне.
    авторы: Нур | 23 июня 2009 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Хуш киләһең, "Турфест"!
  • Өс һөйләм менән
  • Драматургтар, еңегеҙҙе һыҙғанығы& ...
  • Өс һөйләм менән
  • Өфөнөң Конгресс-холында тәүге тапҡ ...
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru